Новости
2 Января 2025, 05:05

Ғинуар айына һынамыштар

Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш уңыр.

Ғинуар айына һынамыштарҒинуар айына һынамыштар
Ғинуар айына һынамыштар

❄️Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
❄️Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.
❄️Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
❄️Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
❄️Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
❄️Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.
❄️Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
❄️Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
❄️Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
❄️Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
❄️Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
❄️Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
❄️Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
❄️Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
❄️Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
❄️Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
❄️Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
❄️Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
❄️Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.

 

"Торатау"

Автор:Салават Каримов
Читайте нас