Байрамға Өфөнән, Өфө, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Бөрө, Стәрлетамаҡ райондарынан 300-гә яҡын бала саҡырылған. Улар араһында һаулыҡ үҙенсәлектәре сикләнгән балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара «Бәхет территорияһы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында уҙғарыла. Тәүге тапҡыр «Аксаков шыршыһы» 2019 йылда хәйриәселәр аҡсаһына уҙғарылды, унан һуң республика Башлығы төбәктең барлыҡ ҡала һәм райондарында ошондай уҡ байрамдар үткәрергә ҡушты. Быйыл ойоштороусылар йола буйынса төрлө программа әҙерләгән.
Байрам кәйефен ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған көләс йөҙлө ҡурсаҡтар тыуҙырҙы. Аниматорҙар һәм ирекмәндәр ҡунаҡтарға «тылсымлы таяҡтар» һәм мандариндар таратты.
Икенсе ҡатта балалар өсөн яңы йыл шыршыһы янында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән хорвод ойошторолдо, Яңы йыл тамашаһы күрһәтелде, фотоға төшөү урындары эшләне, күңел асыу саралары ойоштородо.
Театр артистары үҙ сиратында балалар өсөн бүләк әҙерләгән. Ул да булһа иң билдәле яңы йыл тамашаһы — «Щелкунчик» балеты!
Спектакль башланыр алдынан балаларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
- Мин бөгөн һеҙҙе ысын күңелдән Яңы йыл менән ҡотлайым. Ул һеҙгә шатлыҡ һәм бәхет кенә алып килһен, бар эштәрегеҙ ҙә уң булһын.
Бөгөн шулай уҡ һеҙҙе оҙатып килгән әсәйҙәрегеҙгә айырым хөрмәт һүҙҙәремде еткерәм. Уларҙың ни тиклем хәстәрлекле икәнен, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн көстәрен йәлләмәүҙәрен, бар күңелдән тырышыуҙарын күрәм. Шулай уҡ бөгөн һеҙҙең арала атайҙары Махсус хәрби операцияла булғандар бар. Улар беҙҙең тыныслыҡ һағында тора, шуға ла мин уларға үҙемдең сикһеҙ хөрмәтемде һәм рәхмәтемде белдерәм.
Ҡәҙерле бәләкәй дуҫтарыбыҙ! 2025 йыл һеҙҙең өсөн былтырғыға ҡарағанда бәхетлерәк булһын, тип теләйем. Яңы йыл менән! Бәхетле булығыҙ! - тине Республика етәксеһе Радий Хәбиров.
«Бәхет биләмәһе» Хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла «Аксаков шыршыһы» ҡунаҡтарын ихлас сәләмләне:
– Бөгөн бар театр һөйөүгә сорналған. Кемгә генә, ҡайҙа ғына ҡарама – һеҙҙән мөхәббәт урғыла. Әсәйҙәр, һөйөүегеҙҙе балаларығыҙға һәм яҡындарығыҙға бүләк итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Балалар, бөгөн күңел түрендәге иң изге теләктәрегеҙҙе әйтеүегеҙҙе, хыялдарығыҙҙы еткереүегеҙҙе теләйем. Йыһан хыяллана белгәндәрҙе һәр саҡ ишетә. Быйылғы йыл һеҙҙең өсөн иң бәхетлеһе булһын, бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, – тине Каринэ Хәбирова. – Бөгөн, Ҡыш бабай ебәргән ел-дауылға ҡарамай, бында килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Йыл һайын һеҙҙең өсөн ошо байрамды ойоштороусыларға рәхмәт. Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы һәм әсәйҙәрегеҙ эргәһендә бәхетле бала сағығыҙҙы яҡлаусы атайҙарға рәхмәт. Яңы йыл бәхетле килһен! - тине ул.