Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь , 00:56

Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҡытыусы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 35 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, һуңынан ҡулына ҡаурый ҡәләм алып, халҡыбыҙҙы яҡтылыҡ һәм иман юлына әйҙәгән педагог- әҙибә Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның «Уҡытыусы бәхете» исемле яңы китабының исем туйы уҙҙы.

Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы

Сараға әҙибәнең үҙе уҡытҡан уҡыусылары, уның ижадын яратҡан билдәле шәхестәр, яҙыусылар, артистар йыйылған ине.

– Кисәгә мин дә ҙур тулҡынланыу менән килдем, сөнки бөгөнгәсә балалар йорттарында ғүмерҙәрен ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм булған етем сабыйҙарҙы тәрбиәләүгә арналған тәрбиәселәр хеҙмәтенә дөрөҫ баһа биргән яҙмалар булманы.
Бөгөн төплө фекерҙәр менән тулы, педагогтар өсөн методик ҡулланма булырлыҡ китаптың донъя күреүе – оло шатлыҡ.
Китаптың һәр һөйләме йөрәк аша үтеп инә, һәр һүҙе шул тиклем тәрән мәғәнәле, яҙыусының оҫталығы ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла, – тине барлыҡ ғүмерен етемдәр йортонда балалар тәрбиәләүгә бағышлаған тәрбиәсе Флизә Ниғмәтуллина.

«Уҡытыусы бәхете» китабы – тормош, кеше яҙмыштары хаҡында уйландыра торған китап. Уҡытыусылар өсөн генә түгел, барлыҡ ата-әсәләргә лә бик фәһемле әсбап ул.

Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Уҡытыусыларҙың һәйкәл китабы
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: