+1 °С
Болотло
Балама
Нисек бәхетле булырға -
Яуабым ябай, балам.
Һәр саҡ рәхмәтле бул, тигән
Кәңәште бирә алам.
Илгә рәхмәтле булығыҙ,
Ошонда һеҙҙең төйәк.
Һауаға, һыуға һәм ергә
Ҡағығыҙ көн дә эйәк.
Риза булһын ата-әсәгеҙ,
Үҫтергәндәр бит һеҙҙе.
Зат-ырыуығыҙ ҡыуанырлыҡ
Булып йәшәһәгеҙсе!
Ике ҡулың, башың, күҙең -
Теүәлме алты һаның?
Шулай икән, алға ынтыл,
Турайтып һәр саҡ һының.
Үҙең өсөн үҙең тырыш,
Эшкә тотон таң менән!
Кешенән өмөт итмәгеҙ,
Бәхетең үҙең менән!
Һәр кешенең үҙ бәхете
Маңлайына яҙыла...
Яҙыҡ эштәрҙән тыйылһаң,
Яҡты яҙмыш яҙыла!
Балаҡайым, һүҙҙәремде
Ҡолағыңа ҡуй киртеп...
Күңелеңә, йөрәгеңә
Һеңдер ғүмерлек итеп!..
Земфира Аҡбутина