Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2024, 21:35

Республика ауылдарында йәш педагогтар араһында грантҡа эйә булыусылар асыҡланды

Барлығы конкурсҡа 180 ғариза тапшырылған. 

Республика ауылдарында йәш педагогтар араһында грантҡа эйә булыусылар асыҡланды
Республика ауылдарында йәш педагогтар араһында грантҡа эйә булыусылар асыҡланды

 Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, эксперттар комиссияһы белем биреү проекттарын баһаланған, уларҙың 150-һе еңеүсе тип билдәләнгән.

Ауыл уҡытыусыларына гранттар 2019 йылда Радий Хәбиров Указы менән булдырылды.

Конкурста 35 йәшкәсә педагогтар ҡатнаша. Йыл һайын 690 мең һумлыҡ гранттар бирелә.

Ҡабул ителгән талаптарға ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәмендә 10 йыл эшләргә тейеш.

Фото:"Башинформ"

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: