Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь , 08:00

Бер, ике, өс, башланыҡ! 2024/2025 уҡыу йылы башы менән!

Хәйерле иртә, ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөндән барлыҡ Рәсәй уҡыу йорттарында 2024/2025 уҡыу йылы башлана!

Бер, ике, өс, башланыҡ!  2024/2025 уҡыу йылы башы менән!
Бер, ике, өс, башланыҡ! 2024/2025 уҡыу йылы башы менән!

Башҡортостанда бөгөндән ғәмәлгә инәсәк ҡануниәттәр менән танышып үтәйек:

Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе мотлаҡ була.

Шулай уҡ "Хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде һаҡлау нигеҙҙәре" тигән яңы предмет уҡытыла башлай.

Мәктәптәрҙә дәрестәр ваҡытында мобиль телефон ҡулланыу тыйыла.

Бөгөндән Мәғариф тураһында законға төҙәтмәләр көсөнә инә.

Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала.

Бөгөн ошондай закон көсөнә инә. Балалар автобус, трамвай һәм троллейбуста юл хаҡын түләүҙән азат ителә.

Юл өсөн түләмәгән беренсе төркөм инвалидтарын йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырырға ярамай.

Бөгөндән бының өсөн 30 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Бөгөндән бөтә мәғариф ойошмалары биләмәләрен дәүләт флагы урынлаштырылырға тейеш.

Быға тиклем  талап мәктәптәр өсөн генә ҡаралды.

Хәҙер  колледж-техникумдар, балалар баҡсалары, юғары уҡыу йорттары өсөн дә дәүләт флагын урынлаштырыу мотлаҡ була.

Сығанаҡ: "Юлдаш"  

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: