Новости
16 Октября 2024, 16:41

Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итә

17 октябрҙә Өфөлә халыҡ-ара конгресс башлана. Уның девизы – “Спорт. Ғаилә. Рәсәй”. Был һүҙҙәр сәләмәт тормош рәүешен һайлауҙы, ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәтләүҙе һәм тыуған илебеҙ өсөн ғорурлыҡты сағылдыра.

Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итәБашҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итә
Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итә

Форум Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үтә. Бөгөн Өфөгә Олимпия чемпиондары килә. Башҡортостан спорт министрлығынан белдереүҙәренсә, делегация составында йөҙөү буйынса 7 тапҡыр Олимпия чемпионы Светлана Ромашкина, фехтование буйынса 2 тапҡыр чемпион Софья Позднякова бар. Баш ҡалаға шулай уҡ танылған гимнаст Никита Нагорный, фехтование буйынса чемпион Софья Великая һәм башҡа спортсылар килә.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас