Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь , 23:34

Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды

Алты йәш белгес фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.     

Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды
Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов йәш ғалимдарға фән һәм техника өлкәһендәге БР дәүләт премияһын тапшырҙы.

- Бөгөн беҙ йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан фәндең үҫешенә ҙур өлөш индереүселәрҙе тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең асыштарығыҙ республика өсөн генә түгел, ил өсөн дә файҙа килтерәсәгенә шикләнмәйбеҙ, сөнки бөгөнгө көндә фәндең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Фән илдең технологик суверенитетын булдыра, шуға ла ғалимдарҙың эше өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән йәш ғалимдар өсөн грант булдырылды. Был грантҡа 35 йәшкә тиклем аспиранттар, фән кандидаттары дәғүә итә ала. Йыл һайын 500 мең һумлыҡ  һәм 1 миллион һумлыҡ гранттар 10-шар йәш ғалимға бирелә. Шулай уҡ 2022 йылдан ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәргә субсидия формаһындағы гранттар тапшырыла.  Уның ярҙамында, мәҫәлән,  133 йәш ғалим йәшәү шартын яҡшырта алды. Өфәлә күптән түгел асылған вуз-ара студенттар кампусы ла йәш ғалимдар үҫешендә ҙур роль уйнар, тип ышанабыҙ. Ә инде 2026 йылдан Башҡортостан Башлығы указы буйынса фән һәм техника өлкәһендәге БР дәүләт премияһы суммаһы 500 мең һумға тиклем артасаҡ, -  тине Азат Бадранов. - барлыҡ лауреаттарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә яңы асыштар, дәрт, илһам, ғилми уңыштар теләйбеҙ!

 

2022 һәм 2023 йылдар өсөн премияға

Техник фәндәр өлкәһендә — Регина Хазиева, Максим Иванов, Богдан Соловьев һәм Андрей Бодылев;

Тәбиғәт фәндәре өлкәһендә — Татьяна Якупова;

Гуманитар фәндәр өлкәһендә Далмир Камалетдинов лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ!

Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды
Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды
Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды
Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы тапшырылды
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: