Сара район мәҙәниәт йорто фойеһында урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарауҙан башланды. Башҡорт биҙәүестәре, балаҫтар, төрлө йорт кәрәк-ярағы – барыһы ла заман шарттарында милли асылды һаҡлау, борондан килгән кәсептәрҙе үҫтереү маҡсаттарын күҙ уңында тотоу менән бер рәттән, аҡса эшләү юлы ла. “Яратҡан шөғөлөбөҙ – халҡыбыҙға рухи файҙа, үҙебеҙгә – матди ҡеүәт тә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙе артабан киңәйтеү, байытыу юлындабыҙ”, – ти Бөрйән кәсепселәре.
Күргәҙмәгә махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн үрелгән маскировкалау селтәре лә ҡуйылғайны. Ул – Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалы студенттарының хеҙмәте. Был уҡыу йортонда ошондай эш даими алып барыла. Райондың ветерандар союзы рәйесе Олег Ғәлиев әйтеүенсә, колледжда маскировкалау селтәрҙәре хәҙер инде байтаҡ үрелеп, МХО биләмәһенә гуманитар ылауҙа ебәрелгән. “Был эш студенттарҙы ныҡ ылыҡтырҙы. Уларҙың инде буш ваҡыты ла юҡ тиергә мөмкин. Һөҙөмтәлә төрлө яҡлап эшкә өйрәнгән илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ”, – тине Олег Марс улы.
Мәҙәниәт йорто фойеһында шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Бөрйән районындағы бүлексәһе белгестәре махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаилә ағзаларын ҡабул итеп, уларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе, айырым мәсьәләләр яйға һалыу өсөн контролгә алынды. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева әйтеүенсә, урында “Ватанды һаҡлаусылар” штабы эш башлағандан алып төрлө йүнәлештәге 700 самаһы мөрәжәғәт теркәлгән һәм хәл ителгән. Һорауҙар башлыса көнкүреш мәсьәләләренә (утын, коммуналь түләүҙәр, транспорт һалымы һ.б.) бәйле. Былтыр социаль координатор ярҙамында ҡырҡ кеше шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин ителгән, 34 кеше медицина реабилитацияһы үткән. 54 уҡыусыны мәктәптә бушлай ашатыу ойошторолған, 34 сабый балалар баҡсаһына түләүһеҙ йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙең ул-ҡыҙҙары түңәрәктәрҙә бушлай шөғөлләнә. “Яуҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаилә ағзалары менән дә даими бәйләнештәбеҙ. Штабта социаль йәһәттән генә түгел, ә психологик ярҙам да күрһәтелә”, – тине социаль координатор Гөлзиә Ҡунафина.
* * *
Киңәйтелгән ултырыштағы һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов; ойошманың Президиумы ағзалары – “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, махсус хәрби операция яугире Ринат Ҡолтөмәнов; Башҡарма комитет ағзалары – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, журналист Рәмзиә Кәримова, ҡоролтайҙың Урал аръяғы зонаһы кураторы Хәлил Рәхмәтуллин; Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, урындағы социаль-мәҙәни учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңләхмәт улы сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, эштең уңышлы булыуын теләне. Артабан Юлдаш Йосопов Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы хаҡында һөйләне. “Ҡоролтайҙың был төп документында милләтебеҙ тормошонда ниндәй мәсьәләләр бар – барыһы ла сағылыш тапҡан. Төп маҡсатыбыҙ халыҡтың мираҫын киләсәк быуындарға тапшырыу механизмын булдырыу ине. Шуға ла ғаиләләргә иң ҙур иғтибар бүленә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары, студенттар менән эшләү йүнәлештәренең һәр береһендә туған телебеҙҙе, башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү юлдары, алымдары аныҡ күрһәтелгән. Спорт та иғтибар үҙәгендә”, – тине сығышында Юлдаш Йосопов. Ул стратегияны тормошҡа ашырыу эшенең артабан да киң алып барыласағын белдерҙе, ҡоролтай проекттарында Бөрйән районы халҡының әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. “Милли ойошманың ҡеүәте – милләттәштәребеҙҙең берҙәмлегендә. Ҡоролтай башланғыстарында әүҙем ҡатнашып, бөрйәндәр күптәргә өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсында бер нисә йыл рәттән тәүге урындарҙы алыуҙары үҙе үк – халыҡтың рухлы, ойошҡан булыуына, сәләмәт йәшәүгә ынтылыуына дәлил. Киләсәктә лә бергә эшләйек”, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Миләүшә Ҡаһарманова үҙ сығышында халҡыбыҙҙы интернеттағы төрлө кире мәғлүмәт хәүефенән һаҡланырға саҡырҙы. “Милләтебеҙҙең яугирлек, илһөйәрлек тойғоһон үҙҙәренең яман маҡсаттарында файҙаланырға тырышҡандар күп. Ошондай осраҡта һәр кемгә һаҡ булырға, уйлап, айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк. “Мин башҡорт!” тип ҡысҡырып йөрөмәйенсә лә, милләтте һаҡлау, үҫтереү юлдары күп – быны һәр беребеҙ үҙ һөнәре, шөғөлдәре аша ла юғары кимәлдә атҡара ала. Мәғлүмәтте ышаныслы сығанаҡтарҙан алайыҡ, ялған хәбәрҙәр тоҙағына эләкмәйек. Ислам нигеҙҙәрен өйрәнергә, дин юлына баҫырға теләгәндәр иң тәүҙә үҙебеҙҙең Диниә назараттарына мөрәжәғәт итһен”, – тине сығышында Миләүшә Ҡаһарманова.
Интернетта илебеҙгә ҡаршы ойошторолған ялған мәғлүмәттәр дәүләтебеҙҙе тыштан да, эстән дә ҡыйратыуға, халҡыбыҙ араһында болғаныш тыуҙырыуға йүнәлтелгән, тине был теманы дауам итеп Ринат Ҡолтөмәнов. “Уларға ҡолаҡ һалып, яңылыш юлдан китмәһендәр өсөн, йәштәребеҙ менән өҙлөкһөҙ эшләү кәрәк, – тине ул. – Күберәк спорт менән шөғөлләнһендәр, белемен нығытһындар, йәмәғәт эштәренә йәлеп ителһендәр. Яҡты киләсәк мәнфәғәтендә файҙалы ғәмәлдәр башҡараһың икән, буш ваҡыт булмай ул: тимәк, ялған мәғлүмәттәр ҙә иғтибарһыҙ ҡаласаҡ”.
Ултырышта артабан сығыш яһаусылар ҙа, заман мөмкинлектәренән файҙаланып, даими үҫешкә ынтылыу мөһимлеген билдәләне. Аҫҡар ауылы хакимиәте башлығы Биктимер Мырҙабулатов үҙ биләмәһе халҡының “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Иң мөһиме, әлбиттә, берҙәмлек, – тине ул. – Кемдер тырышып та, икенселәр ситтә битараф ҡалһа, конкурста ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү мөмкин булмаҫ ине. Беҙҙең биләмәләге Брәтәк, Исламбай ауылдары халҡы тап берҙәмлеге, сәмлелеге, тыуған төйәгенең киләсәге өсөн янып йәшәүе арҡаһында еңеүгә өлгәште”.
Артабан Бөрйән районы прокуроры Андрей Елкин хоҡуҡ һаҡлау тармағындағы үҙгәрештәр хаҡында бәйән итеп, законға ҡаршы килгән төрлө аҙымдарҙан һаҡланыу кәрәклеген билдәләне. Унан киңәйтелгән ултырышта ҡатнашыусылар төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, тәҡдимдәрен еткерҙе. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙы балаларҙы интернеттағы ялған мәғлүмәттәрҙән аралау мәсьәләһе айырыуса борсой. Ошоға бәйле педагогтарға ярҙам өсөн ниндәйҙер методик ҡулланма ла сығарырға кәрәктер, тине улар. Шулай уҡ дин нигеҙҙәрен беренсе кластан уҡ яйлап ҡына өйрәтә башлау дөрөҫ булыр ине, һөҙөмтәлә йәмғиәтебеҙҙә был йәһәттән айырымланыуға юл ҡуйылмаҫ, тигән фекер ҙә яңғыраны. Башҡорт райондарында ла ҡайһы бер балаларҙың үҙ-ара русса һөйләшеүе – бөгөнгө киҫкен проблемаларҙың береһе. Уны баштан уҡ булдырмау, яйға һалыу бурысы ғаиләгә лә, йәш быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнгән барлыҡ ойошмалар иңенә лә ята. Һәр урында милли мөхит кәрәк, тине сарала ҡатнашыусылар.
* * *
Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы быйыл да халыҡ менән киң эш алып барасаҡ. Беренсенән, урындағы ҡурайсыларҙың мөрәжәғәтенә ярашлы, Дәүләтбай Рәхмәтуллин иҫтәлегенә бағышланған ҡурай конкурсы үткәреләсәк. Икенсенән, йәш быуын вәкилдәре тарихын белеп үҫһен тигән маҡсатта, районда Түңгәүер ырыуы йыйыны уҙғарыласаҡ (билдәле булыуынса, Бөрйән биләмәһендә ошо ырыу вәкилдәре лә йәшәй). Йәнә балаларға тыуған яҡты, ер-һыу атамаларын өйрәтеү ниәтен күҙ уңында тотҡан конкурс үткәреү ҙә планға алынды. Халҡыбыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау, үҙ-ара берҙәмлекте нығытыу, тыуған төйәкте үҫтереү өсөн бөрйәндәр “Айыҡ ауыл” проектында әүҙем ҡатнашыуын дауам итәсәк. Шулай уҡ махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙамға артабан да ҙур иғтибар бүленәсәк. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан патриотик саралар башланған да инде, улар йыл дауамында барасаҡ. Район ойошмаларына йәш белгестәрҙе күберәк йәлеп итеү ҙә урындағы тормошто йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индерәсәк, ти бөрйәндәр. Был йәһәттән дә эш башланған, халыҡ уның яҡшы һөҙөмтәләрен күрә. Быйыл Бөрйән районының 95 йыллығын уҙғарыу ҙа планлаштырылды.
“Ошондай һәр сара – халыҡты нығыраҡ берләштереүгә ышаныслы аҙым. Уларҙан айырыуса йәштәребеҙ, балалар ситтә ҡалырға тейеш түгел. Берҙәмлектә – бәрәкәт: барлыҡ эш-ғәмәлдәрҙе күмәкләп фекер алышып атҡарайыҡ. Шул саҡта яңылышлыҡтарға, айырымланыуҙарға юл булмаҫ”, – тигән дөйөм фекергә килде сарала ҡатнашыусылар.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
"Башҡортостан" гәзитенән