24 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр, шулай уҡ Курск өлкәһе халҡы өсөн 136-сы гуманитар ылау оҙатыу тантанаһы үтте.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилёва ҡатнашты.
Гуманитар ылау составында – 25 берәмек техника, шулай уҡ ағас материалдар, пилотһыҙ осоу аппараттары, генераторҙар, радиоэлектрон көрәш саралары, янғын һүндереүсе ҡорамалдар, кейем, автомобилдәр өсөн запас частар, рюкзактар, аҙыҡ-түлек һәм яугирҙарҙың туғандарынан посылкалар.
Гуманитар ылау дәүләт власы органдары, Башҡортостандың ете муниципалитеты хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм республика халҡы ҡатнашлығында тупланған. Ярҙам йыйыу шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы базаһында ойошторолдо.
Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары Анна Цивилёва ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан социаль координаторҙарға рәхмәт белдерҙе.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров гуманитар колонна водителдәре менән аралашты, уларға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хәйерле юл теләне.
Сығанаҡ: glavarb.ru