“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналын үҙен заманса, яңы ҡарашлы, өлгөр тип һанаған һәр уҡытыусы алдырырға тейештер, тип иҫәпләйем.
Бәләкәй саҡтан уҡ әсәйемдең өҫтәл китабына әйләнгән был журналды ҡулыма тотоп ҡусты-һеңлеләремде уҡытҡаным иҫемдә. Ошо изге, яуаплы, яратҡан уҡытыусы һөнәрен һайлауға “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының йоғонтоһо бик ҙур! Уның һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам, башынан аҙағынаса бер тында уҡып сыҡҡас, анализ яһайым, артабан үҙемдең эшемдә ҡулланам.
Хәҙерге заманда күп коллегаларыбыҙ араһында, беҙгә электрон форматы ла еткән тиеүселәр бар, әммә ләкин яңы журналды ҡулға алып уҡығанда һәр битенән йылылыҡ бөркөлгәнен һиҙәһең, шуға ла мин Башҡортостан Республикаһында сыҡҡан гәзит-журналдарға мөмкин тиклем күберәк яҙылырға тырышам.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы мәғариф өлкәһендә эшләгән һәр кешенең тоғро дуҫы ла, әйҙәүсеһе лә, ҡанатландырыусыһы ла.
Әйткәндәй, кем һуң бүләк алырға яратмай? 2024 йылдың 2-се яртыһына яратҡан журналға яҙылып, супер приз отоуым бик ҡыуандырҙы.
Был акцияны ойоштороусыларға, редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм! Ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен!
Журналды уҡыусыларыбыҙ артһын!