Новости
22 Декабря 2024, 08:14

Киләһе аҙнала Башҡортостанға Ҡыш Бабай поезы килә

24 декабрҙә Яңы йыл составы Стәрлетамаҡҡа килә, шул уҡ көндө күрше Салауатта буласаҡ. 25 декабрҙә 11:00 сәғәттә поезд Өфөгә килә. Бөйөк Устюгтан  Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлау өсөн Ҡыш бабай перронға 11:03 сәғәттә сыға.

Киләһе аҙнала Башҡортостанға Ҡыш Бабай поезы киләКиләһе аҙнала Башҡортостанға Ҡыш Бабай поезы килә
Киләһе аҙнала Башҡортостанға Ҡыш Бабай поезы килә

Теләгән һәр кем ойоштороласаҡ байрам анимация программаһында ҡатнаша ала. Ул 10:40 сәғәттә, поезд килгәнгә 20 минут ҡалғас башлана һәм 14:00 сәғәткә тиклем дауам итә. 16:00 сәғәттә Ҡыш бабай байрам ҡунаҡтары менән хушлашыу өсөн платформаға тағы бер тапҡыр сыға. Сараны үткәреү менән бәйле 25 декабрҙә 10:30 сәғәттән 17: 00 сәғәткә тиклем вокзал яны майҙанында парковка ябыла.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас