Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2024, 14:11

"Яҙыл да бүләк от" акцияһы еңеүсеһен ҡотлайбыҙ!

Студент йылдарынан яҙылам был баҫмаға һәм һәр һанында һөнәри эшемдә кәрәкле мәғлүмәтте табам, файҙаланам.

"Яҙыл да бүләк от" акцияһы еңеүсеһен ҡотлайбыҙ!
"Яҙыл да бүләк от" акцияһы еңеүсеһен ҡотлайбыҙ!

Журнал аша мәғариф өлкәһендәге бар яңылыҡтар менән танышыу мөмкинлеге бар: тәжрибәле остаздар үҙенең ҡаҙаныштары менән бүлешһә, йәш уҡытыусылар өйрәнә, яңы алымдарҙы тормошҡа ашыра. Шуға ла бар коллегаларымды, шулай уҡ педагогик белем биреү йүнәлешендә белем алған студенттарҙы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылырға саҡырам. 

Редакция хеҙмәткәрҙәренә, баш мөхәррир Салауат Ғайса улы Кәримовҡа уңыштар теләйем, артабан да журнал барлыҡ педагогтарҙың төп аралашыу, кәңәшләшеү майҙаны булып ҡалһын шулай.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова,
филология фәндәре докторы, профессор,
М. Аҡмулла ис. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы

Автор: Салават Каримов
Читайте нас