Рәссамды һәм килгән ҡунаҡтарҙы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры урынбаҫары М.Ә. Ғәзизов тәбрикләне.
Артабан күргәҙмәләге эштәре, ижады хаҡында Илдар Ғәниев шуларҙы һөйләне:
“Сәсәндәребеҙ беҙҙең көндәргә тиклем еткергән эпостарҙы киләһе быуындарға тапшырыу рәссамдарҙың да изге бурысы ул. Студент осоронда башлыса социаль темаларға мөрәжәғәт иттем. Педагогтарым К.Ғ. Ғөбәҙуллин, А.И. Байрамғолов һәм башҡаларҙың үҙ ижадтарында эпостарҙы киң яҡтыртыуына, картиналарында мөхәббәт, йәшәү һәм үлем темаларын сағылдырыуына һоҡлана инем.
Пандемия осоронда “Башҡорт халык ижады” күп томлығынан эпостар менән таныша башланым. Бер яҡтан хәүефле, икенсе яҡтан тотош билдәһеҙлеккә сорнаған был осорҙа күптәр төп фәлсәфәүи һорауҙарға яуап эҙләгәндер. Иң тәүге уҡыған эпосым “Ҡуңырбуға” булды. Ҡомартҡылағы образдар байлығына, тормош асылын тәшкил итеүсе йәшәү-үлем, ғүмер, ғаилә, хеҙмәт төшөнсәләренең төплө яҡтыртылыуына таң ҡалдым.
“Ҡуңырбуға” менән бер рәттән мине ошо күргәҙмә картиналарына илһамландырған эпостар – “Заятүләк менән Һыуһылыу” һәм “Алпамыша”.
Һүҙен тамамлап, рәссам күргәҙмәләге картиналары менән яҡындан таныштырып үтте. Тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Фольклорсы-ғалимә, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Розалиә Солтангәрәева үҙ сығышында: “Ижад кешеләре, рәссам, яҙыусы, шағир, йырсы ғүмере буйына эпостарыбыҙҙы өйрәнергә тейеш. Был күп ҡатлы оло хеҙмәт. Эпостарыбыҙ тәүге ата-бабаларыбыҙ һынландыра башлаған һүрәттәрҙән юл ала. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр. Мадлен һәм неолит осорондағы һүрәттәр эпостарыбыҙға барып тоташа: был һүрәттәрҙә йәшәү фәлсәфәһен аңларға ынтылыш сағыла. Халҡыбыҙҙың оҙайлы дәүер арауығында туплаған аҡылы, тормош асылын сағылдырған фәлсәфәүи ҡарашы ҡатмарлы юлдар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән.
Илдарҙың халҡыбыҙ хазинаһы булған эпостарға ихтирамлы иғтибары киләсәктә шулай уҡ сағыу, тәрән картиналарҙың нигеҙе булып ятыр тип ышанам”, – тине.
Осрашыу һуңында ижадҡа юлы нисек башланыуын һорап, рәссамдың әсәһе Нәйлә Ғәҙелгәрәй ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.
“Балалар баҡсаһына йөрөгәнендә тәрбиәсеһе Илдарҙың ифрат оҫта итеп терпе һүрәтен төшөрөүе хаҡында әйтте. Ошо тәрбиәсеһе эргәһендә ултырып, сәғәттәр буйы һүрәт төшөрә торғайны ул. Әсәй, һүрәт төшөрөп, баҡсала ҡалып торайымсы, ти торғайны. Бер шулай художество мәктәп эргәһенән үтеп барғаныбыҙҙа ҡапыл ғына инеп, уҡыу хаҡында белешеп ҡарарға булдыҡ. Был Илдар мәктәпкә барған ғына йылы, сентябрь урталары ине. Яңы асылған мәктәптә урын юҡ тигән яуап алып сығырға торғаныбыҙҙа Наталья Тимофеевна тигән уҡытыусы килеп сыҡты. Ул, әйҙәгеҙ минең класымда урын бар тип беҙҙе алып инеп китте. Ошо уҡытыусы улымды ижад юлына әйҙәгән тәүге остазы ла. Үҙ эшен, уҡыусыларын яратҡан Наталья Тимофеевна Мәскәүгә картиналар күргәҙмәһенә лә йөрөттө уҡыусыларын”.
Халҡыбыҙҙың бөйөк хазинаһы, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө булған эпостар донъяһына ысын мәғәнәһендә башкөллө инеү мөмкинлеге бар – Илдар Ғәниевтың күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!