Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбендә 20 йылдан ашыу башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләйем. Башҡортостан уҡытыусыһы журналының һәр яңы һанын даими уҡып барам. Сөнки уҡытыусы һөнәре һәр ваҡыт белемеңде камиллаштырыуҙы талап итә.
Был юлы яратҡан журналым тағы ла нығыраҡ һөйөндөрҙө. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу квитанцияһы хужабикә өсөн бик кәрәкле кәстрүл отҡан!
Шулай итеп, бай йөкмәткеле журналдың ҡыҙыҡлы рубрикаларын уҡығансы, бүләк кәстрүлемдә тәмле аш та өлгөрҙө.
Ошо уңайҙан "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы коллективына бик ҙур рәхмәтемде белдерәм. Эштәрегеҙ гел уңышлы булһын!
Әйткәндәй, июль айының башынан 31 августҡа тиклем 2025 йылдың тәүге яртыһына элекке хаҡ менән яҙылыу мөмкинлеге бар. Бар нимәгә хаҡтарҙың артыуға табан барғанын көн дә күҙәтеп барабыҙ. Йәйге ял, каникулдар, яңы уҡыу йылына әҙерлек мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, яратҡан журналыбыҙға яҙылып ҡалайыҡ!
"Башҡортостан уҡытыусыһы" ("Учитель Башҡортостана") журналына бер айға яҙылыу хаҡы - 106 һ. 92 тин,
ярты йылға яҙылыу хаҡы - 641 һум 52 тин.
Индексыбыҙ - П2722