Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь , 16:26

Р. Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының IX съезында ҡатнашты

24 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының IX съезында ҡатнашты. Делегаттар дини ойошма эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, республика Диниә назараты рәйесен һәм президиумы составын һайланы.

Р. Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының IX съезында ҡатнашты
Р. Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының IX съезында ҡатнашты

Төбәк етәксеһе үҙ сығышында дини лидерҙарға әүҙем эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Республикабыҙҙа бөгөн 2 миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Башҡортостанда ислам динен тотоусылар быуаттар дауамында күп милләтле илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур өлөш индерә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республикабыҙ мосолмандарының Диниә назараты бер быуаттан ашыу тарихҡа эйә. Ул бөгөн 856 ойошманы үҙ эсенә ала, илдә иң ҙур дини идаралыҡтарҙың береһе. Рухи лидерҙарыбыҙ ил етәкселегенең тарихи ҡарарҙарын хуплауҙа берҙәм позицияла тора, республиканың йәмәғәт проекттарында әүҙем ҡатнаша. Башҡа традицион конфессия вәкилдәре менән бергә һеҙ экстремизм һәм ксенофобия идеяларына, классик исламға ят дини ағымдарға ҡаршы тораһығыҙ. Барығыҙға ла традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм.

Республика Башлығы мосолмандарҙың рухи лидерҙарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Рәсәйҙә һәм унан ситтә мохтаждарға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға, Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙға айырыуса рәхмәт. Фәләстин дәүләтенең Газа секторы граждандарына, балаларына ярҙамығыҙ өсөн. Ташҡындан һәм тәбиғәт афәттәренән зыян күргән күрше төбәктәрҙә йәшәүселәргә булышыуығыҙ өсөн. Рәсәйҙең яңы төбәктәренән, Курск һәм Белгород өлкәләренән республика ҡабул иткән ҡасаҡтарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Диниә назаратының яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстарын да билдәләне.

– Бөгөн мосолмандарҙың Диниә назараты алдында дини белем биреүҙе артабан үҫтереү, мосолман ойошмаларын нығытыу, уларҙы яҡшы әҙерләнгән дин белгестәре, ысын илһөйәрҙәр менән тәьмин итеү бурыстары тора. Һеҙгә был эштә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бергәләп Өфөнөң биҙәге һәм ғорурлығы булыр «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Бында, һеҙҙең алда, тағы бер тапҡыр әйтергә теләйем: беҙ төҙөлөштө мотлаҡ тамамларбыҙ.

***

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин республика етәкселегенә дини ойошма эшмәкәрлегенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ республика мосолмандары Диниә назаратының биш йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Артабан көн тәртибе сиктәрендә съезд делегаттары Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен һайланы. Тауыш биреү йомғаҡтарына ярашлы, алдағы биш йылға дини ойошманы йәнә мөфтөй Айнур Бирғәлин етәкләне. Ултырышта шулай уҡ Диниә назараты президиумы составы һайланды һәм дини ойошма эшмәкәрлеге йомғаҡтары тикшерелде.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Салават Каримов
Читайте нас: