Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2024, 10:00

Һүҙ ҡәҙере һәм көсө

(Ә. Вәхитовтың “Һүҙ хаҡында баллада”әҫәре буйынса)  М.Ф. ДӘҮЛӘТШИНА, Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Маҡсат.  Әнүр Вахитовтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау; “Һүҙ хаҡында баллада” әҫәрен өйрәнеү;   сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә һүҙҙәрҙең айырмаһын  билдәләү;  күмәкләп    һүҙҙәргә  дөйөм  төшөнсә биреү;  һүҙҙәрҙе анализлау,  һығымта  яһау;   һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәр  үҫтереү  өҫтөндә эшләү.       

Уҡыу-методик комплект: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының VI класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек.  В.И.  Хажин, Ә.Х. Вилданов.

     Планлаштырылған һөҙөмтәләр:             

  Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш:   үҙ-ара  хеҙмәттәшлек  итергә, үҙ  фекерен иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға өйрәтеү,  иғтибарлылыҡ сифаттарын үҫтереү. Һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуын, мәғәнәһен аңларға өйрәнеү, һүҙ менән һаҡ  булыу кәрәклеген аңлатыу.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсеңде тыңлай белеү, эшләү процесында бер-береңә ярҙам итеү, эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ йүнәлештә үтәү, дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: Әнүр Вахитовтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау, “Һүҙ хаҡында баллада” әҫәрен өйрәнеү, күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә һүҙҙәрҙең  айырмаһын  билдәләү; күмәкләп    һүҙҙәргә  дөйөм  төшөнсә биреү, һығымта  яһау;  һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәр  үҫтереү  өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: ноутбуктар, проектор, һүҙлектәр, Әнүр Вахитовтың портреты, дәреслектәр.

 

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.Психологик комфорт булдырыу. (“Бүләк” йыры яңғырай.)

      – Хәйерле иртә, уҡыусылар! Бер-берегеҙгә уңыштар теләп, күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ! Экранға күҙ һалайыҡ та бергәләп уҡыйыҡ.

Иң яғымлы, иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

Атай, һинең менән донъя йәмле,

Шат йылмая һәр көн әсәйем,

Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,

Тыныс күңел менән йәшәйем.  (Фирүзә Абдуллина.)   

– Шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырында нимә хаҡында һүҙ бара? (Ғаилә тураһында. 2024 йыл – Ғаилә йылы.)

– Эйе. Илебеҙҙең президенты Владимир Путин 2024 йылды  “Ғаилә йылы” тип иғлан итте. Һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ, тулы булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙгә муллыҡ-бәрәкәт теләйем!

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

     – Уҡыусылар, дәрестең темаһын һәм маҡсатын  бергәләп уйларға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн алдығыҙҙа ятҡан эпиграфҡа һәм экранға иғтибар итегеҙ.  Уҡыған өҙөктән сығып, теманы билдәләйбеҙ.

“Беҙ тормошта шуға иғтибар итмәйбеҙ: кеше үҙ ғүмерендә күпме яҡшы эш эшләй, башҡаларҙы ҡыуандыра, хатта бәхетле итә – ул ниндәйҙер дәрәжәлә һүҙгә, беҙ һөйләгән хәбәргә, әйткән һүҙгә бәйләнгән. Әҙәм балаһы хата яһай икән, был да ҡайһы саҡта ул әйткән һүҙгә эйәреп сыға. Һүҙҙең ҡәҙере, көсө  лә шундалыр, моғайын.”   

– Текста нимә хаҡында һүҙ бара? (Һүҙҙең ҡәҙере,  көсө-ҡеүәте тураһында.)

– Дөрөҫ фекерләйһегеҙ, уҡыусылар. Был өҙөк ҡайһы яҙыусының  ниндәй әҫәренән алынған? (Яҙыусы  Әнүр Вахитовтың “Һүҙ хаҡында баллада” тигән хикәйәтенән.)

– Дөрөҫ. Тимәк, дәрестең темаһын нисек билдәләрһегеҙ? (Һүҙ ҡәҙере, һүҙҙең көс-ҡеүәте.)

  – Хикәйәнең исемендә ниндәй һүҙ аңлашылмай?  (“Баллада” һүҙе.)      

   –  Алдығыҙҙа ятҡан һүҙлектән ҡарап, һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлағыҙ. (Уҡыусылар эшләй. Экранда  күрһәтелә.)

– Дәфтәрҙәрегеҙгә һүҙлек эшен теркәп ҡуйығыҙ, дәрес барышында башҡа һүҙҙәргә лә иғтибар итерһегеҙ.

Һүҙлек эше: баллада – хикәйәт йәки әкиәткә нигеҙләп яҙылған бәләкәй әҫәр, аманат – васыят, завещание; хыянат – измена, предательство; фәһем – урок, шаһит – свидетель.

– Автор был һүҙгә ниндәй аңлатма бирә? Текстан уҡырға мөмкин.  (Әхмәҙулла бабай авторға һүҙ көсө, һүҙ һөйләү  белеү хаҡында бик күп хикәйәттәр һөйләгән, шуны автор баллада тип атаған.)

III. Маҡсат ҡуйыу.

– Артабан эште дауам итәбеҙ. Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр инегеҙ? (Уҡытыусы менән берлектә маҡсаттар билдәләнә.)

– Әҫәр менән таншҡанда нимәләр аңлашылманы? Нимәләрҙе асыҡларға теләр инегеҙ? Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләү – бөгөнгө дәресебеҙҙең бурыстары булып торор. (Дәфтәрҙәргә тема яҙыла.) 

 – Артабанғы эш барышында үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барырһығыҙ. Артабанғы эште нисек күҙҙаллайһығыҙ, уҡыусылар? Өйгә эш итеп нимә бирелгәйне? (Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға әҙерләнергә, шулай уҡ хикәйәт  буйынса һорауҙар төҙөргә ине.)

  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

– Был эш өсөн, моғайын, ике төркөмгә бүленеп, аяныслы яҙмыштар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшһәк яҡшы булыр. Һеҙгә проблемалы һорау бирәм: “Әхмәҙулла бабай авторға ниндәй үпкә белдерә?” Дәрес аҙағында ошо проблеманы  асыҡларға тейешбеҙ. Ә хәҙер һеҙ төҙөгән һорауҙар буйынса төркөмдәрҙә эшләйек.

1-се төркөмгә һүҙ.

–  Әхмәҙулла бабай авторға ниндәй хикәйәт һөйләй? (Текстан табырға.)

– Ул ниндәй шәхестәрҙе иҫкә ала?

– Кемдәр улар Аҡмулла,Туҡай, Ғафури?  (Әҙерләнгән уҡыусылар ҡыҫҡаса  мәғлүмәт бирә.)

 – Был  ваҡиғалар нисәнсе йылдарҙы үҙ эсенә ала? (1918 йылдарҙы.)

– Халыҡты ни өсөн сходҡа йыялар? (Аҡтарҙың походный штабтарын туҙҙырғандар, шул ваҡиға сәбәпле.)

 

– Кем ул Дәүләтбай ? Ул сходта нимә тип уйлай? (Ошо урынды текстан табырға, 188 – 189-сы биттәр.)

– Атаман ниндәй фарман бирә?

 – Үлгәндәрҙе ҡайҙа ерләйҙәр?

 – Ул урынды халыҡ нимә тип атай?

 – Дәүләтбай ауылдаштарын ерләгәндә ниндәй вәғәҙә бирә? (Текстан табырға.) Уның  артабан яҙмышы нисек хәл ителә? Ул үҙенең вәғәҙәһен үтәйме ? Нисек?

  1. V. Ял минуты.(“Бүләк” йырын йырлайҙар.)
  2. Фишбоун.

–  Әҫәрҙәге  төп проблеманы билдәләү;

– төп геройҙың тормоштағы маҡсатын билдәләү;

1.Төп проблема – ысын ир һүҙе.

  1. Дәүләтбайҙың тормошон ике өлөшкә: төрлө йыйындарҙа, мир сходтарында ла ҡатнашмағанға тиклемге һәм унан һуңғы бүлеп ҡарайыҡ. Ҡатнашмағанға  тиклемге маҡсаты: ил-йорт проблемаларынан ситтә ҡалып, кеше менән ҡатышмай, шым ғына йәшәп ятыу.  Сходта ҡатнашҡандан һуңғы маҡсаты: ерҙә үлектәр, яралы кәүҙәләр араһында аҡылынан шашҡан  шикелле, сәстәрен йолҡҡолап, ерҙә аунай, үкереп илай. Уйламай әйткән һүҙе нигеҙендә, халыҡты ҡара ҡайғыға һала. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, һүҙһеҙ генә үлгәндәрҙе ерләшергә ярҙамлашып йөрөй, ҡәбер тупрағына  эйелеп, ерҙе үбә. Һуңынан аҡтарға күрмәгәндәрен күрһәтә, уларға йәшен була.
  2. Беренсе осраҡта маҡсатына ирешеү өсөн  иртәнән ҡара кискә тиклем үҙ ояһында быстырлай, бар нимәнән ситтә ҡала. Икенсе осраҡта– оло бәләгә тарыған ғәйебе өсөн  ысын ир һүҙен биреп, Граждандар һуғышы осоронда батырлыҡтар күрһәтә, орден ала.
  3. Перекрестная дискуссия (бәхәс).

(Һәр уҡыусы геройҙы яҡлап, өс-дүрт аргумент яҙа; аргументтар микрогруппаларҙа берләштерелә. Һәр микрогруппа (һайлап алып) геройға ҡарата бишәр аргументтан торған исемлек тәҡдим итә; аргументтарҙың дөйөм исемлеге төҙөлә; класс ике төркөмгә бүленә. 1-се төркөм Дәүләтбайҙы яҡлай яҡлай; 2-се төркөм Дәүләтбайҙы тәнҡитләй. Сиратлап берәр аргумент килтерелә һәм шунда уҡ ҡаршы төркөм менән кире ҡағыла.)

Дәүләтбай шым ғына йәшәп ята; үҙ донъяһында ғына ҡайнай; кеше менән ҡатышмай.

1-се аргумент: Дәүләтбай ағай үҙен ғәйепле һанай, үҙ хатаһын аңлай.

Кире ҡағыу: үҙ хатаһын аңлағанға тиклем, ни өсөн бөтәһе өсөн яуап бирә, халыҡты ҡара ҡайғыға төшөрә.

2-се аргумент: Дәүләтбай ағай халыҡҡа ысын ир һүҙе бирә: “Мин һеҙҙең алда ғәйебемде ҡаным менән йыуырмын, туғанҡайҙар”. Ул васыятын үтәй. Граждандар һуғышында ҡатнаша, батырлыҡтар эшләгәне өсөн орден ала.

Кире ҡағыу: ул бөтә  халыҡ өсөн яуап биреп, ауылдаштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, һәләк итә.

(Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң, берҙәм, позитив фекергә килтертеү. Дәреслектән миҫалдар таптырып уҡытыу.)

Позитив фекер:  геройҙы ла аңларға була:  нимә генә эшләһә лә – барыһы ла халыҡ хаҡына.

– Ошоларҙан сығып, һығымта яһағыҙ әле, уҡыусылар!  (Ә. Вахитовтың “Һүҙ хаҡында баллада” тигән хикәйәтендәге аяныслы хәл-ваҡиғалар әйткән һүҙгә бәйләнгән.) 

VII. Теманы нығытыу.

А. Эште төркөмдәрҙә дебат формаһында  дауам итеү.               

1-cе төркөм: “Һүҙҙәр көслө була аламы?”                

– Эйе, һүҙҙәр көслө була ала. Һүҙ менән кешене дауаларға була. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Абайламай әйтелгән һүҙҙән аяныслы хәлгә ҡалыуың бар. Шуға һәр ваҡыт телең нимә һөйләгәнде ҡолағың ишетергә тейеш.  Уйламайынса әйтеп,  кешене яраларға, рәнйетергә лә мөмкин. Һүҙҙе башҡаларға  еткерә белеү  бик мөһим.

      2-cе төркөм: “Ысын ир  һүҙе ниндәй була?” (Түбәндә уҡыусыларҙың фекерҙәре килтерелә.)     

– Һүҙ әйтә белеү – үҙе аҡыллылыҡ билдәһе,  боронғоларҙың тәжрибәһен күңелеңдә һаҡлай белеү оҫталығы ла. Халҡыбыҙҙа һүҙ, аҡыл тураһында мәҡәл-әйтемдәр бихисап. Ысын ир-егет һүҙе менән түгел, ә эше менән һыналыр тигәне миңә бигерәк оҡшай.

– Хәҙерге заманда  бөтә ир-егеттәр ҙә мәҡәлгә ярашлы йәшәмәй. Ҡайһы бер ир-егеттәр ғаилә терәге лә, хәстәрлекле атай ҙа була алмайҙар. Һүҙҙәрендә лә тормайҙар.

– Был, бәлки, ғаиләгә бәйлелер. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була,  тиҙәр бит. Тәрбиә башы – ғаиләлә .

– Ғөмүмән, ниндәй ул бөгөн аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, уңышлы ир-ат? Уйымса, ундай зат аҡыллы, аҡсалы һәм ғаиләле булырға тейеш. Ошо критерийҙарҙың береһе булһа ла тап килмәй икән, тимәк, ул уңышлы һәм заманса түгел.

– Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ, уҡыусылар?

–  Бөгөн конкуренция тигән төшөнсә төп ролде уйнай. Аҡса төшөнсәһе лә заман кешеһе менән тығыҙ бәйле. Аҡса эшләй белмәгән йәки уны табырға теләмәгән ир заты, тимәк, үҙе тураһында ла, яҡындары тураһында ла хәстәрлек күрергә теләмәй.

– Ни тиһәң дә,  аҡса хәҙер кешенең уңышлы һәм заманса булыуының төп күрһәткесенә әүерелде.

– Ысын ир-ат аҡса эшләй белергә тейеш, тигән ныҡлы фекерҙәмен.

– Бәлиғ булған, белемле, аҡсалы ирҙең ғаиләле булыуы ла зарур. Ғаилә шулай уҡ сифат күрһәткесе ролен үтәй.

Б. Мәҡәлдәр менән эш.

(Таҡтала бирелгән мәҡәлдәрҙе дөрөҫ урынлаштырырға.)

Әйткән һүҙ...                    һин эйә.

Һүҙ үтмәгән ерҙә...          йөрөмәй.

Һүҙ эйәһе менән...           атҡан уҡ.

Ауыҙҙағы һүҙгә...                уҡ үтә.

– Ошо мәҡәлдәр әҫәрҙә ҡайһы образға тура килә?

Кеше һүҙе кеше үлтерә. (Дәүләтбай ағайға.)

Һүҙ әйтә белеү – үҙе аҡыллылыҡ билдәһе. (Әхмәҙулла бабайға.)

– Үҙегеҙ ниндәй мәҡәлдәр, әйтемдәр беләһегеҙ? (Яҡшы һүҙ балдан татлы. Йылы һүҙ йәнде иретер. Яҡшы һүҙ – һөйөндөрә, яман һүҙ – көйөндөрә. Яҡшы һүҙ – йәнгә рәхәт, яман һүҙ – йәнгә йәрәхәт.)

    – Дәрес башында  һеҙгә: “Әхмәҙулла бабай авторға ниндәй үпкә белдерә?” тигән  проблемалы һорау ҡуйылғайны. Асыҡлайыҡ әле.

– Эйе, Әхмәҙулла бабай дөрөҫ уйлай, сөнки боронғолар үҙҙәренең ҡобайырында  һүҙҙе бик ололағандар. Һүҙҙе йәштәргә  аманат итеп ҡалдырғандар, хыянат итмәҫкә васыят иткәндәр. Әҫәрҙә тормошто дөрөҫ аңлаған, күпте күргән  Әхмәҙулла бабай һүҙ ҡеүәте-көсө, ҡәҙере хаҡындағы хикәйәттәрен боронғоларҙан аманат итеп ҡабул иткән һәм аманат итеп авторға тапшырған.

  • Бөгөн йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
  • “Тәрбиә башы – ғаиләлә” тигән мәҡәл менән килешәм. Туған телеңә, тыуған илеңә, йортоңа һөйөү, әлбиттә, ғаиләлә һалына. Матур итеп үҙ телебеҙҙә аралашайыҡ, матур башҡорт ғаиләләре ҡорайыҡ!

 

  1. Йомғаҡлау.
  2. X. «Һүҙ”һүҙе менән синквейн төҙөү.
  3. Рефлексия. 

XII. Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау. 

XIII. Өйгә эш.

  1. Бирелгән мәҡәлдәргә таянып, инша яҙыу. 2. Әҫәр буйынса проект эше: “Һүҙ ҡәҙере”. 3. Әҫәрҙән фразеологик берәмектәрҙе табырға, аңлатма төҙөргә.

- Бөгөнгө һөйләшеүҙәр һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә уйылып ҡалыр тигән өмөттәмен. Үҙ телебеҙҙә матур яғымлы итеп аралашып,  милләтебеҙҙе яҡлап, һаҡлап, алға әйҙәп йәшәйек! Шуны онотмағыҙ: тормошто дауам итеүселәр – ул һеҙ!

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: