Шул иҫәптән һәр уҡытыусының өҫтәл китабы булып торған "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына ла күпкә арзан хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Бер айға яҙылыу хаҡы – 100 һум 80 тин, ярты йылға – 604 һум 80 тин. Индексыбыҙ – П2722.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына яҙылыусылар араһында йылдағыса «Яҙыл да бүләк от» акцияһы иғлан ителә. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен беҙгә ебәреп, бик күп киммәтле бүләктәр отоғоҙ!
Был уйында ҡатнашыу өсөн журналға кәмендә 6 айға яҙылыу шарт. Ә бүләк отоусылар ғинуарҙа билдәле буласаҡ.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына яҙылыу өсөн һүрәттәге QR-кодты сканерлап, килеп сыҡҡан адрес буйынса инеп, еңел генә яҙылып була.