Новости
27 Ноября 2024, 11:05

Башҡорт теле дәрестәрендә студенттарҙың уҡыу грамоталылығын үҫтереү алымдары

Ф.С. ИСҠУЖИНА,   Өфө күп профилле һөнәр биреү колледжы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре

Маҡсат: башҡорт теле дәрестәрендә уҡыу грамоталығын үҫтереүҙә әүҙем ҡулланылған ҡайһы бер отошло алымдар менән таныштырыу,  текст өҫтөндә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр: коллегаларымдың башҡорт теле дәрестәрендә уҡыу грамоталығын үҫтереүҙең отошло алымдарын аңлауҙарына һәм ыңғай ҡабул итеүҙәренә ирешеү; уларҙы үҙ эш тәжрибәләрендә ҡулланыу теләге формалаштырыу.

 

Оҫталыҡ дәресенең төп этаптары:

  1. Һайланған тема менән ҡыҙыҡһындырыу.
  2. Белемдәрҙе актуалләштереү.

III. Отошло тип табылған метод һәм алымдар менән таныштырыу.

  1. Оҫталыҡ дәресенә йомғаҡ яһау.
  2. Рефлексия.

Оҫталыҡ дәресенең барышы

  1. Һайланған тема менән ҡыҙыҡһындырыу.

 

– Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Оҫталыҡ дәресен башлайбыҙ. Уны башлар алдынан фәһемле бер миҫал менән танышып китәйек.

“Уҡытыусы: “Уҡыусылыр, бөгөн һеҙ дәрестә башҡорт халҡының күркәм бер сифаты менән танышасаҡһығыҙ. Ошо тексты иғтибар менән уҡығыҙ, йөкмәткеһен үҙләштерегеҙ”, – тигән.  Уҡыусылар шунда уҡ эшкә тотонған, ә уҡытыусы шым ғына бүлмәнән сығып киткән. Уҡыусылар текстың йөкмәткеһе буйынса үҙ-ара фекер алышҡан, бәхәсләшкән, нимәлер иҫбатларға тырышҡан. Шулай бер ни тиклем ваҡыт үткәс, бүлмәгә уҡытыусы килеп ингән дә: “Балалар, был текстан нимәләр белдегеҙ?” – тип һораған. Уҡыусылар, береһен-береһе уҙҙырып, башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы  тураһында белеүҙәрен һөйләгәндәр. Тик бер уҡыусы ғына бер нимә лә өндәшмәй торған да уҡытыусыһының өҫтәленә сынаяҡ менән сәй алып килеп ултыртҡан. “Һинең сығышың иң яҡшыһы булды, – тип маҡтаған уҡытыусы уны. – Һин мине тәмле сәй менән ҡыуандырҙың, бының менән һин текстың мәғәнәһен нисек үҙләштереүеңде күрһәттең”, тигән. “Ул бит бер һүҙ ҙә әйтмәне”, – тип аптыраған уҡыусылар. “Практик эштәр һүҙгә ҡарағанда күпте һөйләй ала,” – тип яуаплаған уҡытыусы. 

– Хөрмәтле коллегалар, был уҡытыусының эшмәкәрлегендә ниндәй методик алым ҡулланылған? (Үҙ аллы белем алыу, практик белемдең әһәмиәте.)

Ысынлап та, уҡытыусы үҙ аллы хеҙмәт аша эҙләп табылған белемдең ныҡлы булыуын аңлап эш иткән. Әйтелгәндәрҙән сығып, белем биргәндә иң мөһиме нимә икәнлеген билдәләй алабыҙмы? Беҙ балаларҙы нимәгә өйрәтергә тейешбеҙ?

– Ә белемде тормошта ҡуллана белеүҙе икенсе төрлө нисек әйтергә мөмкин? (Функциональ грамоталылыҡ.)

  1. Белемдәрҙе актуалләштереү.

– Билдәле булыуынса, яңы быуын федераль дәүләт белем биреү сдандарттары функциональ грамоталылыҡты үҫтереүҙе мөһим урынға ҡуя. Функциональ грамоталы кеше үҙенең ғүмер буйы үҙләштергән белем һәм күнекмәләрен кеше эшмәкәрлегенең бар өлкәләрендә, аралашыуҙа, социаль мөнәсәбәттәрҙә ҡуллана алыуға һәләтле булырға тейеш. Функциональ грамоталылыҡ уҡыу, математик, фәнни-тәбиғи, компьютер, юридик, иҡтисади, экологик грамоталылыҡтарҙы үҙ эсенә ала. Ә уҡыу грамоталығы функциональ грамоталылыҡтың үҙәген тәшкил итә. Уҡыу грамоталылығы – уҡығанды аңлай, анализлай, ҡуллана алыу һәләте ул. Башҡорт теле дәрестәрендә текст менән эштең маҡсатҡа ярашлы дөрөҫ ойошторолоуы ошо сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә лә инде.

Текст менән эш түбәндәге уҡыу күнекмәләрен үҫтереүҙе талап итә:

  • текстың һәм уның өлөштәренең төп фекерен билдәләү;
  • ундағы мәғлүмәтте аңлау;
  • мәғлүмәтте маҡсатҡа ярашлы үҙгәртеү;
  • бирелгән мәғлүмәттең ни дәрәжәлә дөрөҫ булыу, булмау кимәлен баһалау;
  • текстан алынған мәғлүмәтте икенсе бер үҙгәртелгән осраҡта ҡуллана алыу.

Мин үҙемдең эш тәжрибәмдә башҡорт теле дәрестәрендә текст менән эш барышында уҡыу грамоталылығын үҫтереүҙең төрлө алымдарын уңышлы һәм әүҙем ҡулланам. Уларҙың иң отошло тип иҫәпләгәндәре менән һеҙҙе лә таныштырып китмәксемен.

III. Функциональ грамоталылыҡты үҫтереүҙең отошло тип табылған алымдары менән таныштырыу.

“Логик эҙмә-эҙлекте билдәлә” алымы

– Был алым күләмле мәғлүмәтте тейешле эҙмә-эҙлелектә хәтерҙә ҡалдырырға, йөкмәткене аңларға, ундағы бәйләнештең асылына төшөнөргә, тәнҡитле фекер йөрөтөргә, хәтерҙе, логик фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә. Уны дәрестең төрлө этабында ҡулланырға мөмкин.

Хөрмәтле коллегалар, хәҙер мин һеҙгә эҙмә-эҙлелеге боҙолған факттар менән текст тәҡдим итәм, ә һеҙ ундағы һөйләмдәрҙе, бәйләнешле текст барлыҡҡа килерлек итеп урынлаштырығыҙ.

А. Мин һәм яуҙаш дуҫтарымдың һәр береһе азатлыҡ өсөн һуғыштың изге маҡсатына бар йөрәгебеҙ менән ышандыҡ.

Б. Шуны оноторға ярамай: Бөйөк Еңеүҙе ниндәйҙер әкиәт геройҙары түгел, ә илен һөйгән ябай халыҡ яуланы.

В. 1945 йылдың сикһеҙ бәхетле май иртәһе һәр саҡ хәтеремдә.

Г. Аҡылдың иҫәрлекте еңеүе, яҡтылыҡтың – ҡараңғылыҡты, азатлыҡтың – иҙеүҙе баҫыуы кеүек үк, Еңеүҙең иң юғары идеалдарына табындыҡ.

Д. Ул көн донъяла Бөйөк Еңеүҙең һәм тотош кешелек өсөн ҙур үҫештең тантаналы таңы булараҡ ҡабул ителде. 

(Текстар таратып бирелә, аҙаҡ эш тикшерелә.)

“Тексты реконструкциялау” алымы

– Был алым бер нисә өлөштән торған тексты берләштереүҙе йә иһә тексты бирелгән шартҡа ярашлы өлөштәргә бүлеүҙе күҙ уңында тота.

(Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар бер нисә текст өлөштәренән мәғәнә яғынан тамамланған һөйләмдәр, бер-береһе менән төрлө саралар ярҙамында бәйләнгән текст төҙөй. Төрлө варианттар бирелә. Кәрәкле урындарҙа үҙгәрештәр индерергә рөхсәт ителә.)

  1. Әйтәйек, мордва телен миңә махсус өйрәнергә тура килмәне, былай. Әхмәт ағай менән Никитино ауылындағы Сергей ҡартҡа ер һөргән саҡта, “икмәк, тоҙлоҡ” белем алынған. Шул да тормошта ярап ҡалғылай.
  2. Тел – күңел асҡысы. Ул юҡ икән, бер-береңдең күңелен  аса алмайһың. Барыһынан да бигерәк, бала саҡта төп иғтибарҙы белем алыуға бирергә кәрәк. Белемде алыуы ғына ауыр, ә үҙләштерһәң, ғүмер буйына уның файҙаһын күрәһең, бер ниндәй ҙә ауырлығы – йөк булыуы тойолмай. Математика, геометрия фәндәре тормошта, бигерәк тә хәҙерге беҙҙең алдынғы техника заманында, бик кәрәкле ғилемдәр.
  3. Ә бит аҙаҡ, ҙурайғас, миңә тормошта итальяндар, немецтар, испандар, инглиздәр һәм башҡалар менән күп осрашырға тура килде. Ләкин береһе менән дә маңлай яҙып һөйләшә алманым, бары тик тәржемәсе ярҙамында ғына аңлаштыҡ. Эшме ни был!
  4. Хәҙер мин йәш булһам, ни эшләргә кәрәклеген бик яҡшы белер инем. Иң элек мин, әгәр шарттар булһа, сит ил телдәрен өйрәнер инем. Берҙән, бала саҡта кеше отҡор була, икенсенән, ул өйрәнгәнең  бар ғүмереңә ҡала.

(Текст таратыла, эш үтәлгәс, ул тикшерелә, һығымталар яһала, автор – Б. Бикбайҙың  тексы менән сағыштырыла.)

Был алымды телмәр стилдәрен өйрәнгәндә лә ҡулланыу отошло буласаҡ. Мәҫәлән, студенттарға төрлө стилдәге текстар бергә ҡушып бирелә, ә улар төҫлө маркерҙар ярҙамында фәнни, публицистик стилдәрҙе билдәләйҙәр.

Ҡыҙырас – бәләкәс кенә йыуантыҡ буйлы, терпенең арҡаһы шикелле тырпайып торған сөм-ҡара сәсле, күгәрсен йомортҡаһы шикелле сып-сыбар һипкел баҫҡан йомро битле, ҡош мороно шикелле бәләкәс кенә сәкәй танаулы, уяу, теремек малай (З. Биишева).

 Үҙ шәжәрәңде, нәҫел-нәсәбеңде белеү башҡортта элек-электән мөҡәддәс бурыс һаналған. Күренекле мәғрифәтсе-ғалим һәм әҙип Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев та, ошо турала һүҙ йөрөтөп, аҫаба башҡорт өсөн үҙенең сығышын, йәғни ырыуын белеү – иң мөһим сифаттарҙың береһе, тип яҙып ҡалдырған (М. Нәҙерғолов). 

Тимәк, айырым кешеләрҙең генә түгел, ә бер милләт кешеләренә хас булған милли холоҡтоң барлығын фәндең төрлө өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыусы ғалимдар ҙа таный. Күреүегеҙсә, милли холоҡ тормоштоң төрлө осраҡтарында төрлөсә сағылыш таба. 

(Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға текстар һәм маркерҙар таратыла. Әҙәби стилде – һары, публицистик стилде – йәшел, ғилми стилде ҡыҙыл төҫ менән буярға ҡушыла. Аҙаҡтан үтәлгән эштәр анализлана.)

   “Хатаны тап” алымы

– Был алымдың маҡсаты – студенттарҙы тексты иғтибарлы уҡырға өйрәтеү, булған белемгә таянып, текста бирелгән мәғлүмәттең ни дәрәжәлә дөрөҫ булыу, булмау кимәлен баһалай алыу күнекмәһен үҫтереү, төрлө типтағы хаталарҙы табырға, тәнҡитле фекер йөрөтөргә өйрәтеү.

Уҡытыусы текстар әҙерләй һәм уларҙағы хаталарҙы табырға ҡуша. Студенттар тексты анализлау, эшкәртеү, төҙәтеү өҫтөндә эшләй һәм аҙаҡтан, эш тамамланғас, һығымта яһала.

 (Ҡатнашыусылар тыныш билдәләре төшөп ҡалған өҙөк өҫтөндә эшләй.)

Башҡорт тәбиғәт балаһы шунлыҡтан уның тәбиғәт ҡосағында иркенлектә ҡай яғыңа ҡараһаң да күҙ күреме етмәҫлек киңлектә тыуған бөйөк ауыҙ-тел ижады фольклоры эпосы мәшһүр ҡурайы оҙон көйө аҡыл һәм хис-тойғонан туҡылған юғары шиғриәте һоҡланғыс бейеүе бар. Быларҙы бер халыҡ та ҡабатлай ҙа уҙа ла алмай быуат-быуаттар буйы ул гәүһәрҙәр шымарған камиллашҡан һәм бөгөнгө юғары нөктәһенә килеп еткән. (Ә. Әминев.) 

 “Сюжет таблицаһы” алымы

Кем?

Нимә?

Ҡасан?

Ҡайҙа?

Ни өсөн?

 

 

 

 

 

 

Таблица менән эштең асылы шунда: студент тексты уҡыу барышында һорауҙарға яуап биреп, уның “һөлдәһен” төҙөй. Таблица өҫтөндә ентекле эш текстың сюжетын аңлы үҙләштереүгә булышлыҡ итә.

Насар иптәштәр

Атаһы улының насар иптәштәр менән йөрөүен һиҙеп ҡала. «Улым,  ти,  улар менән дуҫлашма: улар һине аламалыҡҡа өйрәтер!»

«Дөрөҫ,  ти улы,  улар насар кешеләр, ләкин минең арҡала төҙәлһендәр өсөн, юрамал улар менән йөрөйөм».

Шул саҡ атаһы бер нисә серек алма ятҡан кәрзинде ала, улар араһына бер алһыу алма менән таҙа таш һала. «Өс көндән килербеҙ һәм ни булғанын ҡарарбыҙ»,  ти ул.

Өс көн үтә. Улар нимә күрәләр һуң? Таҙа алма яртыһына тиклем серегән, ә таш үҙгәрмәгән.

«Күрҙеңме? Әгәр һин ошо таш кеүек ныҡ булһаң, үҙ теләгеңде тормошҡа ашыра алырһың. Әгәр ҙә инде алма кеүек йомшаҡ булһаң, үҙең алама иптәштәр араһында боҙолорһоң»,  ти атаһы улына. (“Семья и школа” журналынан.)

Һорауҙар. 1. Текста нимә тураһында һүҙ бара? 2. Иптәшлек, дуҫлыҡ хаҡында ниндәй уйҙаһың? 3. Һинең иптәш-дуҫтарың бармы? Улар һиңә ниндәй йоғонто яһай? 4. Ысын иптәш, дуҫ хаҡында кемдең ниндәй әҫәрҙәрен уҡығаның бар? 5. Атайҙың  “таш кеүек” һәм “алма кеүек” тигән  һүҙҙәренә ниндәй мәғәнә һалынған? 6. Атаһының улына әйткән һүҙҙәренә нисек ҡарайһың? Һинең алдағы тормошоңа ул фәһем бирәме?

(Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға ошо текст буйынса эш бирелә.)

Кластер төҙөү

– Был алымды төрлөсә итеп ижади ойошторорға мөмкин. Уны болоттан тамсылар тамыуы, ҡояштың нурҙары, виноград тәлгәше һ.б. формаһында эшләргә була.

Мәҫәлән, уртаға, ҡояш һүрәте эсенә, терәк һүҙ яҙыла һәм уның нурҙарына был һүҙҙең мәғәнәләрен асыҡлаусы һүҙҙәр теркәлә бара. Кластер төҙөү алымы текстағы мөһим төшөнсәләрҙе асыҡ итеп күҙ алдына килтерергә, йөкмәткене аңлы үҙләштерергә ярҙам итә. Был студенттың кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табып, дөйөм контекстан айырып алыу, тексты аңлау һәм үҙ фекерен дөрөҫ итеп еткерә белеү күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. (Практик яҡтан “Сюжет таблицаһы” алымынан һуң үтәлә.)

  1. Оҫталыҡ дәресенә йомғаҡ яһау.

– Бөтә әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай һығымтаға киләбеҙ: функциональ грамоталылыҡ  – ул кешенең әйләнә-тирә мөхит менән мөнәсәбәткә инеү һәм тиҙ арала уға яраҡлашыу, унда һөҙөмтәле эшләй алыу һәләте. Уның үҙәге булған уҡыу грамоталылығына өйрәтеүгә нигеҙ башланғыс кластарҙа уҡ һалынып, йүгерек, аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу күнекмәләрен артабан үҫтереү һәм уларҙы тормошта ҡулланырға өйрәтеү өҫтөндә эш системалы, даими алып барылырға тейеш. Шул ваҡытта ғына беҙ хәҙерге белем биреү системаһы талаптарына ярашлы юғары белемле, интеллектауль яҡтан үҫешкән, донъя картинаһының айышына төшөнә алған шәхес формалаштырыуға өлгәшә аласаҡбыҙ.

  1. Рефлексия.

–  Ә хәҙер оҫталыҡ дәресенә бергәләп һығымта яһайыҡ. Бының өсөн таҡталағы фекерҙәрҙе дауам итергә кәрәк. Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә тәҡдим ителгән алымдарҙы текст менән эш барышында әүҙем ҡулланабыҙ икән, беҙ, һис шикһеҙ, студентта

уҡыуға ҡарата ... ҡараш,

... тәрбиәләй аласаҡбыҙ,

уның ... уҡыуына өлгәшәсәкбеҙ. (Ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу, аңлы.) Бындай сифаттар, үҙ сиратында, студенттың киләсәктә шәхси һәм социаль проблемаларҙы уңышлы хәл итә алыуына булышлыҡ итәсәк.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас