XIX – XX быуат баштарында Өфө ҡалаһы төрлө йәһәттән киң генә үҫеш ала. Ҡала етәкселеге урындағы интеллигенция менән берлектә Өфөнөң ижтимағи-мәҙәни тормошон йәнләндереү, мәғрифәтте үҫтереү буйынса әүҙем эш йәйелдерә. XIX быуаттың 60-сы йылдарында Өфө губерна канцелярияһы составынан Статистика Комитетының айырым учреждение булып айырылып сығыуы ла крайҙа фәндең, мәҙәниәттең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән,1864 йылда Статистика Комитеты ағзалары Өфөлә ҡала музейын төҙөү инициативаһын күтәреп сыға. Бының хаҡында А.А. Пекерь үҙенең “Өфө губернаһы музейы хаҡында тарихи очерк” тип исемләнгән хеҙмәтендә ентекләп яҙып үтә. Китап 1891 йылда Өфө губернаһы типографияһында донъя күргән. Автор яҙып үтеүенсә, Статистика Комитетының 1864 йылдағы апрель ултырышында комитет секретары Гурвич үҙенең сығышында башҡа губерналарҙағы кеүек Өфөлә лә музей төҙөү кәрәклеген әйтә. Докладсы музейҙың ауыл хужалығы, завод, промыслалар өсөн һәм боронғо һәм яңы тормош-көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалымдар ҡуйылған күргәҙмә урыны булып та хеҙмәт итергә тейешлеген әйтә. Гурвичтың фекеренсә, был музей минерологтар, археологтар, тарихсылар үҙҙәренә эҙләнеү-тикшеренеү эше өсөн материал таба алырлыҡ урын булырға тейешле. Ойоштороу эшенең башында элекке губернатор С. Аксаков, Статистика Комитеты ағзалары К.А. Бухь, А.В. Тимашев, Н.А. Гурвичь, А.А. Пекерь, В.И. Власовтар тора.
Пекерҙың мәҡәләһендә музейға йыйылған экспонаттарҙың тупланыу тарихы ентекләп бирелә. Илек тоҙ промыслаһы хужалары тарафынан музейға тоҙ таштарынан эшләнгән ваза, шәм һәм тоҙ һауыттары, мунсаҡтар килтерелгәнлеге әйтелә. Миәсс промыслаһы хужаһы, тау инженеры, подполковник Романовский 1865 йылда музейҙың археология бүлегенә Миәс ерҙәрендәге ҡәберлектәрҙән һәм кургандарҙан табылған бронза дәүеренә ҡараусы предметтар бүләк итә. Хеҙмәттә Урал тауының көнсығыш итәгендә ятҡан Миәсс ерҙәренең кургандарға бай булыуы, йәмғеһе һигеҙ кургандан тимерҙән эшләнгән ат егеү ҡорамалдары, балдаҡтар, баҡырҙан уҡ-һөңгө баштары, көмөш алҡалар һәм беләҙектәр табып алынып музейға тапшырылыуы тураһында әйтелә. 1874 йылда Миңзәлә полицияһы управлениеһы тарафынан Дербеден ауылы эргәһендә 14 бронза эш ҡорамалы – ураҡ һәм кәйләләр табыла. 1890 йылдың майында Миңзәлә башҡорто кальчуга табып музейға тапшырған. Ә 1878 йылда инде Өфө ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә боронғо ҡәберлек табыла, унан оҫта итеп эшләнгән алтын һәм көмөш биҙәүестәр, сынйырҙар, һөйәк пластиналар сығарыла. Был табылдыҡтарҙы дворянин Новиков музейға тапшыра. Музейҙа, шулай уҡ, Пугачев ихтилалдарынан ҡалған граната, пушка кеүек яу ҡоралдары, боронғораҡ дәүергә ҡараған тимер баш кейеме, кольчугалар, һөңгөләр, Уралда һәм Пермь яҡтарында табылған йәшмәнән һәм кварцтан эшләнгән сүкеш һәм кәйләләр, Базилевскийҙың дачаһында табылған көмөш ураҡ, урын алған.
XIX быуатта Өфө ҡалаһында мәрхәмәтлелек ойошмалары әүҙем генә эшләй башлай. В.А. Новиковтың 1861 йылда “Ырымбур губерняһы яңылыҡтары” гәзитендә сыҡҡан “Өфөлә ярлылар һәм асарбаҡтар өсөн төҙөлгән йорттарҙың төҙөлөшө хаҡында фекерҙәр” тигән хеҙмәте был йүнәлештәге эшмәкәрлек тураһында бай ғына мәғлүмәт бирә. Мәҡәләһендә В.А. Новиков илдә хәйерселәрҙең тормошон еңеләйтеү буйынса байтаҡ эштәр эшләнеүе – комитеттар төҙөлөүе, шәхси ярҙамдар күрһәтелеүе, хәйриә балдары, концерттары ойошторолоуы хаҡында яҙа. Шәфҡәтлелек ойошмаларының төп маҡсатын ауыр матди хәлдәге кешеләргә аяҡҡа баҫырға, үҙ көсө менән эшләп көн күреүҙәренә булышлыҡ итергә тырышыуҙа күрә.
Мәҡәлә авторы Рәсәйҙә хәйерселекте булдырмау, уны иҫкәртеү буйынса ҡабул ителгән закондарҙы, норматив акттарҙы телгә ала, хәйерселекте булдырмау буйынса төп яуаплылыҡтың ҡала, ауыл һәм земство полицайҙарына һалынғанлығын әйтә. 1852 йылда Министрҙар Комитеты тарафынан хәйерселәр һәм асарбаҡтар тураһында положение эшләнгән була. Ошо документҡа ҡарата үҙ ҡарашын белдереп, автор ҡулға алынған хәйерселәрҙең эшен тикшергән мәлдә уларҙы төрмәлә түгел, ә махсус йорттарҙа тоторға, шуның менән былай ҙа эштәре тығыҙ булған полицайҙарҙың эштәрен бер аҙ еңеләйтергә булыр ине тигән фекер менән сығыш яһай. Мәҡәләһендә автор хәйерселәр йортон тотоу буйынса яҡынса сығымдарҙы ла билдәләй. Ятып тороуға ағас һике, һалам тултырылған түшәк-мендәр, өҫтәренә киндер күлдәк, сабата, ашарҙарына ҡара икмәк, тоҙ, кеүәҫ алыуға күп сығым да кәрәкмәй тип белдерә хеҙмәт авторы. Ул бындай йорттарҙа хәйерселәрҙе уҡытыуҙы, һөнәргә өйрәтеүҙе лә аҙ сығымдар менән ойошторорға мөмкин тип билдәләй.
Өфө губернаһы Статистика комитетында ҡаланың үткән тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә була. В.А. Новиков тарафынан 1879 йылда “Өфө дворяндары тарихы буйынса материалдар йыйынтығы” әҙерләп баҫтырыла. Ғалим был хеҙмәтен “Бөйөк Мәскәү кенәзе Андрей Курбский тарихы”, “Разряд кенәгәһе”, XVII быуатҡа ҡараған Себер йылъяҙмаһы, Император фәндәр академияһының археографик экспедиция материалдары, П. Рычков яҙмаларына, Карамзин, Соловьев кеүек тарихсылар хеҙмәттәренә һәм башҡа документтарға таянып яҙған. Китапта Өфө ҡалаһына нигеҙ һалғандан алып ҡуйыла килгән воеводалар, төрлө дәүерҙәрҙә Өфө эргәһенән ер алған дворяндар исемлеге ентекле бирелә. XIX быуаттың етмешенсе йылдарында Өфө зыялылары араһында ҡаланың өс йөҙ йыллыҡ юбилейын үткәреү кәрәклеге тураһында күп кенә һүҙҙәр була, күрәһең. Өфө Статистика комитеты был һорауға етди ҡарай. Комитет секретары Н.А. Гурвич ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың аныҡ датаһын билдәләү маҡсатында Өфөнән сыҡҡан күренекле тарихсы-ғалим П.П. Пекарскийға мөрәжәғәт итә. Академик П.П. Пекарскийҙың “Өфө һәм Һамар ҡалалары ни өсөн һалынған?” тигән хеҙмәте шулай тыуа. Был китап Санкт-Петербург ҡалаһында 1872 йылда донъя күрә. Хеҙмәт Өфө ҡалаһының тарихы буйынса тәүге етди фәнни хеҙмәттәрҙең береһе булып тора. Академик Пекарский П. Рычковтың 1759 йылда сыҡҡан “Ырымбур тарихы” хеҙмәтенә таянып, Өфө ҡалаһының 1573 йылда башҡорттарҙың Рус батшалығына үтенестәре буйынса төҙөлә башлауы хаҡында яҙа. Башҡорттар Ҡазанды алыҫ күреп, һалым тапшырыуға уңайлы булһын өсөн үҙҙәренә айырым ҡала төҙөүҙәрен һораған, тип белдерә ғалим. Ғалим историограф Мюллерҙың хеҙмәттәренә лә һылтанма яһай. Академик Пекарский Һамар һәм Өфө ҡалаларының нигеҙләнеүе тарихы һәм уның сәбәптәре буйынса төп мәғлүмәттәрҙе Рус хакимиәте сит ил эштәре министрлығының Мәскәүҙәге төп архивында һаҡланған Ҡырым һәм нуғай эштәре документтары араһында һаҡланыусы хаттарҙан, грамота һәм приказдарҙан юллай. Нуғай ханы Исмәғилдең улы Урус менән Иван Грозныйҙың улы Федор Иванович араһында Өфө һәм Һамар ҡалаларын төҙөү айҡанлы ҡыҙыу хат яҙышыуҙар була. Нуғай хандары рус батшаһының был ҡарарына үтә ҡаршы була. Хаттарҙа Нуғай хакимдары Һамар, Ағиҙел йылғалары буйы ерҙәрендә рустарҙың элек бөтөнләй булмауы, был ерҙәр менән әүәлдән үҙҙәренең хакимлыҡ итеүҙәре, шул сәбәпле башҡорттарҙан һәм истәктәрҙән килгән һалымды рустар менән бүлешкеләре килмәүҙәрен, шул сәбәпле Өфө һәм Һамар ҡалаларын һалыуға ҡаршы булыуҙарын белдерә. Хеҙмәттә рус хакимлығының нуғайҙарға Һамар һәм Өфө ҡалаларының һалыныуы сәбәбен ентекләп аңлатҡан хаттарҙан да өҙөктәр килтерелә. Рустар нуғайҙарға ҡалалар төҙөүҙең төп сәбәбе Волга буйы ҡасаҡтарынан, бурҙарҙан һеҙҙе һаҡлау тип белдерә.
Академик Пекарский үҙенең хеҙмәтендә рус илселәренә Өфө ҡалаһы Себер ханы Күсемдең башҡорттарҙан яһаҡ йыя башлауы айҡанлы төҙөлдө тип нуғайҙарға аңлатырға ҡушылған 1586 йылдың сентябрендә яҙылған наказды килтерә. Шулай уҡ, 1586 йылдың ноябрендә нуғай илселәренең нуғай ерендә Рус батшалығының Өфө һәм Һамар ҡалалары булырға тейеш түгел тигән талаптары менән Әстрханға килеүҙәре хаҡында ла яҙып үтә ғалим. Бөтә ошо мәғлүмәттәрҙән сығып, академик Пекарский Һамар һәм Өфө ҡалалары 1586 йылда һалынған булған тигән һығымта яһай. Ғалимдың ошо хеҙмәтенә нигеҙләнеп тә Өфө ҡалаһының 300 йыллыҡ юбилейын 1886 йылда үткәреү буйынса ҡарар ҡабул ителә.
Өфө губернаһы Статистика Комитеты ағзалары булып торған авторҙар тарафынан Өфөнөң 300 йыллыҡ юбилейына ҡарата байтаҡ ғилми хеҙмәттәр баҫтырып сығарыла. Комитет секретары Н.А. Гурвичтың ни өсөн ҡаланың юбилейын 1886 йылда үткәрергә ҡарар итеүҙәрен аңлатып яҙған мәҡәләләре бар. Н.А. Гурвич был мәҡәләһендә ҡаланың нигеҙләнеүе ваҡыты итеп П.И. Рычков, Н.М. Карамзин, И.В. Жуковскийҙарҙың Мәскәүҙән Өфөгә воевода Иван Нагой килгән ваҡытты – 1574 йылды күрһәтеүҙәренә ҡаршы килмәй. Хатта ҡаланың нигеҙләнеүен 1560 йыл менән билдәлгән хеҙмәттәрҙең булыуын телгә ала. Йәнә Өфөнөң урынында борон башҡорттарҙың Тура-Тау исемле ҡалаһы булыуын да әйтеп үтә. Әммә Гурвич академик Пекарскийҙың Мәскәү менән нуғай ханлығы мөнәсәбәттәре тураһындағы документтарҙа актив күрһәтелгән 1586 йыл датаһын ҡаланың нигеҙләнгән йылы тип таныуҙы яҡлап сыға. Ә ҡаланың юбилейын үткәреү көнө итеп 1579 йылда Өфө сиркәүенә Ҡазан Изге Ана иконаһы килтерелгән көндө – 8 июлде билдәләйҙәр. Һөҙөмтәлә, 1886 йылдың 8 июлендә бик киң программа менән Өфө ҡалаһының 300 йыллыҡ юбилейы билдәләнә, байрам бер нисә көн дауам итә.
Өфө ҡалаһының һалыныу ваҡыты, тарихы хаҡында ғилми эҙләнеүҙәргә ҡоролған хеҙмәттәр XX быуат башында ла донъя күрә тора. В.Е. Ефремовтың “Өфө крайы тарихы тураһында” тигән ғилми хеҙмәте “Ырымбур уҡыу округы вестнигы” баҫмаһының (“Вестник оренбургского учебного округа) 1913 йылғы һандарында донъя күрә. Ғалимдың был хеҙмәтендә Өфө крайының XVI быуат аҙаҡтары һәм XVII быуаттарҙағы тарихы өйрәнелә.
Е.Е. Ефремов Өфө тарихын крайҙағы сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни, тормош-көнкүреш үҫеш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дүрт осорға бүлеп ҡарай:
Ғалим край тарихындағы тәүге ике дәүерҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. XVI быуаттың икенсе яртыһы һәм XVII быуаттар дәүере тарихы буйынса сығанаҡтарҙың бик аҙ булыуын әйтеп үтә. Ул Өфөләге тәүге нығытманы воевода Иван Нагой 1974 йылда төҙөткән тип билдәләй, ә ҡала булараҡ һалына башлауын 1586 йылдың яҙы тип күрһәтә. Автор разряд кенәгәһенә нигеҙләнеп, Өфө халҡының үҫеше буйынса статистик мәғлүмәттәр килтерә. Мәҫәлән, XVII быуат уртаһында Өфө ҡалаһында халыҡ составы түбәндәгесә булған: баяр балалары – 48; стрелецкийҙар башлығы – 1; йөҙ башы – 3; тылмас – 2; яңы суҡындырылғандар һәм татарҙар – 13; ҡарауылсылар һәм ҡапҡасылар, эш кешеләре – 42; черкастар – 13; йәйәүле уҡсылар – 200; атлылар – 100 һәм бөтәһе – 431; служилый башҡорттар – 888.
Е.Е. Ефремов үҙенең ғилми хеҙмәтендә Рычковтың топографик хеҙмәттәренә таянып, XVII быуат урталарындағы Өфө ҡалаһының төҙөлөшөн һүрәтләй: ҡаланың Ағиҙел (Белая Волжанка) һәм Һыу-тиләк (Сутолока) йылғалары араһында урынлашыуы, ҡаланан сыҡҡан-кергән алты ҡапаҡаһы булыуы хаҡында яҙа. Боронғо урамдар ҙа шул юл йүнәлешенә ҡарап аталыуын әйтә: Ҡазандан Кремлгә илткән юл йүнәлешендәге урам Ҡазан урамы (Казанская), Себергә киткән иҫке юл йүнәлешендәге урам Себер урамы (Сибирская). Йәнә Илья сиркәүе урынлашҡан урам Ильинская, Мәскәү тракты, бер осонда тоҙ ҡайнатылған Усольская урамдары телгә алына. Ғалим Өфө ҡалаһының бер нисә йөҙ йыл дауамында иҡтисади йәһәттән бик үҫешә алмайынса, ҙур булмаған хәрби пост хәлендә ҡала килеүен билдәләй.
Өфө крайы тарихы буйынса икенсе докладында иһә автор ҡала тирәләй служилый кешеләргә ерҙәр бүленеп бирелә башлауы, шул рәүешле ауылдар барлыҡҡа килеүе хаҡында әйтә. XVII быуат тарихи яҙмаларында иһә Ҡыҙыл Яр, Чесноковка, Енгалыш, Дуваней, Сорвиха кеүек ауылдарҙың (бөтәһе 8 ауыл) исеме күренеүе хаҡында яҙыла. Крайҙы колонизациялауҙа монастырҙар ҙа әүҙем ҡатнашҡан, уларға Өфө эргәһенән ерҙәр, крәҫтиәндәр бирелгән. Мәҫәлән, Өфөләге Успеньский ирҙәр монастыренә Чесноковка һәм Дуваней ауылдары крәҫтиәндәре беркетелгән булған.
Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә Өфө ҡалаһы тарихына ҡағылышлы йәнә байтаҡ ҡыҙыҡлы сығанаҡтар һаҡлана. Уҙған быуаттарҙың гәзит-журналдарында, статистик яҙмаларҙа, отчеттарҙа, календарҙарҙа, төрлө ижтимағи ойошмаларҙың уставтарында Өфө ҡалаһының тарихи һулышын тойорға мөмкинселек бар.
Әҙәбиәт