Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашыуында билдәле булды. Рәсәй Спорт министрлығы ҡарары буйынса спартакиада 2025 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола.