Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь , 13:48

Күркәм ғаилә – милләт тотҡаһы

А.А. ӘЛИБАЕВА, Өфө тармаҡ технологиялары колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Күркәм ғаилә – милләт тотҡаһы
Күркәм ғаилә – милләт тотҡаһы

Маҡсат. Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу; һүҙлек запасын байытыу; коммуникатив компетенцияны, фекерләү һәләтен, тыңлап һөйләү, уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; ғаиләгә ҡарата иғтибар, ихтирам тәрбиәләү; илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү.

Йыһазландырыу. «Башҡорт теле» дәреслеге, «Ғаилә» темаһына слайдтар, менталь карталар, карточка-мотиваторҙар, ноутбук, презентация, күргәҙмә материал.

Дәрес төрө: практик дәрес.

Дәрес тибы: яңы белемде үҙләштереү дәресе.

Предмет ара бәйләнеш: рус теле, тарих, донъя сәнғәте мәҙәниәте.

Дәрес барышы

  1. Инеш. Уңайлы атмосфера булдырыу.

– Һаумыһығыҙ, студенттар! Дәресте һеҙгә ҡисса һөйләүҙән башлайым. Телде аңламаған уҡыусылар һүрәттең ситендәге кьюар-код аша инеп, ҡисса менән рус телендә таныша.

Ҡом менән таш

Уҡыусыһына ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген өйрәтергә теләгән аҡыллы остаз йәшәгән. Ул ваҡыт һынауҙарына сыҙамлы булыр өсөн һәр ғаиләнең ныҡлы нигеҙҙә төҙөлөргә тейешлеге тураһында һөйләгән.

Бер ваҡыт остаз уҡыусыһын диңгеҙ ярына саҡыра. Улар унда ике таш өйөмөн күрә. Остаз беренсе өйөмгә күрһәтеп: «Бына ғаилә ҡиммәттәрен сағылдырған таштар – мөхәббәт, хәстәрлек, ихтирам, намыҫлылыҡ, сабырлыҡ һәм тоғролоҡ. Һәр береһе ғаилә өсөн бик мөһим», – ти.

Артабан оҫта ҡомдан торған икенсе өйөмгә иғтибар итә. «Ә бына был ҡом – тормоштағы ҡалған нәмә: эш, аҡса, ваҡытлыса күңел асыуҙар», – тип аңлата.

Уҡыусы уйланып: «Ни өсөн таштар һәм ҡом бер-береһенән айырылған?» – тип һорай.

«Әгәр беҙ һарайҙы тәүҙән үк ҡом менән тултыра башлаһаҡ, таш өҫтәргә ваҡыт еткәс, уларға урын ҡалмаясаҡ. Әгәр таш менән башлаһаҡ, ә һуңынан арауыҡты ҡом

менән тултырһаҡ, барыһы ла тура киләсәк.

Ғаилә төҙөгәндә лә тәүҙә ғаилә ҡиммәт тәрен төп маҡсатҡа әйләндерергә тейешбеҙ. Көндәлек мәшәҡәттәр, эш, аҡса һәм күңел асыуҙар тормошобоҙҙо тулыландырасаҡ, әммә ғаиләбеҙҙе ныҡ бәйләнгән төп ҡиммәттәр тәү урында ҡаласаҡ», – тип аңлата остаз.

Уҡыусы дәресте аңлай һәм уны ғүмер буйы хәтерендә һаҡлай.

– Уҡыусылар, был ҡисса беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Яуаптар.)

– Тимәк, ғаилә – ул кеше тормошонда иң мөһим ҡиммәттәрҙең береһе. Тап ғаилә кешенең шәхесен фор малаштыра, йәмғиәткә, ҡатмарлы кеше-ара мөнәсәбәткә әҙерләй, рухи һәм мәҙәни сифаттар тәрбиәләй. Ғаиләнең төп маҡсаты – балаларҙы, киләсәк быуынды үҫтереү, шуға ла уның нигеҙе ныҡлы булыуы мөһим. (Дәрестә осраясаҡ яңы һүҙҙәр экранға сығарыла, рус телле балалар тәржемәләргә ҡарап эшләй.)

  • Һүҙлек эше: ҡисса – притча, ҡом – песок, таш – камень, остаз – наставник, уҡыусы – ученик, мөхәббәт – любовь, хәстәрлек – забота, ихтирам – почитание, намыҫлылыҡ – честность, сабырлыҡ – терпение, тоғролоҡ – верность, шәжәрә – родословная, эш – работа, аҡса – деньги, күңел асыу – развлечение, рухи ҡиммәттәр – духовные ценности, дуҫ – друг, дружный; ҙур – большой, бәхетле – счастливый, күп балалы – многодетная, бүләк – подарок, награда; кейәү – жених, кәләш – невеста, йола – обычай, бишек туйы – праздник колыбели, һырға туйы – продевание серег, милли байрам – национальный праздник, мәсет – мечеть, һабантуй – сабантуй, уйын – игра, ярыш – соревнование, ҡағиҙә – правило, татыу – дружелюбный, берҙәмлек – единство.
  • Артикуляцион күнегеү.

Тә-тә-тә – ултырабыҙ дәрестә,

Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса,

Ый-ый-ый – уҡыусы шиғыр уҡый,

Ыш-ыш-ыш – үҙебеҙ ниндәй тырыш.

  1. Маҡсат блогы. (Дата әйтелә, яҙыла.)

– Бөтә нимә – яҡыныңа хәстәрлек, телгә, илгә һөйөү, тәбиғәтте һаҡлау, олоно ололау, кесене ҡурсалау ҙа иң тәүҙә ғаиләлә тәрбиәләнә. Был донъяға яңы кешене ғаилә ҡаршы ала, ҙур тормошҡа әҙерләй. Ғаилә йылыһы бөтәһенә лә бик кәрәк.

Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы нисек ата ла? (“Башҡорт ғаиләһе – милләттот ҡаһы” (“Башкирская семья – опора нации”.))

III. Яңы теманы аңлатыу.

– Һеҙҙең алдығыҙҙа ятҡан кәрәҙле менталь карталарҙа ғаилә төшөнсәһен тәшкил иткән элементтар бар. Беҙ бөгөн улар менән эшләрбеҙ, тултырырбыҙ.

Башҡорт ғаиләһенең милләт тотҡаһы – ул шәжәрә. Һеҙ шәжәрәне күргәнегеҙ, үҙегеҙ төҙөгәнегеҙ бармы? (Яуаптар.)

Тимәк, шәжәрә – ул нәҫел ағасы. Башҡорт балаһы үҙенең ете быуынына тиклемге нәҫелен белергә тейеш. Ғаиләлә шәжәрәнең ир кеше яғынан төҙөлгәне борондан уҡ билдәле. Иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлтегеҙ. Ғаилә ағзаларынан кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ? (Уҡыусылар һүрәттәргә ҡарап яуап бирә.)

– Дөрөҫ яуап биргән уҡыусылар ошондай карточкамотиваторҙар ала. (Карточканы күрһәтә.) Ғаилә ағзалары ошо карточкалар аша һеҙгә ярҙам итәсәк.

Хәҙер ғаилә ағзаларын менталь карталарға яҙа йыҡ. (Яҙалар.)

– Ғаилә тураһында һүҙ алып барғанда, беҙ ғаиләнең сифаттары һәм ҡиммәттәре тураһында иҫкә алабыҙ. Улар сифат һүҙ төркөмө ярҙамында һүрәтләнә. Ә нимә ул сифат? (Уҡыусылар һүҙ төркөмө тураһында белгәндәрен әйтә, рус һәм башҡорт телендәге айырмаларҙы билдәләй.)

– Артабан сифаттар ярҙамында ғаиләне һүрәтләйек. Һүҙҙәрҙе һүҙлек менән тәржемә итергә була. (Уҡыусылар эшләй, менталь карталарға яҙа.)

Дуҫ, ҙур, бәхетле, күп балалы, көслө ғаилә – дружная, большая, счастливая, многодетная, сильная семья.

– Менталь картаның киләһе бүлеге ғаи лә ваҡиғаларына арналған, сөнки ғаилә милли мәҙәниәтте, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тапшырыу һәм һаҡлау сараһы булып тора. (Семья является средством передачи и сохранения национальной культуры, языка, обычаев, традиций.)

Башҡорт ғаиләһендә мөһим ваҡиғаларҙың береһе – ул никах. Нимә ул никах? (Яуаптар тыңлана, карточкалар таратыла.)

Башҡорттар элек-электән ғаилә ҡороуға бик талапсан ҡарай. Мәле еткәс, мулла йәштәргә никах уҡый, туғандарға бүләктәр биреү йолаһы атҡарыла.

Элегерәк башҡорттарҙа бәләкәй балаларҙы йәрәштереү йолаһы ла бул ған, ул бишек байрамы – бишектуй (бишек туйы – праздник колыбели), үҫә төшкәс үткәрелгәне һырғатуй (һырға туйы – продевание се рег) тип аталған.

Башҡорт ғаиләләре милли байрамдарҙы айырыуса ҡәҙерләй. Ураҙа, Ҡорбан байрамдары киң билдәләнә.

Ғаилә ағзалары бергә йыйыла, мәсеткә бара, ҡунаҡ саҡыра, ата-әсәләрен һәм туғандарын ҡотлай һәм һыйлай.

Һабантуй – хеҙмәт һәм күңел асыу байрамы. Ул яҙғы сәсеү тамамланғандан һуң үткәрелә. Һабантуйҙы башҡорттар ғына түгел, күп милләтле Башҡортостан

республикаһының бөтә халыҡтары ла билдәләй.

– Уҡыусылар, һеҙ ниндәй байрамдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә ҡаршылайһығыҙ? Ғаиләгеҙҙә айырым үҙенсәлекле байрамдар бармы? (Яуаптар.)

– Ғаилә ваҡиғалары ғаилә йолаларынан, милли байрамдарҙан, милли тәрбиәнән тора. (Менталь карталарға яҙыла.)

– Тыуған илгә һөйөү ҙә ғаилә һалына.

Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән яугирҙарыбыҙ әле илебеҙ һағында.

  • Тыуған ил, ғаилә тураһында мәҡәлдәр уҡыу.
  1. Ял минуты.
  2. Теманы нығытыу.

– Дәрес башындағы ҡиссаны яңынан иҫкә төшөрәйек. Дәрес темаһына иғтибар итеп, башҡорт ғаиләһе нисек булырға тейешлеген әйтәйек. (Яуаптар: ғаилә төҙөлгәндә иң беренсе таштар һалынырға те йеш.)

– Ғаиләнең ниндәй дөйөм ҡағиҙәләре бар? (Бергә булырға, бирешмәҫкә, бер-беребеҙ менән татыу булырға.)

– Карточкаларға иғтибар итегеҙ, унда һеҙгә күрһәтмәләр бар. Ә һеҙҙең ғаиләгеҙҙә ниндәй ҡағиҙәләр йәшәй? (Яуаптар.)

  1. Өйгә эш. Менталь картаның икенсе яғында тема буйынса өҫтәлмә материалдар бар. Шуларҙы ҡулланып, өйҙәтшәжәрә төҙөргә.

VII. Баһалау. (Карточка-мотиваторҙарҙы күтәреп, үҙҙәренә баһа ҡуялар.)

VIII. Рефлексия. (Уҡыусылар һөйләмдәрҙе тултыра.)

Башҡорт ғаиләһе – милләттотҡаһы, сөнки…

Ғаилә – кеше өсөн __________ сығанағы.

Ғаилә кешегә _____, _____,_____ тап шыра.

Ғаилә кешелә _____, _____, _____тәрбиәләй.

Һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, бәхет, атай-әсәйҙәрегеҙгә оҙон тигеҙ ғүмер теләйем!

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: