Новости
29 Августа 2024, 08:29

Аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусын нисек юлларға?

Килеме төбәк йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр һәм яңғыҙ кешеләр ташламаларға — балалар пособиеһына, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияға, шулай уҡ адреслы ярҙам, мәҫәлән, бушлай аҙыҡ-түлек алыуға иҫәп тота ала.

Ташлама алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән тигән статусты рәсми раҫларға кәрәк. Бының өсөн социаль яҡлау органына йәки йәшәү урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә ғариза бирегеҙ.

📃 Ғаризаға:

- ғаилә ағзаларының паспорттарын;

- никах, балалар тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтар һәм ғаилә хәле тураһындағы башҡа документтар;

- ғаилә составы тураһында белешмә йәки йорт китабынан өҙөмтә;

- һуңғы 3 айҙағы эш хаҡы һәм башҡа килемдәр, шул иҫәптән социаль түләүҙәр, пособиелар һәм пенсиялар тураһындағы белешмәләрҙе беркетегеҙ.

➡ Һеҙгә өҫтәмә документтар кәрәк булыуы мөмкин. Тулы исемлекте ошонда ҡарарға була: vk.cc/czr0pR.

Әгәр ғаилә бөтә талаптарға яуап бирһә, һеҙгә аҙ тәьмин ителгәндәр статусын раҫлаусы белешмә биреләсәк, һәм шул белешмә нигеҙендә ташламалар алырға мөмкинһегеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас