Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2024, 13:37

Журналға һәр саҡ яҙылдым, яҙылам һәм яҙыласаҡмын!

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналын мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уҡытыусымдың өҫтәлендә күреп, ҡыҙыҡһынып ҡарай инем. Уҡытыусылар өсөн генә лә журнал сыға икән, тип уйлай торғайным. Үҙем Өфө ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй башлағас та ошо кәрәкле лә, файҙалы ла, мәғлүмәтле лә журналды алдыра башланым, ул иң яҡын ярҙамсыма әйләнде, - ти Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңдиниса Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллина.

Журналға һәр саҡ яҙылдым, яҙылам һәм яҙыласаҡмын!
Журналға һәр саҡ яҙылдым, яҙылам һәм яҙыласаҡмын!

Журналды ҡулға алғас та башынан аҙағына тиклем уҡыйым, өйрәнәм, анализлайым, хәтеремдә ҡалдырам.
Бигерәк тә теоретик мәғлүмәттәр, мәҡәләләр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрес, кластан тыш сара өлгөләре, сценарийҙар бик оҡшай. Уларҙы үҙ эшемдә лә ҡулланам. Уҡытыусыларға үҙҙәренең эш тәжрибәһе, яңылыҡтары менән уртаҡлашыу өсөн журнал бик ҡулайлы.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы  -  мәғариф өлкәһендәге бөтә яңылыҡтар менән таныштырыусы, өйрәтеүсе, теоретик белем биреүсе, әйҙәүсе, ҡанаттар ҡуйыусы журнал. Төрлө йылдарҙа минең дә бер нисә мәҡәләм, дәрес өлгөләрем баҫылып сыҡҡан ине.
Журналда баҫылған хеҙмәттәремде күреп ныҡ шатланһам, 2024 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, бүләк отоусылар исемлегендә үҙемдең фамилияны күргәс, ҡыуанысымың сиге булманы.
Журналдың баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримовҡа, барлыҡ редакция хеҙмәткәрҙәренә шәп журнал өсөн дә, журналға яҙылып, "Яҙыл да бүләк от" акцияһын ойошторғандары өсөн дә оло рәхмәтемде еткерәм.

Киләсәктә яңы үрҙәр, ижади уңыштар, юғары бейеклектәр теләйем.

Мин журналға һәр саҡ яҙылдым, яҙылам һәм яҙыласаҡмын!

 

Журналға һәр саҡ яҙылдым, яҙылам һәм яҙыласаҡмын!
Журналға һәр саҡ яҙылдым, яҙылам һәм яҙыласаҡмын!
Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас