Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь , 01:05

“Аҡмулла диктанты” башланды

М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Аҡмулла диктанты-2024” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашырға саҡыра

“Аҡмулла диктанты” башланды
“Аҡмулла диктанты” башланды

Диктанттың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй төбәктәрендә һәм башҡа илдәрҙә шағир һәм мәғрифәтсе М. Аҡмулланың ижадын киңерәк танытыу, йәмәғәтселектең иғтибарын Рәсәй халыҡтарының туған телен, әҙәбиәтен, фольклорын, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү.

Диктантта йәшенә, белеменә, социаль торошона, диненә һәм гражданлығына ҡарамайынса, рус телен белгән һәр кем ҡатнаша ала.

Диктант тексына 30 тест һорауы инә: М. Аҡмулланың, шулай уҡ уның замандаштарының тормошо һәм ижады хаҡында 10 һорау, башҡорт фольклорында ғаилә тәрбиәһе ҡиммәттәре тураһында 10 һорау, Бөйөк Ватан һуғышына арналған сәнғәт һәм нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәренә ҡағылышлы 10 һорау.

“Башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә һәм байытыуҙа Аҡмулланың ижады мөһим роль уйнай, үҙенең ижадында мәғрифәтселек, кешенең яҡтылыҡҡа һәм прогрессҡа ынтылышын вәғәзләй. Аҡмулла диктанты быйыл башҡорт фольклорына арналған һорауҙар бүлеген дә үҙ эсенә ала. Акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса үҙ белемен тикшерә ала, сөнки киләһе йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ.

Диктанттың заманса онлайн алымы, тарихты, мәҙәниәтте һәм туған телде өйрәнеү менән ҡыҙыҡһынған фекерҙәштәр берләшмәһен булдырып, төрлө төбәктәрҙә, шулай уҡ Башҡортостандан һәм Рәсәйҙән ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерергә мөмкинлек бирә”, - тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.

Аҡмулла диктантында ҡатнашыу өсөн акцияның рәсми сайтына инеп, “Диктантты үтергә” ҡушымтаһын һайларға кәрәк. Диктантты үткәс тә ҡатнашыусылар электрон сертификат аласаҡ.

Диктант 2024 йылдың 11 декабренән 14-енә тиклем уҙғарыла. Диктант яҙыу ваҡыты: Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем.

Диктанттың эштәренә дөрөҫ яуаптар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтында һәм 2024 йылдың 16 декабрендә “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” халыҡ-ара мәғариф платформаһында баҫыла.

Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләйбеҙ!

Фото: БДПУ-ның матбуғат хеҙмәте

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: