Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль , 23:55

Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде

Бөгөн, 11 февралдә, Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холында башҡорт филологияһы белеменең 95 йыллығына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 35 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.

Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде

Коллективты, студенттарҙы һәм факультетты тамамлаусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Баҙранов байрам менән ҡотланы.

«Донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың 1,5 млн – Рәсәйҙә, шул иҫәптән 1,2 млн Башҡортостанда йәшәй. Беҙҙе башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте берләштерә. Уларҙы һаҡлауҙа, милләтте һаҡлауҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур.

2018 йылда беҙҙең идара итеү командаһы республиканы яңыртыу процесын башлағас, мөһим ҡарар ҡабул иттек – иҡтисад һәм социаль өлкәне үҫтереү менән бергә башҡорт телен дә һаҡлау беҙҙең өсөн төп маҡсаттарҙың береһе буласаҡ.

Инвестиция, сәнәғәт, төҙөлөш буйынса сәғәттәр менән бергә милли телдәр сәғәттәре уҙғара башланыҡ. Был мәсьәләләр ғалимдар, методистар, яҙыусылар, журналистар менән йыйылыштарҙа тикшерелә. Уларға факультетты үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Декан Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның шәхси өлөшөн айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алам. Һәр берегеҙгә рәхмәт», - тип билдәләне Азат Баҙранов.

Ошо йылдар эсендә, шул иҫәптән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды буйынса ла ҙур эштәр башҡарылған. Уҡытыуҙың яңы методикалары барлыҡҡа килгән. Уңышлы проекттарҙың береһе - башҡорт теленән диктант, ул халыҡ-ара хәҙер халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла.

Азат Щамил улы шулай уҡ факультет деканы Гөлфирә Абдуллинаға, башҡорт әҙәбиәте һәм ватан әҙәбиәте кафедраһы мөдире Гөлфирә Гәрәеваға, журналистика кафедраһы мөдире Рәмзиә Мостафинаға, сағыштырма тел ғилеме һәм экскурсия ғилеме кафедраһы мөдире Флүзә Фәтҡуллинаға, профессор Хәҙисә Солтанбаеваға һәм башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты доценты Соно Әлиеваға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Өфөлә башҡорт филология белеменең 95 йыллығы билдәләнде
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: