Социаль стипендия алыу өсөн тик бишле һәм дүртле билдәләре генә кәрәкмәй. Ул бюджетта көндөҙгө бүлектә уҡыған:
— етемдәргә;
—инвалид балаларға, бала саҡтан инвалидтарға, I һәм II төркөм инвалидтарына;
— хәрби хәрәкәттәр ветерандарына;
— дәүләт социаль ярҙамы алыусыларға бирелә.

Стипендия юллау өсөн деканатҡа, профкомға, уҡыуҙан тыш йәки социаль эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төрлө уҡыу йорттарында был мәсьәлә менән төрлө подразделениелар шөғөлләнергә мөмкин.
Үҙегеҙ менән ташлама биреүсе документтарығыҙҙы – белешмәләр, хәрби билет, таныҡлыҡ алығыҙ.

Социаль стипендия күләмен үҙегеҙҙең уҡыу йортонда белә алаһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан