Үҙ сығышында төбәк етәксеһе республиканың идара итеү командаһының төп бурыстарын билдәләне. Уларҙы хәл итеүҙә Башҡортостан муниципалитеттары һәм ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнаша.
– Берлектәге эшебеҙҙең мөһим өлөшө – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Бөгөн республика өсөн был иң өҫтөнлөклө мәсьәлә. Уны хәл итеү өс йүнәлеш буйынса алып барыла. Беренсеһе – махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам. Күптән түгел Башҡортостандан хәрбиҙәребеҙ өсөн 130-сы гуманитар ылау юлға сыҡты. Курск өлкәһендәге ҡатмарлы хәлгә бәйле ебәрелгән техниканың бер өлөшө хәҙер хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән тыныс халыҡты эвакуациялау менән мәшғүл, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Икенсеһе – яугирҙарҙың, шул иҫәптән һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеү. Был эш ҙур әһәмиәткә эйә, уға рәсми күҙлектән генә ҡарарға ярамай. Өсөнсө йүнәлеш – республиканың, уның барлыҡ муниципалитеттарының иҡтисады һәм социаль өлкәһе тотороҡлолоғон тәьмин итеү.
Республика Башлығы урындағы власть органдарының иғтибары мөһим булған ауыл биләмәләрен үҫтереү үҙенсәлектәренә айырым туҡталды.
– Башҡортостандың идара итеү командаһының эше ауыл биләмәләрен үҫтереүгә мөмкин тиклем ярҙам итеүгә, тәү сиратта юл төҙөлөшө өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән, – тип асыҡланы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Бынан тыш, медицина инфраструктураһын яңыртыуға байтаҡ ресурстар бүленә. Республиканың ике мең фельдшер-акушерлыҡ пунктынан 270-е яңыртылған. 2025 йылға тағы ла йөҙ заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта урындарҙа йыш ҡына фельдшерҙар етмәй. Уларҙы һайлап алыу һәм эшкә урынлаштырыу – муниципалитеттарҙың өҫтөнлөклө хоҡуғы. Ә республика бының өсөн кәрәкле шарттар булдырасаҡ, шул иҫәптән ауыл белгестәренә – табиптарға, фельдшерҙарға – ярҙам итеү программаларын финанслаясаҡ.
Тағы бер йүнәлеш – төбәктә мәктәп биналарын капиталь ремонтлау буйынса Президент программаһын тормошҡа ашырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022 – 2023 йылдарҙа был программа буйынса 140 объект яңыртылған, ә 2026 йыл аҙағына тиклем барлығы 214 уҡыу йорто бинаһын яңыртыу планлаштырыла.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе эске туризмды үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Һәр районда ҡыҙыҡлы урындар һәм объекттар табырға мөмкин, улар республикабыҙҙан һәм илдең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтарҙы йәлеп итәсәк. Был да муниципалитеттарҙың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙең мөһим өлөшө, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
***
Семинар сиктәрендә төбәк етәксеһе ауыл биләмәләрен үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Улар иҫәбендә – юл селтәрен яңыртыу, социаль объекттарҙы ремонтлау, газлаштырыу программаһын үтәү. Ауыл биләмәләре башлыҡтарының бер нисә мәсьәләһе урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлауға ҡағылды. Башҡортостан Башлығы бындай проекттарҙы финанслау механизмын тәҡдим итте.
– Билдәле бер суммаларҙы райондарға туранан-тура тапшырасаҡбыҙ, һәм муниципалитет башлыҡтары ауыл советтары менән берлектә ауыл биләмәләрендә ниндәй юлдарҙы ремонтлауға йүнәлтергә кәрәклеген билдәләй, – тине Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ ауыл советтары вәкилдәрен ял итеү өсөн балалар лагерҙары төҙөү мәсьәләләре борсой. Тәҡдимдәрҙең береһе – Урал аръяғында һауыҡтырыу учреждениеһы асыу мөмкинлеген ҡарау. Республиканың төрлө райондарында заманса балалар лагерҙары булдырыу өҫтөндә эш алып барыла, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Республикала Илеш районында «Орленок» кеүек терәк лагерҙар селтәрен ойошторорға ниәтләйбеҙ. Хәйбуллала ла, инженер коммуникациялары, шулай уҡ ярашлы тәбиғәт шарттары булған урында, ошондай лагерь төҙөү варианты өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте төбәк Башлығы Радий Хәбиров.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы, семинар йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар уларҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн йөкләмәләр рәүешендә рәсмиләштереләсәк, тип билдәләне һәм урындарҙа яуаплы эшләгәндәре өсөн ауыл биләмәләре етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.
Сығанаҡ: Глава РБ