Был ултырышта Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге даими вәкиле Әлфир Байымов, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Амур Хәбибуллин һәм милли-мәҙәни ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Һөйләшеүҙе модератор, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, Рауил Әсәтулин алып барҙы.
Туған тел уҡытыусылар Ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская темаға бәйле мәктәптәрҙә башҡарылаһы эштәр менән яҡындан таныштырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Айгөл” халыҡ ансамбле режисёры Маһитап Вәлитова мәҙәни саралар, шул иҫәптән өр-яңы ижади проект “Шәғәлиев уҡыуҙары”н тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөхөммәт Хәбиров шағирҙың тормош юлына, шағирҙың шәхесенә һәм уның билдәле музыкат булып таныуына туҡталды.
Арҙаҡлы шәхесте оло ихтирам менән иҫкә алдылар яҡташтары. Уның милли мәҙәниәткә индергән фиҙакәр хеҙмәте, шәхесе һәм ижады хаҡында һүҙ барҙы. Был иҫтәлекле дата менән бәйле уҙамандың яҡты исемен халыҡ күңелендә мәңгеләштереү, иҫтәлекле мәҙәни саралар ойоштороу һәм башҡа мәҙәни-ағартыу проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында килештеләр.