...Ватан өсөн малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ.
Ватан хаҡында бындай фиҙаҡәрлек күрһәтмәгән кеше
унда йәшәргә лайыҡ түгел.
Р. Фәхретдинов.
Үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә, халҡыбыҙ ҡомартҡыларына, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәргә ҡарата ихтирам уятыуҙа мәктәп музейы эшмәкәрлегенең роле ҙур. Ошо йәһәттән сығып, илем, халҡым тип янып йәшәгән педагогтар үҙҙәре башлап мәктәптәрҙә музей мөйөштәре йә музей асыу идеяһын күтәреп сығып, уны тормошҡа ашыралар. Ошондай музейҙар беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәрендә лә бихисап, шуларҙың береһе күркәм башҡорт ауылдарының береһе – Бишауыл-Уңғарҙа. 100 йылдан ашыу бай тарихы булған мәктәптә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы күптән эшләп килә. Уның асылыуы хаҡында элекке мәктәп директоры Мәүлетбикә Абдулла ҡыҙы Вәлиева түбәндәгеләрҙе һөйләй: “XX быуаттың 70-се йылдарында башҡорт халҡының кейемдәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәре, һуғылған балаҫтар, ашъяулыҡтар, таҫтамалдар, ҡул тирмәндәре, батман, еҙ самауыр һәм башҡа әйберҙәр ҡулланыуҙан төшөп ҡала башланы. Әгәр ҙә һаҡлап алып ҡалмаһаҡ, киләсәк быуын балалары уларҙы белмәйәсәк, сөнки үткәнһеҙ киләсәк юҡ. Шуға күрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында музей мөйөшө ойошторорға булдыҡ”.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Н.И. Әбдрәхимова ошо тәҡдим менән мәктәп кәңәшмәһендә сығыш яһай. Мәктәп коллективы был идеяны дәррәү күтәреп ала.
Яңы мәктәп асылыу менән эш тағы ла йәнләнә төшә. 2005 йылда Нәсимә Ислам ҡыҙының матур башланғысын дауам итеү һәм үҫтереү маҡсатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.М. Заһиҙуллина музей асыу өсөн айырым бүлмә бүлеүҙәрен үтенә. Мәктәп етәкселеге был үтенесте ыңғай хәл итә. Ойоштороу комитеты булдырыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (алда йыйылған экспонаттарҙан тыш) музейға өҫтәмә материалдар туплау эше башлана. Өлкән йәштәге инәйҙәр үҙ ҡулдары менән һуҡҡан балаҫтарын, шаршауҙарын, йөрәк йылыһын биреп сиккән таҫтамалдарын, ҡулъяулыҡтарын алып килеп тапшыралар.
Шулай итеп, ауыл халҡы, уҡытыусылар, уҡыусылар тарафынан байтаҡ ҡына тарихи хазиналар туплана, улар түбәндәге төркөмдәр буйынса урынлаштырыла: 1. Мәктәп тарихы. 2. Ауыл тарихы. 3. Мәңгелек дан. Ватанды һаҡлау – изге эш. 4. Ер һәм кеше. 5. Күренекле яҡташтарыбыҙ. 6. Башҡорт тирмәһе. 7. Башҡорт этнографияһы. 8. Көнкүреш әйберҙәре. 9. Нумизматика.
Бар талаптарға ярашлы эшләнгән музейға 2007 йылда “Мәктәп музейы” статусы бирелә.
Ф.М. Заһиҙуллина хаҡлы ялға киткәс, был эш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Ф. Исхаҡоваға күсә. Етәкселәре алмашынып торһа ла, йыл дауамында бүлмә төрлө экспонаттар менән даими байытылып, тулыландырыла бара. 2021 йылда музей Бөтә Рәсәй порталында белем биреү ойошмаларының паспортлы музейҙар реестрына индерелә.
Мәктәптә булдырылған музей советы ун ике кешенән тора, уның тарафынан йыллыҡ эш планы төҙөлөп, ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Бында ауылдаштарыбыҙ, республикабыҙҙың төрлө райондарынан, хатта сит өлкәләрҙән дә ҡунаҡтар килә, тарихи ҡомартҡылар менән танышып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп китәләр. Музейҙар араһында ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, район хакимиәте мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеү эшебеҙҙең һөҙөмтәле булыуы хаҡында һөйләй.
Музей – ауыл тарихының һәм мәҙәниәттең нигеҙе, тарихи белем, тәрбиә биреү үҙәге, килгән кешеләргә педагогик тәьҫир итеү сараһы ла. Экспонаттар менән таныштырып экскурсиялар үткәреү уҡыусыларҙа ла яуаплылыҡ тәрбиәләй. Тарих, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен, кластан тыш сараларҙы үткәргәндә унда тупланған материалдарҙы әүҙем ҡулланабыҙ. Музей етәксеһенең иңендә экспонаттар йыйыу ғына түгел, улар ярҙамында балаларға белем һәм тәрбиә биреү төп эш булып ҡала.
Мәҫәлән, музейҙа уҡыусы балалар өсөн «Батырлыҡ дәрестәре» ойоштороу Тыуған илгә һөйөү, ауылдаштарыбыҙға ҡарата ихтирам тәрбиәләй. Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ, ауылыбыҙ тарихында иң ҡайғылы биттәрҙең береһе. Уҡыусыларға ауылдаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар, яҡташтарыбыҙҙың сикһеҙ батырлығы тураһында һөйләү айырыуса тәьҫир итә. Балалар ҡаһарман ауылдаштарыбыҙҙың Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын эшләргә тырышыуын раҫлаусы күп мәғлүмәт ала. Өфө ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Тәнзилә Сәләхетдин ҡыҙы Мырҙагилдина Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан тормош иптәше Вәлиев Фәрит Ғәли улының орден һәм миҙалдар менән тулы парад костюмын тапшырҙы, был музей өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ хазина булды. Уны уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланып, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ.
Темаға ярашлы дәрестәрҙе, кластан тыш сараларҙы музейҙа үткәреү бик отошло. Мәҫәлән, V класта Д. Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһен уҡығандан һуң, әҫәргә анализ эшләнелә һәм һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә. Әҫәрҙәге Фәғилә апайға прототип булырлыҡ батыр ауылдашыбыҙ Зәйнәб Хәйретдинова ла үҙ теләге менән шәфҡәт туташы вазифаһында өс йөҙөнсө кеше булып, ире Тимерйән ағай менән һуғышҡа китә. Музейҙағы мәғлүмәттәр Сталинград янында барған ҡаты алыштарҙың береһендә Зәйнәб апайҙың батырҙарса һәләк булыуын бәйән итә. Ошонда уҡ уның хәрби кейемдә төшкән фотоһы һаҡлана: йөҙгә һылыу, ҡараштары үткер ябай ауыл ҡатынының батырлығы балаларҙа һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Әҫәрҙәге һәм тормоштағы ваҡиғаларҙы, ике батыр ҡатынды сағыштырыу – белем биреүҙе тормошҡа яҡынайта, уҡыусыларҙа Тыуған илгә, уның бәхетле киләсәге өсөн ғүмер биргән яугирҙарыбыҙға ихтирам тәрбиәләй.
Шулай уҡ VI класта туған (башҡорт) теленән “Исем” темаһын үткәндә башҡорт халҡының көнкүреше, һунарсылыҡ, милли байрамдарына арналған күнегеүҙәрҙе башҡарғанда тирмә, һаба, ҡул тирмәне, күмер һауыты һәм ҡыҫҡысы, икмәк көрәге, кеҫәү ағасы, суйын, сүлмәк кеүек көнкүреш әйберҙәрен күрһәтеү, ул һүҙҙәр менән һөйләмдәр, һөйләмдәрҙән текстар төҙөү дәресте тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итә. Уҡыусылар бер юлы дәрес темаһын үҙләштерә, халҡыбыҙҙың үткән тормошон күҙаллай, улар ҡулланған тормош-көнкүреш әйберҙәре менән таныша.
“Шәжәрә байрамы”н, милли кейемдәр көнөн музейҙа ойоштороу, ундағы кейемдәрҙе, шәжәрәләрҙе ҡулланып һөйләү сараларға айырым бер йәнлелек өҫтәй.
VI класта туған (башҡорт) әҙәбиәтенән яҡташыбыҙ, яҙыусы Ф. Иҫәнғолов тормошо һәм ижады менән танышҡанда ла уҡыусылар менән музейға юлланабыҙ, сөнки тап 1950 – 1952 йылдарҙа ул беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та эшләгән. Ошонда әҫәрҙәрен ижад иткән, эштән һуң Ҡайырлыкүл, Ташлыкүл буйҙарына барып балыҡ ҡармаҡларға, бәшмәккә йөрөргә яратҡан. Беҙ уҡыясаҡ “Уҡытыусы Ғүмәров” хикәйәһендә лә йәш уҡытыусы Ғүмәровтың Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенә килеп, хеҙмәт юлын башлауы хаҡында һөйләнелә. Әҫәрҙе уҡыу барышында үҙебеҙҙең ауыл исемен, ауылыбыҙҙағы таныш фамилияларҙы ишетеү хикәйәгә, яҡташ яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уята.
VII класта Һ. Дәүләтшинаның “Айбикә” повесын уҡып, йөкмәткеһен үҙләштергән һуң музейҙағы “Ер һәм кеше” стендына күҙ һалабыҙ, сөнки колхозлашыу осоронда беҙҙең ауыл ҡатындары ла тракторсылар курсын тамамлап, оҙаҡ йылдар баҫыу эштәрендә эшләгән. Уларҙың шул осорҙа төшкән фотолары музейҙа һаҡлана. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдары тирәһендә ике ҡыҙҙың мәктәптә уҡығанда тракторлыҡ танытмаһы алып, колхозда хеҙмәт итеүе тураһында белеү ауылдаштарыбыҙға ҡарата хөрмәт тәрбиәләй. Дәрестән һуң төрлө эҙләнеү эштәрендә ҡатнашыу, папкалар эшләү, был йүнәлештә музей материалдарын ҡулланыу уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра.
Музейҙа хәрби-тарихи ваҡиғалар стенды ҙур урын алып тора. Һуғыш осоронда егелеп эшләгән тыл батырҙарына арнап күп альбомдар әҙерләнгән. Һуғыштан килгән хаттар ҙа ошо көнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡланған. Уҡыусылар ошо хаттарға таянып, фәнни эштәр яҙалар, конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, фронтовик уҡытыусылар, алдынғы һауынсылар (араларында һауынсы ир ҙә бар), мәктәп һәм ауыл тарихы, ер-һыу атамаларының килеп сығышы, ауылыбыҙҙа һаҡланған ғөрөф-ғәҙәттәр, уйындар һәм башҡа бик күп темалар буйынса эҙләнеү-тикшереү эштәре тупланған папкаларҙан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе уҡып, ауылдаштарыбыҙ, уларҙың изге эше менән танышырға була.
Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереүҙә, уҡыу-тәрбиә эшенә ылыҡтырыуҙа мәктәп музейының роле әйтеп бөтөргөһөҙ. Музей тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләргә, өлкән быуынға ихтирамлы булырға, башҡа бик күп педагогик мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә. Батырлыҡ дәрестәрен үткәргәндә, ошо мәктәптә уҡыған Афғанстан һуғышы яугирҙәре Бакиров Хәмит, Мирхәйҙәров Әниф, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбен тамамлаусы күрше Мөҡсин ауылы егете Әбсәләмов Мәсхүт тураһында һөйләйбеҙ. Әбсәләмов Мәсхүткә мәктәбебеҙҙә таҡтаташ ҡуйылған. Икенсе Чечен компанияһында (Дағстан) ҡатнашыусы, армия майоры дәрәжәһенә күтәрелгән Әбдрәфиҡов Фидаил, Сәйфуллин Рафаэль, Насиров Марат кеүек ҡыйыу егеттәрҙең стендҡа ҡуйылған фотолары һәм мәғлүмәт, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға арналған стенд, уларҙың батырлығы тураһындағы материалдар менән таныштырыу йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Тимәк, уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү музейҙан башлана.
Шулай итеп, музейҙағы хазинаны – тарихи экспонаттарҙы, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мәҙәниәтен, бөгөнгөһөн һәм уҙғанын сағылдырыусы ҡиммәтле материалдарҙы ҡулланыу илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. В. Старцев «Музей педагогикаһы турында» тигән китабында яҙғанса, «Музей — кешелек, халыҡ, милләт хәтере генә түгел, ә музейға килеүселәргә педагогик йоғонто яһау сараһы ла». Ысынлап та, музей педагогикаһы — белем биреүҙең барлыҡ үҫеш баҫҡыстарында ла иң яҡшы сараларҙың береһе. Уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү, халҡыбыҙҙың үткәндәге иҫтәлектәрен хөрмәт итеү, хәҙерге ҡаҙаныштарына ихтирам һәм ғорурлык хистәре, милли аң тәрбиәләүҙә, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүҙә мәктәп музейҙары ҙур әһәмиәткә эйә.
Музейҙар шулай уҡ тыуған яҡтың, тыуған ауылдың, тыуған мәктәптең тарихын өйрәнеү, уны быуындан быуынға һаҡлап ҡалдырыуҙа һәм уҡытыу-тәрбиә эшендә ҙур ярҙам итә. Уҡыусылар тыуған яҡ, уның үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында белем туплап, уҡыу-тәрбиә мәсьәләләре менән генә шөғөлләнеп ҡалмайынса, йәмғиәткә файҙалы эш күнекмәләре ала, кеше менән аралашырға, материалды йыйырға, уны тейешле дәрәжәлә туплап ҡуйырға өйрәнә.
Мәктәп музейҙарының айырым үҙенсәлеге бар: беренсенән, улар уҡытыу-тәрбиә усағына әүерелә, сөнки барлыҡ йыйылған материал уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнә, тәртипкә килтерелә һәм улар дәрестәрҙә бик ҡәҙерле, ҡыҙыҡлы күргәҙмәлелек ролен үтәй. Икенсенән, музей эшсәнлеге үҙе үк уҡыусылар үҙидараһының эшсәнлегенә әүерелә, уҡыусыларҙы эҙләнеү-тикшеренеү эшенә тарта. Өсөнсөнән, мәктәп музейы ул йыйылған ҡиммәтле әйберҙәр йыйыу урыны ғына түгел, ә фәнни-педагогик эшсәнлек алып барыу урыны ла. Йыйылған материалды эшкәртеү ваҡытында дәрестәргә дидактик материалдар ҙа эшләнә.
Йәш быуында ғаиләне, мәҙәниәтте, телде, тәбиғәтте, тыуған ауылыңды ихтирам итеү; халыҡты, уның традицияларын, батыр ул-ҡыҙҙарын ололау кеүек изге хистәр тәрбиәләү билдәле бер эҙмә-эҙлелектә алып барылырға тейеш. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа музей ярҙамға килә.
Музейға нигеҙ һалыусы, артабан уны үҫтереүсе педагогтарҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ, сөнки, әйткәнемсә, илһөйәрлек тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың ҡиммәтле хазиналарын киләһе быуынға еткереү тап улар иңендә.