Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2024, 16:24

Тән сихәте - хәрәкәттә!

10 август - Физкультурниктар көнө

Тән сихәте - хәрәкәттә!
Тән сихәте - хәрәкәттә!
* Физкультура йәки гимнастика яһау өсөн ғәҙәттә иртәнге сәғәттәр бүленә. Шулай ҙа, Олимпия рекордтарының күбеһе, асыҡланыуынса, төштән һуң ҡуйылған икән. Ғалимдар, 16—19 сәғәттәр — күнекмәләр яһау өсөн иң яҡшы ваҡыт, тип һанай.

* Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы өлкәндәр өсөн физкультура менән шөғөлләнеүгә махсус тәҡдимдәр эшләгән. Уртаса көсөргәнештәге күнекмәләргә аҙнаһына 2 сәғәт ярым — 150 минут етерлек һанала. Был - әкрен йүгереү, тиҙ атлап йөрөү, ҡәҙимге тиҙлектә велосипедта йөрөү. Көсөргәнеште арттырғанда, 75 минут сарыф итеү ҙә ярай. Был — йөҙөү, футбол уйнау, фитнес менән шөғөлләнеү, шәп йүгереү.

* Сәләмәт булыу — кешенең үҙе өсөн дә, яҡындарына ла, йәмғиәткә лә отошло. Физик культураның иң ябай төрө — атлап, йәйәү йөрөү. Әкрен барыуҙан тиҙ атлауға күсеп, көсөргәнеште үҙгәртергә лә була. Хәле еткәндәргә йүгереү нығыраҡ файҙа бирә. Көн дә бер йүгереп инеү, уны ғәҙәткә индереү күңел күтәренкелеге, һәйбәт кәйеф, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ сығанағы.
Башҡортостан календарынан.
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: