Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2024, 15:30

Арҙаҡлы шәхес хөрмәтенә

 Г.М. ҠОТЛОЕВА,  Ишембай ҡалаһы 12-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Ғ. Кәримов исемендәге премия лауреаты

Арҙаҡлы шәхес хөрмәтенә
Арҙаҡлы шәхес хөрмәтенә

Тәбиғәттең хозур ҡосағында, мөһабәт тауҙар ышығында, Ишембай районының йәмле Егән йылғаһы буйында Ғүмәр ауылы урынлашҡан. Был ауыл ер-һыуы менән генә түгел, ихлас күңелле, эшһөйәр кешеләре менән дә данлы.

Районыбыҙҙың  иң матур ауылдарының береһе ул - Ғүмәр ауылы. Ошо гүзәл тәбиғәтле боронғо башҡорт ауылында күренекле шәхес Ғайса Көнәфиә улы Кәримов тыуып үҫкән. Талантлы  уҡытыусы, журналист, фронтовик-яҙыусы Ғайса Кәримов һоҡланғыс хеҙмәт юлы үткән. Уның иңендә - педтехникум, БДУ йылдары. Ул -  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бик белемле, көслө уҡытыусы ине, оҙаҡ йылдар райондың туған телдәр буйынса методик берекмәһе етәксеһе булды, тип иҫкә алалар яҡташтары. Туған телебеҙгә сикһеҙ һөйөү, уны тәрән белеү һәм һаҡлай - Ғайса ағайҙың төп асылы. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен бала күңеленә һалып ҡына ҡалмай, уны яратырға, баһаларға һәм хаҡлы рәүештә ғорурланырға өйрәтә, сөнки шунһыҙ ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү мөмкин түгел.

Мин үҙем дә ошо принциптарға таянып эшләргә тырышам. Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре мәғрифәтсе-ғалим М. Өмөтбаевтың, замандашыбыҙ ғалим Ғайса Хөсәйеновтың яҡташы булыуым менән ғорурланам һәм улар кеүек туған телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индереүсе булыуым илһам өҫтәй.  36 йыл мәғариф системаһында эшләү дәүеремдә, Ғайса ағай һымаҡ, уҡытыусы булып та, туған телдәр буйынса район мәғариф бүлегендә методист, директор урынбаҫары булып та эшләү бәхете тейҙе. Әле ҡалабыҙҙың 12-се лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам. Беҙҙең төбәктә нәшер ителгән "Торатау" гәзитендә балалар менән  миҙгел һайын оло байрамдарға бағышлап, "Елкән" битен сығарабыҙ. Ул бит сыҡҡан көндәр балалар өсөн ҙур байрамға әйләнә. Ошо ҡушымтаға уҡыусыларҙың ижади эштәрен йыйыу минең етәкселектә үтә, һәм был эш үҙемдең күңел талабыма  ла тап килә, мин үҙем дә шиғырҙар, парсалар ижад итәм.

     2010 йылда Ишембай районында һәм ҡалаҙында ижади эшләгән уҡытыусыларҙы бүләкләү өсөн Ғайса  Кәримов исемендәге премия булдырылды. Быйылғы уҡыу йылында мин дә арҙаҡлы  шәхес Ғайса Көнәфиә улы Кәримов исемендәге премияға лайыҡ булдым. Хөрмәтле уҡытыусы исемендәге был премия -  ябай уҡытыусы өсөн  оло баһа һәм ҙур яуаплылыҡ. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең Ишембай ерендә ошо премияға тиҫтәнән ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ булды. Миңә тиклем Ғайса Кәримов исемендәге премия бирелгән, ҡанатланып эшләп йөрөгән коллегаларым менән ғорурланам. Был мәртәбәле бүләк быйыл 15-се тапҡыр бирелде. Был иһә районыбыҙҙың туған тел уҡытыусылары эшен баһалауҙа ҙур роль уйнай, эшкә дәртләндерә. Оло  шәхес исемен мәңгеләштергән Ишембай районы хакимиәтенә һәм мәғариф бүлеге етәкселегенә барлыҡ коллегаларым исеменән сикһеҙ рәхмәтемде белдергем килә. Оло рәхмәт һүҙҙәрен бөгөн эшләп йөрөгән 12-се лицей  коллекттвына ла, үҙебеҙҙең методик ойошма уҡытыусыларына ла еткерәм, сөнки бындай уңыш ҡулға–ҡул тотоноп эшләгәндә генә яулана, тип уйлайым.

Ғайса Көнәфиә улы Кәримов исемендәге премияны киләсәк йылдарҙа эшләү өсөн этәргес көс, дәрт-дарман биреүсе илһам сығанағы итеп ҡабул итәм, был бүләктең ғүмерле булыуын теләйем. Ихлас тойғоларымды  яратҡан журналыбыҙ “Башҡортостан уҡытыусыһы” аша юллайым, сөнки уның да педагогтар хеҙмәтендә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур, баҫманың хеҙмәткәрҙәренә ижади үрҙәр, уңыштар юлдаш булһын!

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: