Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар , 15:49

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ГЕРОЙ!

Төнгө тынлыҡ. Бөтә ғаләм йоҡоға сумған. Әхмәт ағай ғына йоҡламай, төрлө уйҙар уйлап, төн буйы уфтанып сыға. - Олатай, нишләп йоҡламайһың? Мин төш күреп уяндым инде, – тине ейәне Илдар. - Донъялар тыныс түгел шул, балам...

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ГЕРОЙ!
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ГЕРОЙ!

- Донъялар тыныс түгел шул, балам... Борсолоу, хафалар күп... Йәш кенә егеттәребеҙ баш һала беҙҙең киләсәгебеҙ, тыныслығыбыҙ өсөн...

- Улар геройҙар бит, олатай!

- Геройҙар!.. Геройҙар күп беҙҙең арала...

Бөйөк Ватан һуғышында, Афған, Чечня ерҙәрендә батырлыҡ күрһәткән ветерандар менән осраша торғайныҡ. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, донъя күргән, балалар үҫтергән олпат ағайҙар, сал сәсле бабайҙар килә торғайны.

Бөгөн осрашыуҙарға йәп-йәш егеттәр килә. Уларҙың күбеһе ғаилә ҡороп та өлгөрмәгән, йәшлегенең матур йылдарында хәрби  хеҙмәткә саҡырылып, махсус  хәрби операцияларҙа  ҡатнашҡан ағайҙарың. Улар – бөгөн  һуғыш ветерандары. Улар – беҙҙең геройҙар!

Яуҙан ҡайтыусы батырҙар  менән мәктәптә, клубта, китапханала осрашабыҙ. Йәш кенә егеттәр, махсус операцияла ҡатнашып, тыныслыҡ өсөн яуҙа булып, яраланып ҡайтҡандар. Ысын геройҙарыбыҙ беҙҙең!

Үкенескә ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа бар, улым...

- Бәләкәй генә ауылдан, улым, өс батыр – Руслан, Дамир, Илнур ағайҙарың – һәләк булды. Йәшәргә лә йәшәргә  ине лә бит! – тине Әхмәт ағай көрһөнөп.

- Олатай, элек бөтә ағайҙар ҙа, бабайҙар ҙа ил һаҡлап һуғышта ҡатнаштымы ул?

- Улым, илде, Ватанды һаҡлау һәр егеттең, һәр ир-уҙамандың изге бурысы! Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу – шулай уҡ илебеҙҙең тыныслығын  һаҡлау  ул! Элек тә һәр ир-егет мотлаҡ хәрби хеҙмәттә, яуҙа була торғайны.

- Олатай, Дамир ағай командир булған бит?!..

- Эйе, улым. Ул командир булған. Бөгөн ул ауылыбыҙҙың, илебеҙҙең ысын ҡаһарманы!..

Дамир ағайың бәләкәйҙән эш эшләп үҫкән, алсаҡ егет ине... Атаһы бик йәшләй мәрхүм булғас, ғаиләһендә бөтә эште ул башҡарҙы. Әсәһе менән  генә йәшәгәс, бөтә йорт эштәре уның өҫтөндә булды. Баҡсаны, йорт-ҡураны ҡарау, утын, бесән әҙерләү... Әсәһе алдынғы һауынсы булды. Дамир уң ҡулы, ярҙамсыһы булды.

Мәктәптә уҡығанда спорт менән шөғөлләнде, ярыштарҙа гел еңеү яулай торғайны. Малайҙар, ҡыҙҙар ауылдағы өлкән кешеләргә ярҙам иттеләр: утын ҡырҡтылар, һыу килтерҙеләр, иҙән йыуҙылар... Дамир ағайың һәр саҡ командир булып йөрөнө. Мәктәпте тамамлағас, электрик һөнәрен үҙләштерҙе. Ауылда бөтә кешенең электр утын ҡарап сығыр ине. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, яҡындағы ҡалала электр  мастеры булып эшкә  урынлашты. Ҙур хыялдар ҡороп йәшәп ята ине ул... Илебеҙҙә яуға саҡырыу булыу менән, махсус хәрби операцияға юлланды. Яҙмышы шулай ҡушҡандыр инде – батырлыҡ күрһәтеп, һәләк булған... Әллә күпме кешене ҡотҡарған ул Дамир ағайың.

Хәҙер, улым, беҙҙең бурыс – героҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү. Беҙ бөгөн дә, киләсәктә лә геройҙарыбыҙҙы онотмай, уларҙың  исемдәрен быуындан-быуынға  еткерергә бурыслыбыҙ!..

Әхмәт ағай ейәне Илдарҙы ҡосаҡлап алды.

 

 

 

 

 

 

Автор:Салават Каримов
Читайте нас: