Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар , 13:20

Рәсәйҙә тын юлдары инфекциялары менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә

Рәсәйҙә тын юлдары инфекциялары һәм грипп менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙан.

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләүҙең артыуы йылдың ошо осорона хас, әлбиттә.

 

Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, ҡуҙғытҡыстар структураһында грипп вирустары өлөшө арта, шул уҡ ваҡытта А(H1N1)2009 грипп вирусы өҫтөнлөк итә. Был штамм 24 сәғәт эсендә үҫешә ала.

 

Белгестәр ОРВИ билдәләре булған кешеләр менән аралашмаҫҡа, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, антисептик ҡулланырға, шулай уҡ күмәк сараларҙан ҡасырға кәңәш итә.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: