Новости
27 Ноября 2024, 09:59

Башҡорт әҙәби телендә ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы

Л.М. ХӨСӘЙЕНОВА, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла  исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры

Әҙәби телдең төп күрһәткестәре – уның орфографик һәм орфоэпик нормаларының теүәл үтәлеше, йәғни дәүләт органдары тарафынан ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе практик йәһәттән мәжбүри рәүештә ҡулланыу. Шулай ҙа практикала бер нисә вариантта яҙылған һүҙҙәр осрай.

Хәҙерге башҡорт теленең орфографияһы өлкәһендә бәхәсле һорауҙарҙы өс төркөмгә  бүлеп ҡарарға мөмкин: ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы, ҡушма һүҙҙәрҙең һәм ҙур хәрефтәрҙең яҙылышы (бер нисә һүҙҙән торған ойошма атамалары, ырыу-ҡәбилә, диалект һәм һөйләштәрҙең яҙылышы тураһында һүҙ бара). Был мәҡәләлә тәүгеһенә туҡталабыҙ.

Ялғауҙарҙың яҙылышында түбәндәге осраҡта хаталар осрай, шуға ла төп ҡағиҙәләрҙе барлап сығайыҡ.

  1. Үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау ҡушыу.

Белеүебеҙсә, һуҙынҡы өндәргә бөткән һүҙҙәргә ҡушылған ялғауҙар [л], [н] өнөнә башлана (бәләне, бәләләр). Башҡорт һүҙҙәрендә  бөтә һуҙынҡылар ҙа һүҙ аҙағында килә алмай, мәҫәлән, [у], [ү], [и] (ни, ти һүҙҙәренән башҡа). Тау, барыу, килеү тигән һүҙҙәрҙә ‘у’ һәм ‘ү’ хәрефе тартынҡы өндө белдерә, шуға ла уларға тартынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә ҡушылған ялғауҙар яҙыла. Әгәр һүҙ аҙағында ‘и’ хәрефе килә икән, тимәк, был үҙләштерелгән һүҙ (ни, ти һүҙҙәренән тыш). Һүҙ аҙағындағы ‘и’ хәрефе [ий] өнө булып ишетелә һәм ялғау [й] өнөнә ҡушыла: Сочиҙа, жюриҙы, таксиҙа, мариҙар. Өҫтәп шуны ла асыҡлайыҡ: һүҙ аҙағындағы, шулай уҡ һүҙ уртаһындағы ‘е’ хәрефе тик бер өндә генә белдерә, [й] өнө ишетелмәй, шуға ла һүҙ уртаһында был өн ишетелә икән, бер өндө белдергән ‘е’ хәрефе алдынан ‘й’ хәрефе яҙыла: хәйерле, кейем, Гөлйемеш, Аҡйегет.

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙ аҙағында ‘е’ ‘э’ хәрефтәре килә икән, был һүҙҙәргә ҡалын ялғау ҡушыла: желенан, атташела, каноэға, Улан-Удэла, предприятиела, ательенан..

  1. Нәҙеклек билдәһе менән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең яҙылышын иҫтә ҡалдырыу өсөн ҡағиҙә: 1) әгәр үҙләштерелгән һүҙҙәр -ль, -нь, -мль, -кль, -рмь, -рзь, -рфь, -фть хәрефтәренә бөтә икән, ‘ь’ билдәһе төшөп ҡала һәм нәҙек ялғау ҡушыла; 2) әгәр үҙләштерелгән һүҙҙәр  -рь (ай исемдәренән тыш), -зь, -сь, -чь, -шь, -сть хәреф ҡушылмаларына бөтә икән, ‘ь’ (‘ть’) билдәһе төшөп ҡала һәм ҡалын ялғау ҡушыла (-ст бөткән һүҙҙәр ҙә ошо ҡағиҙәгә ҡарай): фестивалгә, шампунгә, пристандәр, кремлгә, спектаклдән, Пермгә, ферзде, верфтең, нефтте; секретарҙа, маздың, описты, тушты, ведомосҡа, власы, часҡа, санчасҡа, повесҡа, солисы, тексы.
  2. Үҙләштерелгән һүҙҙәр -фт(ь), -фт, -йд, -нд, -рд, -кт, -лт, -мт, -нт, -рт, -рк, -лк, -ргтартынҡыларына бөтә икән, ялғау ҡушҡанда улар һаҡлана:   нефттең, ландшафтты, лифттан, рейдты, фондты, рекордты, актты, болтты, почтамтта,  комендантты, стандартты, циркка, полкка, профоргка (иҫкәрмә - шрифтың, шрифҡа, шрифтан, шрифы(на).
  3. Үҙләштерелгән һүҙҙәр -сть, -ст, -зд, -пт, -вт, тартынҡыларына бөтә икән, ялғау ҡушҡанда -т, -ть төшөп ҡала: рецепҡа,  рецебы(на), терапевҡа, терапевы. стратонавт, терапевт, фармацевт Иҫкәрмә: түбәндәге һүҙҙәр был ҡағиҙәгә буйһонмай – ландшафтҡа, лифтҡа, шрифтҡа.
  4. Һүҙ аҙағында  килгән ҡуш тартынҡылар (-нг, -ск,  -нк, -оск, -иск, -уск, -ик, -амп) менән ялғау араһында ‘ы’ йәки ‘е’ хәрефе яҙыла:лозунгылар, лозунгының, лозунгыға; киоскылар, киоскының, киоскыға, дискыны, пропускыға, отпускынан, флангынан.
  5. Үҙләштерелгән һүҙҙәр -к, -гхәрефенә бөтә икән,  ялғау -к хәрефенә башлана: барака, металлургка,  комсоргка, парторгка,  хирургка, драматургка, профоргка.
  6. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙә тартынҡылар ҡыҫҡармай: Донбассҡа, Кронштадтта, Брестҡа, Улан-Удэла, Приморьела, Бакуҙан. ‘Ь’ хәрефенә бөткән исемдәрҙә ялғау ҡушҡанда ул төшөп ҡала: Рязангә, Пермдә Әгәр ‘ск’ өн ҡушылмаһына бөтһә, башта ‘и’ һуҙынҡыһы, артабан ялғау яҙыла:   Минскиға, Омскиҙан.
  7. Фамилияларҙа килгән -ов ялғауы ирен гармонияһын боҙа: Йосоповтың. Рус телендәге -ев, -ин формалары менән яһалған башҡорт фамилияларында, нигеҙе нәҙек булһа, аңҡау гармонияһы һаҡлана: Исмәғилевтең, Бикчәнтәевтең, Ғәлиевтең, Әхмәтшиндең. Ундай фамилиялар артыҡ күп түгел.
  8. Һуңғы ваҡытта йыш ҡулланылған яугирһүҙенең яҙылышына ҡарата ла асыҡлыҡ индерәйек. 1981 йылға тиклем, әлеге ғәмәлдәге орфоргафия ҡабул ителгәнсе, бындай һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда һуңғы ижектәге һуҙынҡы өнгә ҡарап, ялғау ҡушыла ине: тарихтәр, командирҙәр, мундирҙәр, пассажирҙәр, банкирҙәр, ювелирҙәр, турнирҙәр, яугирҙәр. 1981 йылда ҡабул ителгән яңы, әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған орфография буйынса, бер һүҙ эсендә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар булған һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда һуңғы өнгә иғтибар ителә: был һүҙҙәрҙә һүҙ аҙағындағы [х], [р] өндәре ҡаты, шуға ла ҡалын һуҙынҡылы ялғау ҡушыла: тарихтар, командирҙар, мундирҙар, пассажирҙар, банкирҙар, ювелирҙар, турнирҙар, яугирҙар. Әйткәндәй, яугир һүҙе ҡалын ялғауҙары менән 1981 йылдан һуң сыҡҡан һәр һүҙлектә (Р.Ғ. Аҙнағоловтың, Н.Ф. Суфиянова менән З.Ҡ Ишмөхәмәтовтың орфография һүҙлектәрендә, “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”ндә) теркәлгән, шуға ла  был һүҙҙең ике төрлө яҙылышы башҡорт теленең орфоргафияһын боҙоу булып иҫәпләнә.
  9. Яҙма һәм һөйләү телмәрендә йыш ҡулланылған БР һәм РФ аббревиатураларына ялғау ҡушҡанда, һуңғы хәреф атамаһына иғтибар итергә кәрәк: БР-ҙың(хәреф атамаһы ‘эр’), РФ-тың (хәреф атамаһы ‘эф’).

Телдең орфография бүлеге ошо телдә аралашҡан һәр бер кешегә хеҙмәт итә, шуға ла уны белеү һәм дөрөҫ ҡулланыу бик мөһим. Әлбиттә, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре ҡатып ҡалған күренеш түгел, тик уға үҙгәрештәр индереү тейешле тикшереү үткәрелеп, теге йәки был форманың практик йәһәттән ҡулланылышын анализлағандан һуң ғына дәүләт комиссияһы тарафынан раҫланып, яңыртылырға мөмкин. Әлегә беҙ БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Ҡарары менән 1981 йылдың 22 октябрендә раҫланған “Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы” менән ҡулланабыҙ.

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас