Новости
27 Ноября 2024, 10:07

Ейәнсураның аҫыл улы

С.А. ТАҺИРОВА, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты, доцент

Ейәнсураның аҫыл улыЕйәнсураның аҫыл улы
Ейәнсураның аҫыл улы

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Толомбаев Вадим Зәйнулла улы  быйыл үҙенең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Вадим Толомбаев 1969 йылдың 28 июнендә Ейәнсура районының Үрге Мәмбәтша ауылында  тыуған.  Урта белемде Үрге Муйнаҡ, Абзан  ауылы мәктәптәрендә ала. Башҡорт дәүләт  педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Киләсәге өмөтлө студентты  күреп, башҡорт теле кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы,  профессор  Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халикова 3-сө курстан уны фәнни конференцияларҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашырға йәлеп итә. Факультетты уңышлы тамамлағас, йәш белгес башҡорт теле кафедраһында ассистент булып эш башлай, аспирантураға көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. 2001 йылда күренекле  ғалимә Р.Х. Халикова етәкселегендә «Башҡорт тамғалары һәм уларҙың атамалары: лингвистик тикшеренеү» тигән  темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Вадим Зәйнулла улы  төрлө йылдарҙа   кафедрала ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй, башҡорт филологияһы факультетында тәрбиә эштәре урынбаҫары, 2003 – 2012 йылдарҙа   көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә уҡыу-уҡытыу  эштәре буйынса декан  урынбаҫары, факультеттың уҡытыу-методик комиссияһы рәйесе була. Вадим Зәйнулла улы төбәк-ара, республика, ҡала  кимәлендә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, уҡытыу мәсьәләре менән бәйле сараларҙа  теләп ҡатнаша.  Ул күп йылдар  даими уҙғарылған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының, уҡыусылар өсөн уҙғарылған олимпиаданың ғәҙел, юғары компетентлы  жюри ағзаһы, берҙәм региональ имтихан комиссияһы рәйесе булараҡ ҙур эш башҡара. Вадим Толомбаевтың фәнни тикшеренеү өлкәһе – башҡорт теленең грамматик системаһы, этнолингвистика.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Вадим Зәйнулла улы бакалавриатта “Хәҙерге башҡорт теле. Морфология”, “Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙъяһалыш”, “Юридик текстарҙың тәржемәһе”, “Фәнни текстарҙың тәржемәһе”, “Филологик фәндәрҙе өйрәтеүҙә информацион-коммуникацион технологиялар ҡулланыу”, “Дөйөм тел ғилеме”, “Башҡорт тел ғилеме”, “Башҡорт теле практикумы”, “Башҡорт теле  (дәүләт теле булараҡ)”, “Башҡорт теленең стилистикаһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә өйрәтеүҙә цифрлы технологиялар”, магистратурала “Эшлекле башҡорт теле”, “Лингвистик типология”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа компьютер технологиялары” предметтарын  алып бара. Уҡытыусы-ғалимдың төплө әҙерлекле, практик йүнәлешле, заманса техник сараларҙың бөтә мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланып үткәргән мауыҡтырғыс лекция, семинар, лаборатор дәрестәрен студенттар көтөп ала. Ул йыл һайын  йәй айҙарында студенттар менән диалектологик практикаға юллана. Вадим Зәйнулла улының фәнни-методик  эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше – тел уҡытыуҙа компьютер технологияларын файҙалырға өйрәтеү. Был ҡыҙыҡһыныуҙары уны  информатика, компьютер технологиялары буйынса белемен камиллаштырыуға алып килә: Вадим Зәйнулла улы магистратура тамамлай.

Алынған яңы теоретик белем, тел ғилемен өйрәтеүҙәге оло тәжрибә нигеҙендә Вадим Зәйнулла улы  магистратураға «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа цифрлы технологиялар» тигән программа төҙөй. Был программа  бигерәк тә мәктәп уҡытыусылары араһында ҙур һорау менән файҙаланды, уларҙың һөнәри компетенцияһын формалаштырыуҙа, заман техник саралары менән эш итә белеү күнекмәләрен үҫтереүҙә әһәмиәтле булды. Уның етәкселегендә ойошторолған был өлкәләге  өҫтәлмә белем биреү курстары ла  системалы үткәрелгән курстарҙан һанала.

В.З. Толомбаев – Рәсәй гуманитар фәнни фонды  һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары еңеүсеһе. Ул – башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара платформаһын төҙөүселәрҙең береһе, дәүләт телен башҡорт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн «Башҡорт теле» (5-се класс) уҡытыу-методик комплексының авторҙар коллективы етәксеһе.

Вадим Зәйнулла улы бөгөн Аҡмулла университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында төп көстәрҙең береһе. Кафедрала, факультетта үткән бөтә сараларҙы ла кимәлле ойоштоуҙа уның да өлөшө бар. Оло тәжрибәле, төплө белемле, тыныс холоҡло Вадим Зәйнулла улы коллегалары, студенттар араһында ҙур хөрмәт,  абруй менән файҙалана.

В.З. Толомбаев – бәхетле шәхес. Гүзәл тәбиғәтле Ейәнсурала тыуыуы, абруйлы уҡытыусылар  Толомбаевтар династияһын лайыҡлы дауам итә алыуы,  күңеленә ятҡан эше,  яратҡан ғаиләһе, студент саҡта уҡ табып ҡауышҡан һөйөклө тормош иптәше – билдәле уҡытыусы Эльза Юрис ҡыҙы – янында булыуы, мөхәббәтле ғаиләлә рухлы, уңған  балалар тәрбиәләүе, үҙе һайлаған һөнәргә тоғро, туған халҡы  өсөн файҙалы булыуы менән  бәхетле беҙҙең замандашыбыҙ.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас