Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2024, 18:14

Кәңәшемә ҡолаҡ һал!

Ҡыяр файҙаһы

Кәңәшемә ҡолаҡ һал!
Кәңәшемә ҡолаҡ һал!

Ҡыяр кеше сәләмәтлеге өсөн ифрат файҙалы. Ул иң түбән калориялы йәшелсә һанала, 100 г ҡыяр ни бары 15 калория туҡлыҡлылыҡ ҡиммәтенә эйә һәм унын составында май бөтөнләй юҡ.

Йәнә, йәшелсә тән температураһын көйләй. Был уның организмды һыу менән тәьмин итеүенә бәйле. Оҫтәүена, тирене дымландыра, сөнки составында әллә күпме көслө антиоксидант бар. Ҡыярҙы битлек итеп тә файҙаланырға мөмкин. Ул елһенгән тирене тынысландыра.

Был йәшелсәне даими ашау шәкәр, ҡан баҫымы һәм холестерин күләмен кәрәкле кимәлдә тотоуға булышлыҡ итә. Ҡярҙа кукурбитацин күп. Ул үҙ сиратында инсулин кимәлен дә көйләй. Ундағы стерол, липид кеүек матдәләр иһә холестерин кимәлен тубәнәйтә.

Тағы был йәшелсә эсәк-ҡарын эшмәкәрлеген яҡшырта, организмдағы насар холестериндарҙы яндыра, таҙарта, тигән фекерҙә белгестәр. Бынан тыш, ул тура  эсәктә яман шеш барлыҡҡа килеүгә ҡаршы сара ла икән.

Яңы ғына өҙөлгән ҡыяр калий сығанағы булып тора. Ә ул иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, калийҙың һәм һыузың күп булыуы бәуел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Ҡыярҙы йыш ашау бөйөр эшмәкәрлеген дә яҡшырта.

Башҡортостан календарынан

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: