Полилингваль белем биреү актуаль темаларҙың береһе, сөнки беҙ күп милләтле илдә йәшәйбеҙ. Бөгөн үҫеп килгән йәш быуында үҙ-үҙен танып белеү, полимәҙәни фекерләү, толерантлыҡ, патриотизм тойғоларын формалаштырыуҙа мөһим сара булып тора. «Полилингвизм» һүҙе латын теленән «поли» – күп тигән төшөнсәне аңлатһа, «lingua» – тел тигәнде белдерә. Полилингвист – кәм тигәндә өс телдә аралаша алған кеше.
Сит телдә аралашыу өсөн ҙур һүҙлек байлығы талап итә. Тимәк телде өйрәнеүҙе бала саҡтан башларға кәрәк. Шулай уҡ сит телдәрҙе өйрәнеү хәтер, фекерләү, ҡабул итеү, күҙ алдына килтереү һәләтенә ыңғай йоғонто яһай, баланың дөйөм телмәр һәләтен үҫтерә.
Беҙҙең төп бурыс – мөрәжәғәт ителгән телмәрҙе аңларға өйрәтеү, иң ябай телмәр сараларын ҡулланып, тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешкә инеү; үҙ фекерҙәрен һәм тәьҫораттарын белдереү; һүҙлекте әүҙемләштереү; үҙенсәлекле өндәрҙе әйтеүҙе формалаштырыу. Телдәрҙе өйрәнеүҙә уйындар һәм уйын технологияларын ҡулланыу иң уңайлыһы һәм һөҙөмтәлеһе. Дәрестә уйын технологияһын ҡулланыу:
Бында бигерәк тә дидактик уйындарҙың роле ҙур. Дидактик уйындар – балаларҙы уйланырға, эҙләнергә, фекер тупларға, берләштерергә, күнекмәләрҙе тормошта ҡулланырға өйрәтә.
Дидактик уйындар ғәҙәттә 3 төп төргә бүленәләр
1) тәбиғи предметтар һәм материалдар менән бәйле уйындар;
2) өҫтәл уйындары;
3) һүҙлек уйындар.
Предмет менән уйындар ваҡытында уйынсыҡ һәм реаль предметтар ҡулланыла. Уйын ваҡытында бала предметтарҙы сағыштырырға, оҡшаш һәм айырымалы яҡтарын асыҡларға өйрәнә; предметтарҙың үҙенсәлектәрен: төҫө, ҙурлығы, формаһы, сифаты менән таныша.
Баланы әйләнә-тирәләге предметтар менән таныштырғанда уның һөйләмен үҫтереүгә лә әһәмиәт бирергә кәрәк. Предметтар, уларҙың исемдәре менән таныштырғас, һүҙсән уйындарҙа шул исем - атамаларҙы төрлө вариантта ҡулланыу отошло.
Мәҫәлән, «Был нимә?» тигән уйынды алайыҡ.
– Был алма
– «Алма» һүҙе немец телендә нисек тәржемә ителә?
– дөрөҫ, der Apfel. Алма ниндәй төҫтә була?
– ҡыҙыл, һары, йәшел.
– немец теленә төҫтәрҙе кем тәржемә итер?
Ә киләһе этапта «Һүрәттәргә һүҙҙәр тап», «Дөрөҫ – дөрөҫ түгел», «Күрһәтегеҙ һәм атағыҙ» һәм башҡа төрлө уйындар ҡулланабыҙ. «Күрһәтегеҙ һәм атағыҙ» уйынында һәр бала темалар буйынса иллюстрациялар күрһәтә һәм һүрәтте рус, башҡорт, немец телдәрендә атай. Был уйын күп функциялы, уны бөтә темаларҙы нығытыу маҡсатында үткәрергә мөмкин. Баланың һәләтенә ҡарап, күнекмәләр ҡатмарлаштырырға йәки ябайлаштырырға мөмкин. Мәҫәлән: көсһөҙ балаға мин һүҙҙәр әйтәм, ә ул күрһәтә, ә көслө бала үҙе күрһәтә һәм атай. Йыш ҡына парҙарҙа эшләүҙе ҡулланам. Мәҫәлән: «мин әйтәм, ә һин күрһәтерһең». Бер бала тема буйынса һүҙ әйтә, ә икенсе бала тейешле һүрәт, уйынсыҡ күрһәтә, йә атай.
Өҫтәл уйындары – парлы картиналар, лото, домино уйындары инә.
Парҙары буйынса картиналарҙы һайлау маҡсатынан – балаларға иң башта ябай биремдәр бирелә, мәҫәлән, «Найди слово «школа». Балалар бирелгән һүҙ теҙемдәренән немец һәм башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе табып әйтәләр.
Артабан эш ҡатмарлана бара: бала предметтарҙы тышҡы күренештәре менән генә түгел, мәғәнәһе буйынса ла айыра. Мәҫәлән, бөтә бирелгән һүҙҙәр араһында тик «мәктәп» темаһына ғына ҡараған сифаттарҙы табырға тейештәр (Мәҫәлән, яңы, alt, schön, өс ҡатлы, красивая, rund, маленькая, gross, современная, lang, kurz, уютная)
Шулай уҡ башланғыс кластарҙа ҡабатлау дәресендә домино уйынын уйнарға мөмкин. Доминоның бер яғына башҡорт телендә, ә икенсе яғына – немец телендә яҙырға мөмкин.
Полилингваллек – ваҡыт бойороғо, поли телле булыу абруйлы. Былар барыһы ла тел һәм мәҙәни айырмаларға толерантлы мөнәсәбәтте күҙ уңында тота, уҡыусыларҙа милләт-ара аралашыу мәҙәниәтен формалаштыра.
Әҙәбиәт