Сараға Эдуардтың әсәһе Зөлфиә Рәис ҡыҙы, БР һауа-десант ғәскәрҙәре һәм Спецназ ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әҙеһәмов Марат Шәүкәт улы, класташтары һәм башҡа ҡунаҡтар килде.
Сарала Эдуард Йәнбухтин тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, уның хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәптә уҡыған йылдары, алға ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белгән ныҡышмал, бер һүҙле егет булыуы тураһында һөйләнелде.
Эдуард хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн һәләк булғандан һуң “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән бүләкләнгән.
Герой партаһында Геройҙың фотоһүрәте урынлашҡан, уның биографияһы, Тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Ф. Мостафина ис. 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы сайты материалдарынан.