Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь , 13:23

Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына

Г.Р. ҠЫУАНДЫҠОВА, Бөрйән районының Байназар ауылы мәктәбе уҡытыусыһы

Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына
Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына

Бөйөк педагог В.А. Сухомлинский фекеренсә, тик хеҙмәт кенә кешене ижади, аҡыллы, мәҙәниәтле һәм белемле итә ала. Хеҙмәт кенә баланың тәбиғи үҫешен билдәләй, тыумыштан һалынған һәләтен аса ала. Эшкә өйрәткәндә һәм тормош әҙерләгәндә бер кәңәште онотмаҫҡа кәрәк: баланың йәмғиәткә ниндәй файҙа килтерәсәге тураһында ғына түгел, ә хеҙмәт уның үҙенә лә нимә бирә аласаҡлығы тураһында уйларға кәрәк. Һәр кем нимәгәлер һәләтле. Уны бары тик күрә һәм аса белергә генә кәрәк. Баланың һәләте, таланты эшсәнлек шарттарында ғына үҫә ала.

Кесе йәштән үк эшләп үҫкән мәктәптә лә әүҙем, ярҙамсыл, таҙалыҡты яратыуҙары менән айырылып торалар. А.С. Макаренко әйтеүенсә, хеҙмәт дөрөҫ ойошторолғанда бала шатлыҡ хистәре кисерә, уның тәмен тоя.

Балала яҡшыллыҡҡа ынтылыу, ыңғай үҙгәрештәр ҙә тыуҙыра: ул аҙым һайын килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ынтыласаҡ. Уға ваҡытында ярҙам итергә, бәләкәй генә уңышын да күрә белергә кәрәк. Былар балала үҙ-үҙенә ышаныс уята, ул бер ниндәй хеҙмәттән ҡурҡмайынса, уны теләп башҡарасаҡ.

Ҡайһы берәүҙәр балаға ата-әсәһенән сәләмәтлек, холоҡ сифаттары ғына түгел, ә әхлаҡ ҡағиҙәләре лә күсә тип уйлай. Юҡ, был дөрөҫ фекер түгел. Намыҫлылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, кешеләргә мәрхәмәт, хөрмәт, шәфҡәтлелек, тыуған ергә мәхәббәт сифаттары бер ниндәй гендар менән дә күсмәй. Быға тик маҡсатлы тәрбиә нигеҙендә генә ирешергә мөмкин.

Көндәлек тәжрибә беҙгә, яҡшы ата-әсәләрҙең балалары ла яҡшы булып үҫеүен күрһәтә икән, был бары тик ғаиләлә әхлаҡ ҡағиҙәләрен ҡәҙерләп һаҡлайҙар, балаларында шул уҡ сифатты тәрбиәләйҙәр тигәнде аңлата. Һәр яҡтан камил кешелә һис шикһеҙ булырға тейешле сифаттарҙың береһе – уның хеҙмәтте яратыуы, эш кешеһенә хөрмәт, һәр эште башҡарырға әҙер тороуҙан ғибәрәт. Ғаиләлә, мәктәп яны баҡсаһында, класта ҡулдан килгәнсә эшләү – тәрбиәнең мәжбүри шарты.

Бала үҫкән һайын, уның үҙ-үҙенә хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе лә киңәйә бара.

Көндәлек тормошобоҙҙа көнкүреш хеҙмәте бик ҙур урын алып тора. Өй йыйыштырыу, кер йыуыу, магазинға барыу, аш-һыу әҙерләү һәм башҡа өйҙәге эштәрҙе. Баланы көндәлек эштәр күпбашҡарырға йәлеп итеп, ата-әсә уны киләсәк тормошҡа әҙерләй, балала яратыу сифаттарын, яҡын кешеләре тураһында ҡайғырта белеү ғәҙәттәрен

тәрбиәләй.

Ата-әсә баланы өйҙәге һәр эште эшләргә өйрәтергә тейеш. Баланың күңелендә файҙалы игелекле була икән, тигән уй тыуһын. Быны балаларға бәләкәй саҡтан төшөндөрмәһәк, уға ғаиләлә лә, коллективта ла йәшәү бик ҡыйынға тура киләсәк.

Бала ололарға ярҙам итергә ярата. Ләкин ата-әсә рөхсәт итмәй. Сөнки үҙең эшләү яйлыраҡ. Мәҫәлән, бер ир бала һауыт-һабаларҙы йыуам, гөлдәргә һыу һибәм, иҙән һеперәм тип өлкәндәр янында йөрөй. Ҡатын-ҡыҙ эшенә ҡыҫылып йөрөмә, һинһеҙ ҙә эшләрбеҙ, тип ҡуя әсәйе. Ә бер ғаиләлә 15 йәшлек ҡыҙ һәм 4 малай тәрбиәләнә. Әсә, кеше эшен

яратмайым тип, бөтә эште үҙе башҡара.

Ҡыҙ бала тәүҙә эшкә ынтылып ҡарай, ләкин әсәһенең ҡыҫылма, үҙем, тигән яуабынан һуң, бөтөнләй бер нәмә лә эшләмәй.

Артабан бала өйҙәге эштәрҙең бөтәһен дә әсәһе башҡара, ә уның эше уйнау, үҙ эше менән генә шөғөлләнеү икән, тип уйлаясак. Бер нисә йылдан һуң әсә үҙе лә балаһының ял ҡау, ҡаты күңелле булыуына ғәжәп ләнер. Ә ялҡауҙы яңынан тәрбиәләүе еңел түгел. Шуға күрә вакытты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, балаға бәләкәйҙән үк дөрөҫ тәрбиә бирергә, уның хеҙмәтен дөрөҫ ойошторорға кәрәк. Беҙ өләсәй ҙәр тәрбиәһен ал ған балалар. Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, тигән девиз аҫтында үҫтек.

Уҡыу – шулай уҡ ауыр хеҙмәт. Ул ҙур көс, уҡытыусыны, иптәштәреңде тыңлап ҡына ултырыуҙы талап итә. Был сифаттарға баланы бик иртә, ләкин яйлап күнектереү зарур. Ҡыҫҡаһы, бала үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлегенә, төп уҡыу эшмәкәрлегенә әҙер булыр ға тейеш. Хеҙмәт күнекмәләре киләсәк тормош өсөн дә кәрәк буласак, ул зиһен эшмәкерлеген үҫтереүгә ярҙам итә.

Бөгөн ҡайһы бер ата-әсә баланы физик хеҙмәттән, йорт эштәренән бөтөнләй азат итә. Йәнәһе, уларҙың үҙҙәренә күп эшләргә тура килгән. Әле бала бәләкәй, үҫеп еткәс бөтәһенә лә өйрәнер. Бала саҡтың ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп уйнаһын. Үҙ ғүмерендә күп эшләргә тура килер әле былай ҙа. Бындай ғаиләләрҙә бала хатта үҙ-үҙен ҡарауҙан да азат ителә.

Бына ошондай тәрбиә алған бала эшһөймәүсән, еңел тормош яратыусан булып үҫә.

Мәктәп йәмғиәте балаларҙы хеҙмәткә өйрәткәндә уларҙа дуҫлашыу һәм ярҙамлашыу хисе тәрбиәләнһен, холоҡтары, ихтыяр көсө, мускулдары нығынһын, бергәләшеп файҙалы эш эшләүҙәре менән ғорурланыу хисе тыуһын тип тә ҡайғырта.

Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биргәндә төп һөнәрҙәр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләргә кәрәк. Районда, ауылда ниндәй һөнәр эйәләре кәрәк икәнлеген бала белеп торорға тейеш.

Бөгөн йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү ҙә беҙҙең төп бурыс. Иртәгә тормош юлына аяҡ баҫырға тейешле йәштәрҙең ата-әсәләре, олатайөләсәйҙәре үҙҙәренең аҡыллы кәңәштәре, һөнәрҙәрҙе һәм эш тәжрибәләре менән ғаиләгә һәм мәктәпкә ҙур ярҙам итә алалар.

Әхлаҡ тәрбиәһе тураһында күпме генә һөйләһәк тә, ниндәй генә махсус программалар әҙерләһәк тә, төп тәрбиә булып һәр ваҡыт хеҙмәт ҡала. Ялҡау, эш һөймәгән кеше әхлаҡи кеше була алмай. Бына шуның өсөн дә беҙҙең мәктәптә әхлаҡ тәрбиәһенең нигеҙен хеҙмәт тәшкил итә.

Һәр йыл һайын уҡыусылар мәктәп яны баҡсаһында бик ҙур эш башҡаралар: яҙ көнө бөтә мәктәп менән субботник иғлан итеп мәктәп янын, баҡсаһын таҙартып, ер ҡаҙып, йәшелсә ултыртһаҡ, йәй буйы ошо йәшелсәләрҙе тәрбиәләп, көҙөн ошо балалар үҙҙәре үҫтергән уңышты йыйып ала.

Хеҙмәт тәрбиәһе биреү төп фәндәрҙе уҡытыу процесы менән тығыҙ бәйләнештә бара. Дәрестәрҙә шулай уҡ ҡул эштәренә ҙур әһәмиәт бирелә. Хеҙмәт дәрестәрендә балалар ҡайсы менән эш итергә өйрәнә. Малайҙар балта, йышҡы тоторға өйрәнһә, ҡыҙҙар энә һабаҡлап, төрлө әйберҙәр тегә.

Бында ла ата-әсә тәрбиәһе ниндәй кимәлдә булыуы ярылып ята. Кемгәлер элементар әйберҙәрҙе лә өйрәтәһе, ә ҡайһы берәүҙәргә күнекмәләр генә үҫтерәһе ҡала.

Ҡулынан эш килгән тырыш кешеләрҙең тормошта бәхетле, матур йәшәүҙәрен барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ.

Улар ниндәй генә эшкә тотонмаһын, еренә еткереп башҡара.

Эйе, һәр бала шәхес – ул тормошто үҙенсә күрә. Шуға күрә, тормошта беҙҙең балаларыбыҙ үҙ юлдарын тапһын һәм тейешле дәрәжәлә эшләй алһын өсөн мәктәп һәм ғаилә тығыҙ бәйләнештә булып, аралашып, уртаҡ фекерҙәр табып, киләсәккә яҡты ынтылыш бирергә тейеш.

 

Һүрәттә: Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусылары

Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына
Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына
Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына
Хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: