Новости
7 Августа 2024, 13:13

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә

Ҡайһы бер ташламалар тураһында һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдәБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә

> Аңлатабыҙ. Башҡортостан: Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Ҡайһы бер ташламалар тураһында һөйләйбеҙ.

 Мәктәптә бушлай оҙайтылған көн

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала уҡыған мәктәпкә.

Кәрәкле документтар: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.


👶 Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат итеү

Кемгә тейеш: МХО-ла ҡатнашыусыларҙың йәш ярымдан өлкән балаларына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: муниципалитет хакимиәтенең мәғариф бүлегенә.

Кәрәкле документтар: ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә.

Ташлама атаһы йә әсәһе МХО-ла ҡатнашҡан осорҙа ғариза биргән көндән ғәмәлдә.


 Бушлай ҡайнар аш

Кемгә тейеш: 5-11-се класс уҡыусыларына, колледж студенттарына (көндөҙгө бүлектәге).

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала уҡыған мәктәпкә йәки колледжға.

Кәрәкле документтар: ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә.

Был ташлама мөрәжәғәт иткәндең икенсе көнөнән алып атаһы йә әсәһе МХО-ла ҡатнашҡан осорҙа ғәмәлдә була.


🎓 Дөйөм ятаҡта урын

Кемгә тейеш: колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала уҡыған белем биреү ойошмаһына.

Кәрәкле документтар: ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә.


 Ярҙам сараларының тулы исемлеге һәм улар тураһындағы мәғлүмәт чат-ботта бар.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан > Аңлатабыҙ. Башҡортостан: 🖼 ❌ Миңә берҙәм пособие түләмәйҙәр — ни өсөн шулай булыуы ихтимал? Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә.

Пособие тәғәйенләүҙән баш тартыуҙың сәбәбе бер нисәү булыуы мөмкин:

- Ғаризала тулы булмаған йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр.
- Ғаиләлә бер кешегә килем йәшәү минимумынан күберәк. Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы – 13 753 һум.
- Ғариза биреүсе рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған йәки етди сәбәпһеҙ эшкә урынлашмай.
- Ғаиләнең күсемле йәки күсемһеҙ милке метражы йәки объекттар һаны буйынса нормативтан артыҡ.

➡️ Пособие тәғәйенләүҙән баш тартыу сәбәбен күрһәтергә тейештәр – ул Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа килә. Һорауҙарығыҙ булһа, Социаль фондтың урындағы клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә йәки 8 (800) 10-000-01 номерына шылтыратырға мөмкин.

Пособие түләүҙән баш тартыу сәбәбен хәл иткәндән һуң тағы бер тапҡыр ғариза бирергә мөмкин. Мөрәжәғәттәр һаны сикләнмәгән.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас