Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина (Бай турина) 1961 йылдың 24 февралендә Баймаҡ районының Шүлкә ауылында тыуа. Тыуған ауылында башланғыс мәктәп тамамлай, 1-се Этҡол урта һәм Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәк тәп тә рендә, артабан Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡый. 1978 – 1983 йыл дарҙа Стәрлтамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала.
Юғары белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ районының — Айыусы, Ҡырмыҫҡалы районының — Иҫке Бәпес, Ейәнсура районының Юлдаш мәктәптәрендә уҡыта. 1986 йылда Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
1990 йылда ғаиләһе менән бергә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә ҡайта, уҡы тыу менән бер рәттән, мәктәп директорының тәрбиә эштәрен башҡара. 2008 йылдан хаҡлы ялда.
Фирүзә Абдуллина үҙен белгән саҡтан алып ҡәләм тирбәтә, шиғыр яҙа, ижад емештәре «Йәш көстәр» исемле ике йыйынтыҡҡа ингән. Шиғ риәтен яратыусылар үтенесе бу йын са тәүге өс шиғыр йыйынтығын үҙ иҫәбенә ҡағыҙ баҫмала нәшер итеп тарата. Уның ши ғырҙарына профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар Артур Туҡтағолов, Дамир Солтанов, Рәдиф Зарипов, Азат Исҡужин, Юлай Моратов, Альфред Яҡ шым бәтов, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин, Динә Аҡназарова, Әминә Бикташева, Рәсимә Динисламова һәм башҡалар йырҙар ижад итә. Бөгөн Фирүзә Абдуллина – күптәребеҙ яра тып йырлаған һәм тыңлаған 100-ләгән йыр авторы. Ижади күңелле педагог, яҡты хисле шағирәгә тик уңыштар теләйбеҙ!
Ауыл уҡытыусыһы
Мин – ябай бер уҡытыусы –
Ауыл уҡытыусыһы,
Кәрәк икән – сөгөлдөрсө,
Кәрәк булһа – баҡсасы.
Штукатур ҙа, маляр ҙа беҙ
Ремонт яһарға булһа,
Тарихсы ла, ижадсы ла,
Алға маҡсат ҡуйылһа.
Агитатор булабыҙ беҙ
Һайлауҙар яҡынлашһа,
Урам буйлап сүп йыябыҙ
Субботниктар башланһа.
Кәрәк икән – режиссер ҙа,
Бейеүсе лә, йырсы ла,
Рәссам да беҙ, сценарист та –
Ҡулдан килә барыһы ла.
Бөтәһе лә ҡулдан килә,
Әммә иң ҙур эшебеҙ:
Яңы кеше тәрбиәләү –
Шундай кәрәк кеше беҙ!
Уҡытыусы белем бирә,
Ул – кәңәшсе, ул – терәк.
Ауыл уҡытыусыһына
Һәйкәл ҡуйырға кәрәк!
Ярамай һәм тейеш
Мәктәбемә сабам һәр көн иртән,
Һыуыҡ, ямғыр, елгә ҡарамай,
Өйҙән сыҡмаҫ инем мөмкин булһа –
Уҡытыусы бит мин – ярамай!
Ниндәй сара булһа – уртаһында,
Субботниктар, концерт – эш тә эш!
Нисек итеп инде баш тартаһың?
Уҡытыусы бит мин – мин тейеш!
Ләкин ҡара – ниндәй хөрмәт менән
Иҫәнләшә йәше-олоһо,
Уҡытыусы – иң абруйлы шәхес,
Был – ауылдың изге йолаһы.
Һәр саҡ алда, эштең уртаһында,
Яҡын кешеләрем, үҙ ерем,
Ярамай һәм тейеш араһында
Үтеп китеп бара ғүмерем…
Уҡытыусы
Төн уртаһы – уның уты яна,
Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.
Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!
Артыҡ маҡтауҙарға өмөт итмәй –
Ул өйрәнгән ҡарар үтәргә,
Нисек кенә яҡшы эшләһә лә,
Күтәрмәҫтәр уны күктәргә.
Йөктө өҫтәп-өҫтәп тейәһәң дә,
Сабыр һөйрәр күндәм эш аты,
Ул күтәргән йөккә лайыҡ итеп
Түләмәҫтәр хатта эш хаҡы.
Кеше балаһына янып-көйә,
Үҙ балаһы үҫә үҙаллы,
Ашарға ла ваҡыт тапмай ҡай саҡ,
Ләкин эшен эшләй – ул аңлы!
Мәғәнәһеҙ ҡағыҙ яҙа-яҙа,
Үҙ эшенә йәне атлыға,
Ләкин уның яҡты уй-хыялы
Инструкцияларға ҡаҡлыға.
Нисек кенә аяҡ салмаһындар,
Үҙ эшенә тоғро ул ҡала,
Йәшәү мәғәнәһе – балаларҙа,
Уның өсөн яҡын һәр бала.
Өйрәнгәнсә башты ғорур тотоп,
Сабыр йота сөсө-әсене,
Зарланырға уға рөхсәт итмәй
Уҡытыусы тигән исеме.