Билдәле булыуынса, конкурс өс номинацияла үтә:
Әсәйҙәргә арналған шиғыр (шағир йәки башҡарыусының авторлығында булыуы мөмкин);
Әсәйҙәр тураһында инша;
Әсәйем портреты (рәсем).
Шулай итеп, "Әсәйҙәргә арналған шиғыр" номинацияһында еңеүсе - Исҡужин Вадим, Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы (Етәксеһе: Йәғәфәрова Нәйлә Басир ҡыҙы),
"Әсәйҙәр тураһында инша" номинацияһында - Юлдашбаева Альбина, Өфө ҡалаһының М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы (Етәксеһе:Хәжиева Ләйлә Рәйеф ҡыҙы),
"Әсәйем портреты" номинацияһында - Юлфаризова Дарина, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Дәрүиш урта мәктәбе уҡыусыһы (Етәксеһе: Фәхретдинова Гөлсирә Фәсхит ҡыҙы) еңеүсе тип билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!
Артабан "Тамашасы һөйөүе" номинацияһындағы еңеүселәҙе түбәндәге һылтанмалар аша үтеп, бергәләп билдәләрбеҙ. Конкурсанттарға тауыш биреү 30 ноябрҙең 12.00 сәғ. тиклем дауам итә. Уңыштар теләйбеҙ!!!
"Әсәйҙәргә арналған шиғыр" номинацияһы https://vk.com/app7198399_-156150050#poll674222c15b49143f662c422b
"Әсәйҙәр тураһында инша" номинацияһы https://vk.com/app7198399_-156150050#poll674226b35b49143f662c4363
"Әсәйем портреты" номинацияһы https://vk.com/app7198399_-156150050#poll6742304d5b49143f662c459c
https://vk.com/app7198399_-156150050#poll6742335ae294ed1d1f745fa2