Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2024, 13:54

Дарыу үләндәре йыйҙыҡ

Июль айында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы уҙғарған "Минең йәшел дарыуханам" конкурсына бик күп файҙалы мәҡәлдәр килде. Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән һеҙҙең менән бүлешеү барыһына ла файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.  

Дарыу үләндәре йыйҙыҡ
Дарыу үләндәре йыйҙыҡ

Шифалы үләнде артыҡ күп итмәй, үҙегеҙгә етерлек итеп кенә, самалап ҡына йыйығыҙ, тип әйтә торғайны әсәй. Йәшел дауаханабыҙға әлегә боланутты ферментлап, әҙләп кәзә һаҡалы, туҡранбаш (клевер), аҡ сәскә (ромашка), бөтнөк (мята), мәтрүшкәне, ер еләген һәм япрағын, сейә, ҡурай еләге һәм ҡарағат япраҡтарын киптереп ҡуйҙыҡ. Япраҡтарҙы ямғыр яумаған, ҡоро көндә йыябыҙ, еләҫтә киптерәбеҙ, айырым һауыттарҙа һаҡлайбыҙ.
Туҡранбашты (клеверҙы) анемия выҡытында, һыуыҡ үткәндә, кәзә һаҡалын йүткергәндә, аҡ сәскәне (ромашканы) тамаҡ шешкәндә ҡулланабыҙ, еләкте, бөтнөк, япраҡтарҙы һәм боланутты сәйгә ҡушып, витаминлы сәй итеп эсәбеҙ.

Гөлшат Ғайнанова, Әбйәлил районы

Автор фотоһы

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: