Зәйтүнә Ҡәюм ҡыҙы Хәйруллина 1930 йылдың 10 ғинуарында Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Туҡтыбай ауылында тыуа. Атаҡлы шағирә Кәтибә Кинйәбулатовның уҡыусыһы. Троицк педагогия училищеһында уҡый, унан һуң Силәбе дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлай. Ул үҙенең бар аңлы ғүмерен игеҙәктәй етәкләшеп йөрөгән мәғрифәт менән мәҙәниәткә бағышлай. Ана шуға күрә уның бер ҡулында гел китап-журналдар, ә икенсе ҡулында музыка ҡоралдары була.
1984 йылда Ҡолой урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырып оҙаҡ йылдар етәкселек итә. Уның тырышлығы менән ауыл мәҙәниәт йортонда «Ҡолой моңдары» исемле үҙешмәкәр коллектив ойошторолоп, рухи шишмәгә әүерелеп, халыҡ ансамбле шөһрәт ҡаҙана.
Ата-бабалар аманатына тоғролоҡ һаҡлап Ил инәһе булып «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр», тип илһамланып, өлгө булып ижад итә. Арғаяш район «Таң нурҙары» исемле әҙәби берекмәнең иң абруйлы ағзаһы. Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге Ҡолой ауыл китапханаһының терәге ул.
Зәйтүнә Ҡәюм ҡыҙы яҡташтары араһынан яҙып алған халыҡ ижады өлгөләрен, шиғырҙар һәм хәтирәләр туплаған «Һағыныу» (2015 йыл) «Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен бел икән» (2018 йыл), «Ташламағыҙ тыуған илкәйҙе» (2021 йыл) исемле тыуған яҡты өйрәнеү буйынса өс китап авторы.
2018 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн ул Арғаяш район хакимиәте тарафынан булдырылған Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премияның «Тыуған яҡты өйрәнеү» номинацияһында лауреат булды.
Педагогик хеҙмәт ветераны Зәйтүнә Ҡәюм ҡыҙына фиҙакәр хеҙмәте өсөн Арғаяш районының Почётлы гражданины тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ҡамса Мортазин,
Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе