+12 °С
Ясно
Сарала ҡунаҡтар өсөн урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары төҡдим ителәсәк, ә һатыусылар өсөн сауҙа палаткалары һәм өҫтәлдәр буласаҡ. Продукция сифатын контролдә тотоу өсөн йәрминкәлә күсмә ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк. Бынан тыш, ойоштороусылар ҡунаҡтар өсөн бай программа әҙерләгән: төрлө конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт сығыштары. Теләге булғандарҙың барыһы ла махсус әҙерләнгән заманса фотозоналарҙа иҫтәлеккә фотоға ла төшә ала. Йәрминкәлә ҡатнашыу һәм сараға инеү бушлай.