Новости
3 Марта 2025, 10:48

Ветерандар ҡотлай

Журналды күркәм юбилейы менән мәғариф ветерандары, редколлегия ағзалары, әүҙем авторҙары һәм педагогик баҫма ветерандары ҡотлай.

Ветерандар ҡотлайВетерандар ҡотлай
Ветерандар ҡотлай

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы күптән инде уҡытыусыларыбыҙҙың өҫтәл китабына әүерелде. Оҙаҡ йылдар дауамында үҙ традицияларын һаҡлаусы һәм уны үҫтереүсе журналыбыҙ мәғариф өлкәһендәге мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыу майҙансығы, үҫеп килгән быуынға белем биреүҙә һәм тәрбиәләүҙә тоғро кәңәшсе, ышаныслы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
Журнал биттәрендә мәғариф өлкәһендәге яңылыҡ һәм үҙгәрештәр, ғалимдарыбыҙҙың ғилми-методик кәңәштәре, белем биреү ойошмалары етәкселәренең, уҡытыусыларыбыҙҙың һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең инновацион эш тәжрибәһе уңышлы сағылдырыла. Айырым иғтибар туған телдәргә һәм күп милләтле республика халыҡтарының мәҙәниәтенә бирелә, был, үҙсиратында, Ватанға һөйөү тойғолары тәрбиәләүҙә мөһим фактор булып тора.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы хеҙмәткәрҙәре бер йүнәлештә һәм тығыҙ бәйләнеш тә эшләй.
Белем биреү ойош маларының педагогик хеҙмәткәрҙәре ин сти тутта үҙ белемен камиллаштырып, ғилми-методик ярҙам алһа, ә журнал биттә рендә үҙ педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлаша һәм республика кимәлендә яҡтыртыу таба. Оҙаҡ йылдар дауамындағы ижади хеҙмәттәшлегебеҙ педагогик хеҙмәт кәрҙәребеҙгә артабан да үҫеш һәм заман менән бергә атлау өсөн көс һәм дәрт өҫтәй.
Журналдың күркәм юбилейы менән редакция хеҙмәткәрҙәрен һәм уҡыусыларын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, профессиональ уңыштар, фәнни һәм ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Ә.С. ҒАЯЗОВ,
Башҡортостан Республикаһының
Мәғарифты үҫтереү институты ректоры.

 

 

Ветерандар ҡотлай
Ветерандар ҡотлай
Ветерандар ҡотлай
Ветерандар ҡотлай
Ветерандар ҡотлай
Ветерандар ҡотлай
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас