Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар , 14:25

Матур ғаилә – ил күрке

Матур ғаилә – ил күрке, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Республикабыҙ гөр­лә­теп донъя көткән, тырыш, уңған ғаи­ләләре менән матур. Шундай­ҙар­ҙың бе­реһе Баймаҡ ҡалаһынан биш бала тәр­биәләүсе Зәйнуллиндар ғаи­ләһе.

Матур ғаилә – ил күрке
Матур ғаилә – ил күрке

Матур ғаилә – ил күрке, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Республикабыҙ гөр­лә­теп донъя көткән, тырыш, уңған ғаи­ләләре менән матур. Шундай­ҙар­ҙың бе­реһе Баймаҡ ҡалаһынан биш бала тәр­биәләүсе Зәйнуллиндар ғаи­ләһе.
Илдус Әдиф улы менән Гөлсинә Тәлғәт ҡыҙы икеһе лә бер ауылдан. Улар Өмөтбай мәктәбендә уҡытҡан саҡ­­та матур, татыу ғаилә ҡора. Ғаилә баш­лығы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­­­тыу­сыһы, мәк­­тәп ди­рек­то­ры, мә­ға­­риф бүле­ге етәк­­­се­­­һе вази­фа­­ла­­рын­­­да хеҙмәт юлын үтеп, бөгөн иһә – Урал аръя­ғы аг­ро-­­сәнәғәт кол­лед­­­жында ди­рек­тор. Етәкселек итеп кенә ҡал­май, сту­­­­дент­тарҙа ил­һө­­­­йәр­­лек тойғоһо тәр­­биә­ләргә лә яр­­ҙам итә. Уҡыу йор­­­­тон­да хәрби-пат­рио­тик клубты бул­­ды­рыу буйынса әүҙем эш алып ба­ра. Уның етәк­се­ле­ген­дә «Изге йөрәк» ирек­мәндәр отряды акциялар, форум­дар үткәрә, Миңлеғәле Шайморатов коор­­­ди­на­цион штабы менән бер­лек­тә махсус хәрби операцияла ҡат­на­шыу­­сы­ларҙың ғаиләләрен дә иғ­­ти­бар­­һыҙ ҡал­дырмай. Баймаҡ ра­­йо­нын­да ирҙәр ҡоро етәксеһе бу­ла­раҡ, атайҙар абру­йын күтәреү буйынса ҙур өлөшөн ин­де­рә. Илдус Әдиф улы «Баш­ҡор­тос­тан Рес­пуб­ликаһының ат­ҡа­ҙанған уҡы­­тыу­сы­һы» маҡтаулы исе­ме­нә, «Рә­сәй Фе­де­рацияһының почет­лы мәға­риф һәм тәр­­биә хеҙмәткәре» бил­дә­һенә лә ла­йыҡ. Ә хәләл ефете, «Әсә­лек даны» миҙалын алған Гөлсинә Зәйнул­лина на­сар һөйләшкән балалар менән он­лайн-­дәрестәр алып бара, өйҙә бала­лар­ҙы тәр­биәләүгә ҙур иғ­тибар бүлә.
Бәхетле йә­шәү­ҙең серен һорағас, ике­һе лә йылма­йып ҡуйҙы. Улар та­­­­тыу, дуҫ донъя кө­­­­төүҙең серен бер-­­­­­­­береңде аң­лап, кә­­­­ңәш­лә­шеп эш­­­ләү­­­­ҙә күрә.
– Ғаиләне күҙ ал­дына кил­тер­гән­дә, һәр ваҡытта уның үҙенсәлекле икән­­леген оно­тор­ға ярамай, әҙер ге­­­нә ҡалыптары, өл­­гө­ләре юҡ. Һәр бер ғаилә үҙен­сә­лек­ле, үҙенсә бә­хет­ле, үҙенсәлекле ҡа­нун­дары бар. Бы­на шул ҡа­нун­дар­ҙан тай­пыл­­­­ма­йын­­са йәшәргә кә­­­рәк. Ба­­ла­лар­ҙы киләсәктә кеше итеп тәр­биә­­ләү бик тә мөһим, – ти Илдус Әдиф улы.
Ә Гөлсинә Тәлғәт ҡыҙы ғаиләнең ныҡ­­лығы – берҙәмлектә һәм татыу­лыҡ­та, ти.
– Ғаиләлә ниндәйҙер килеп тыу­ған хәлде бергәләп хәл итәбеҙ. Өл­кән­дәр һәр ваҡыт бәләкәстәргә яр­ҙам итә. Үҙ-ара берҙәмдәр, ниндәй генә хәл-мәсь­әлә килеп тыуһа ла беҙгә мөрәжәғәт итә­ләр, – ти йорт хужабикәһе.
Һөнәрҙәре буйынса икеһе лә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сы­ла­ры булараҡ, Зәйнуллиндар бәләкәй­ҙән ба­­ла­ларын башҡорт рухлы итеп тәр­биә­­ләй, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғә­ҙәт­­тә­ре­­­нә, йолаларына һөйөү уятыр­ға ты­ры­ша, ғаилә традицияларын да һаҡ­­­­­лай­ҙар. Ололарға хөрмәт менән ҡа­рау, кесене кеселәү, үҙ-ара ихти­рам­лы мө­нәсәбәт булдырыу кеүек ғаилә ҡим­­мәттәрен өйрәтеүҙе лә улар үҙ бурысы итеп алған. Ҡайҙа ғы­на булһалар ҙа, йөрөһәләр ҙә, шарт­латып башҡортса һөйләшкән, тәү­фиҡ­лы, әҙәп­ле бала­ла­рына ҡарап, ғаи­ләнең үҙ маҡсаттарына иреш­кән­леген аңлай­һың.
– Икебеҙҙең дә ата-әсәйҙәребеҙ иҫән-һау. Үҙебеҙҙең ваҡытҡа ҡара­майынса, һәр ваҡыт ярҙам итеп то­роуыбыҙ – балаларға, олатай-өлә­сәй­ҙәргә ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләй. Оло­ларға ярҙам итеү – быуындар бәй­ләнеше ул. Туғандар менән дә тығыҙ бәй­ләнештәбеҙ. Байрамдарға һәр ва­ҡыт үҙебеҙҙең туғандарҙы балалары менән саҡырып торабыҙ. Иҫтәлекле бай­рамдарҙы бергә үткәрергә тыры­шабыҙ.
Балаларыбыҙҙың ата-әсәйҙә­ребеҙ­ҙе, йәғни олатай-өләсәйҙәрен, ихти­рам итеүе ҡыуаныслы. Улар һәр ваҡыт ауылға ҡайтабыҙ, тип ашҡынып тора. Шуға беҙ ниндәйҙер кимәлдә быға ни­геҙ һалғанбыҙҙыр, тип уйлайбыҙ. Яҡ­шы тәрбиә киләсәктә үҙеңә кире әй­лә­неп ҡайта. Шуның һымаҡ беҙ ҙә шулай бу­лыр, тип ышанабыҙ, – ти Зәй­нул­лин­дар ғаиләһе.
Һәр бер балаһын шәхес итеп ҡа­рап, бәләкәйҙән уларҙың һә­ләт­тәрен үҫте­реүгә лә күп көсөн һала Зәйнул­линдар. Шуға балаларының төрлө бәй­геләрҙә яулаған уңыштары, алған Маҡ­тау гра­мо­талары, дипломдары ла бихисап. Уларҙың иң өлкән ҡыҙҙары Йәнгүзәл – Өфө фән һәм техно­ло­гиялар уни­вер­ситетында II курс сту­денты, бөгөн Ҡытайҙа стажировка үтә. Бәләкәйҙән йыр-бейеүгә әүәҫ ҡыҙ биш йәшендә «Сулпылар» те­ле­визион йыр конкур­сын­да ҡатнашып, өсөнсө урын яулаған. Мәктәп йыл­дарында матбуғат баҫма­ларыменән әүҙем бәйләнеш тотоп, «Йән­шишмә» гәзитенең йәш хәбәр­се­һе исеменә лайыҡ булған. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, һәр эшкә яуап­лы ҡара­ғаны өсөн үҙен төркөмдә ста­рос­та итеп һайлап ҡуйғандар. Улдары Ин­саф Башҡорт дәүләт аграр универ­си­те­тының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетында уҡый. Ул да бик һәләтле егет: яҡшы уҡыуҙан тыш, гитарала уйнай, йырлай. Өсөнсө ҡыҙ­ҙары Айгүзәл Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында VIII класта уҡый, му­зы­ка мәктәбендә лә дәрестәр ала. Мә­ҙи­нә лә ошо белем усағына I класҡа уҡыр­ға барған. «Оҫта ҡулдар» түңәрә­ген­дә шөғөлләнә. Иң бәләкәстәре Данир «Толпар» балалар баҡсаһында мәк­тәпкәсә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Кес­кәй генә булһа ла шәжәрә конкур­сын­да сығыш яһарға әҙерләнеп йө­рөй.
Балаларын шәхес итеп, илебеҙҙең киләсәге итеп тәрбиәләүгә күп көсөн һалған Зәйнуллиндар күп ата-әсәй­ҙәр­гә өлгө ул. Улар кеүек рухлы ғаи­ләләр республикабыҙҙа күберәк бул­һын ине. Зәй­нул­линдар ғаиләһенә бә­хетле тор­мош, уй-маҡсаттарының тор­мошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Г.Ф. ШӘЙХЕТДИНОВА.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: