Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 505 меңдән ашыу уҡыусы мәктәптәрҙә медицина ярҙамы ала. Был хеҙмәтте 213 табип-педиатр һәм 537 урта медицина персоналы хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Улар медицина тикшереүе, эпидемияға ҡаршы саралар – туберкулин диагностикаһы һәм вакцина профилактикаһы – үткәрә, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен агитациялай. Мәғариф ойошмалары медицина хеҙмәткәрҙәре менән 93 процентҡа тәьмин ителгән.
– Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәктәп йәшендәге балаларҙа иң күбе нервы системаһы ауырыуҙары асыҡланды, икенсе урында – аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, артабан – күреү һәләте менән бәйле сирҙәр, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. – Тикшерелгән балаларҙың 22,8 проценты сәләмәт уҡыусылар төркөмөнә индерелгән, икенсе төркөмдә – функциональ тайпылыштар күҙәтелгән 61,3 процент мәктәп уҡыусылары. Ә медицина тикшереүе үткәндәрҙең 11,9 процентында хроник ауырыуҙар асыҡланған.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры, Башҡортостан мәктәп стоматологияһы хеҙмәте эшләгән Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй, тип өҫтәне. Атап әйткәндә, төбәктең мәғариф ойошмаларында 239 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 110-ы «Взлетай!» белем биреү проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған.
Бынан тыш, 2020 йылдың ноябренән республика муниципалитеттарында даими нигеҙҙә «Толпар» күсмә стоматология комплексы эшләй. Был ваҡыт эсендә балалар стоматологтары 78 ҡала һәм районда интернаттарҙан, приюттарҙан, балалар йорттарынан, реабилитация үҙәктәренән һәм коррекция мәктәптәренән 9 мең самаһы баланы дауалаған. Шуларҙың 2 209-ы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр.
Башҡортостан Башлығы республика мәктәптәрендә «Взлетай!» проекты сиктәрендә стоматология кабинеттарын артабан төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне.
– Эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел. 500-ҙән ашыу уҡыусы белем алған барлыҡ мәктәптәрҙә лә стоматология кабинеттары асырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Был йүнәлешкә иғтибарҙы арттырыу, айырыуса ауыл ерендә тейешле шарттар булдырыу мөһим. Бәлки, балалар булған иң алыҫ ауылдарға барып етеү һәм уларға стоматологик ярҙам күрһәтеү өсөн, тағы ла бер-ике «Толпар» комплексы һатып алырға кәрәктер.
https://glavarb.ru