Салауат Ғайса улы 1960 йылдың 3 ғинуарында Башҡортостандың Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған.
Тәүге әҫәрҙәре республика матбуғаты биттәрендә үткән быуаттың 70-се йылдарында донъя күрә башлай. Поэзия менән проза жанрҙары өлкәһендә эшләй. Юмористик һәм сатирик хикәйәләр ижад итә.
Ижади һәләте мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн хикәйәләр ижад итеүҙә ныҡлы асыла, шул йүнәлештә тиҫтәгә яҡын китап яҙып баҫтыра.
2007 йылдан республикабыҙҙағы абруйлы, иң ҙур тиражлы ижтимағи-педагогик, фәнни-методик «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналын етәкләй.
Әҙиптең хикәйәләре балалар өсөн донъяны, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте танып-белеү, һаҡлау, өлкәндәр һәм балалар мөнәсәбәте, патриотик тәрбиә йүнәлешендә ижад ителгән.
Хөрмәтле Салауат Ғайса улы!
Беҙ һеҙҙе олпат байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алдағы көндәрҙә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, матбуғатҡа, мәғарифҡа, әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе, яңы үрҙәргә һәм ижади уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ!